Кармаль Бабрак

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бабрак Кармаль
пушту ببرک کارمل
Бабрак Кармаль
Флаг
Флаг
3-й Афғанстан Халыҡ-демократик партияһы үҙәк Комитеты Генераль секретары
Флаг
Флаг
27 декабря 1979 — 4 мая 1986
Алдан килеүсе: Хафизулла Әмин
Дауамсы: Нажибулла Мөхәммәт
Флаг
Флаг
3-й Афғанстан Демократик Республикаһы (ДРА) Революцион советы рәйесе
Флаг
Флаг
27 декабрь, 1979 — 24 ноябрь, 1986
Алдан килеүсе: Хафизулла Әмин
Дауамсы: Хажи Мөхәммәт Чамкани (в. б.)
Нажибулла Мөхәммәт
Флаг
Флаг
14-й Афғанстан Премьер-министры йәғни АДР Министрҙар советы рәйесе
Флаг
Флаг
27 декабрь, 1979 — 11 июнь, 1981
Алдан килеүсе: Хафизулла Әмин
Дауамсы: Солтан Али Кәштманд
 
Дине: атеизм
Тыуған: 6 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Камари, Кабул эргәһендә, Афғанстан Короллеге
Үлгән: 3 декабрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (67 йәш)
Москва, Рәсәй
Ерләнгән: Хайратон, Афғанстан
Исеме: Солтан Хөсәйен
Атаһы: Мөхәммәт Хөсәйен хан
Ҡатыны: Мәхбүбә Кармаль
Партия: Афғанстан Халыҡ-демократик партияһы (НДПА)(1965 йылдан)
Белеме: Кабульский университет[d]
Эшмәкәрлеге: сәйәсмән
 
Наградалары:

Ҡалып:Орден Саурской революции

Бабра́к Карма́ль (пушту ببرک کارمل; 6 ғинуар 1929, Камари, Ҡабул, Афғанстан Короллеге — 3 декабрь 1996, Мәскәү, Рәсәй) — афған сәйәси, дәүләт һәм партия эшмәкәре, Афғанстан халыҡ-демократик партияһына (НДПА) нигеҙ һалыусыларҙың береһе , «Парчам» (рус. Знамя) фракцияһы лидеры.

Афғанстанда Совет хәрбиҙәре торған осорҙа АХДП Үҙәк Комитетының Генераль секретары, Рәйесе Афғанстан Демократик Республикаһының (1979—1986) Революцион совет Рәйесе (дәүләт башлығы), АДР Министрҙар Советы рәйесе (1979—1981).

Кармаль хөкүмәте совет ғәскәрҙәренең ярҙамына ныҡ таяна һәм халыҡтың күпләп ярҙамынан файҙаланмай, шуға күрә уны ҡайһы берҙә марионетка тип ҡылыҡһырлайҙар.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кабул ҡалаһында армия генералы ғаиләһендә тыуған. Кармаль атаһы яғынан Һиндостан Кашмирында тыуып үҫкән, артабан ғаилә Дуррани империяһына ҡараған Кашмирҙан Кабулға күсеп килгән. Яңы урында улар Кабулдағы тажик берләшмәһе тарфынан ассимиляцияланған. Уның атаһы, пуштун булмаған сығышын йәшереп, тик пушту телендә генә һөйләшкән. Ғилзайҙар ырыуынан сыҡҡан әсәһе фарсы телле пуштун ҡатыны була. Уның ысын исеме Солтан Хөсәйен булған, ул исемен шуға оҡшаш типик афған исеменә үҙгәрткән. Кабул университетында коммунизм идеялары менән ҡыҙыҡһына. 1965 йылда Афғанстандың Халыҡ-демократик партияһына (НДПА) инә. «Парчам» фракцияһын етәкләй. 1965-1973 йылдарҙа ил парламенты депутаты булған.

Саур Революцияһынан һуң (1978) Революция советы рәйесе урынбаҫары була, ләкин 1978 йылдың йәйендә үк был вазифанан бушатыла һәм илсе булып Чехословакияға ебәрелә. 1978 йылдың көҙөндә хөкүмәткә ҡаршы заговор ойоштороуҙа ғәйепләнеп, илсе вазифаһынан бушатылды. Сит илдә эмиграцияла ҡала.

Афғанстанға Совет Армияһы көстәрен (1979-1989) индергәндән һуң, 1979 йылдың декабрендә НДПА Үҙәк Комитетының генераль секретары, Революция советы рәйесе һәм Министрҙар Советы рәйесе итеп тәғәйенләнә (һуңғы вазифаны 1981 йылға тиклем биләй). 1986 йылдың 4 майында НДПА Үҙәк комитетының 18-се пленумы ҡарары буйынса Б. Кармаль «сәләмәтлек торошо буйынса», Политбюрола ағзалығын һаҡлап ҡалып, партия Үҙәк комитетының генераль секретары вазифаһынан бушатыла. Уның вазифаһынан бушатылыуы шулай уҡ СССР-ҙағы үҙгәртеп ҡороуҙарға, власҡа М.С.Горбачёв килеүенә бәйле була[1]. 1986 йылдың аҙағында Революция советы рәйесе вазифаһынан да алына.

Бөтә постарынан киткәндән һуң, Мәскәүҙә, эмиграцияның тәүге йылдарында, Көмөш Борҙағы дачала йәшәргә мәжбүр була.

Сирләүе һәм вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Бабрак Кармалдың һаулығы, бауыр яман шеше арҡаһында ҡапыл насарая, шуға күрә ул даими рәүештә дауаланыу курсы үткән.

1996 йылдың 3 декабрендә Мәскәү ҡалаһының 1-се ҡала дауаханаһында вафат була; Афғанстанда, Хайратонда, ерләнә[2][3][4][5].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1980-1981 йылдарҙа Афғанстанда баш хәрби советник вазифаһын биләгән совет хәрби начальнигы Александр Майоров раҫлауынса, Афғанстан тарихында тәүге дүрт ҡатын-ҡыҙ-депутаттың береһе, Анахита Ратебзад, менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булған.

Фекерҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Громов Борис Всеволодович «Ограниченный контингент» китабында былай тип яҙған:

«Тормошомда ахмаҡтарҙы, ялҡауҙарҙы һәм эскеселәрҙе яратманым. Һәм был сифаттар бөтәһе лә бер кешелә туплаған. Һәм был кеше - партия башлығы һәм дәүләт башлығы!»[6]

Афғанстанда бер нисә тапҡыр Кармаль менән осрашырға тура килгән армия генералы Валентин Иванович Варенников, һуңғараҡ ошолай тип һөйләгән:

- Ул һәр саҡ үҙенә әйтелгән тәҡдимдәрҙе иғтибар менән тыңланы. Яҙып ултырған һәм һөйләшеү аҙағында йыш ҡына былай тигән: «Бына һеҙ ҡарайһығыҙ һәм уйлайһығыҙҙыр инде, был Кармаль яҙа ла яҙа, ә бит барыбер бер нәмә лә эшләмәйәсәк…» Ысынында иһә тап шулай булған да. Кармаль үҙ көрәштәштәре, халыҡ, кәңәшселәребеҙ ышанысын яулай алмай. Ул юғары класлы демагог һәм оҫта фракционер ине. Революцион фразаға оҫта ышыҡлана белә. Был «таланты» уға үҙе тирәләй лидер орелын булдырырға ярҙам итте. Эшендәге сираттағы хаталаныуынан һуң һәр саҡ ул барыһын да ышандыра: «Иптәштәр, бына хәҙер миңә барыһы ла аңлашыла! Башҡаса хаталар булмаясаҡ!». Уға һәр саҡ ышанғандар һәм төҙәлер, тип өмөт иткәндәр. Ә ул һаман партияһын тарҡата, халыҡ менән эшләмәй, эшләй белмәй йәки быны кәрәк тип тапмай. Ысынында ул халыҡ өсөн көрәшмәй - быныһы көн кеүек асыҡ. Дәүләт һәм партия аппараттарында әле лә үҙе тураһында белдергән бюрократик система ҡалдырҙы. Партияның һәм хөкүмәттең күп кенә яҡшы ҡарарҙары тап бында батып ҡалды һәм әле лә ошо күренеш дауам итә. Үкенескә күрә, күптәр Кармалға артыҡ өмөтләнде, уның ихтыярына буйһондо.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Христофоров В. С. Долгий путь из Афганистана. Дата обращения: 4 апрель 2013. Архивировано из оригинала 29 октябрь 2013 года.
  2. Pace, Eric. Babrak Karmal, Afghanistan's Ex-President, Dies at 67. The New York Times. Arthur Ochs Sulzberger, Jr (6 декабрь 1996). Дата обращения: 31 ғинуар 2012. Архивировано 23 май 2013 года.
  3. Gestorben: Babrak Karmal (нем.). Der Spiegel. Spiegel Online (9 декабрь 1996). Дата обращения: 2 февраль 2012. Архивировано 17 февраль 2011 года.
  4. Babrak Karmal. Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 2 февраль 2012. Архивировано 20 март 2012 года.
  5. Whitaker, Raymond. Obituary: Babrak Karmal. The Independent. Independent Print Limited (6 декабрь 1996). Дата обращения: 2 февраль 1996. Архивировано 17 ноябрь 2020 года.
  6. Александр Майоров. Правда об афганской войне. Дата обращения: 27 апрель 2017. Архивировано 3 ноябрь 2017 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Главы Афганистана Ҡалып:Генеральные секретари НДПА

Алдан килеүсе:
Хафизулла Амин
Председатель Революционного совета Афганистана

27 декабря 197924 ноября 1986
Һуңынан килеүсе:
Х. М. Чамкани
Алдан килеүсе:
Хафизулла Амин
Генеральный секретарь ЦК НДПА

27 декабря 19794 мая 1986
Һуңынан килеүсе:
Мухаммед Наджибулла
Алдан килеүсе:
Хафизулла Амин
14-й Премьер-министр Афганистана

27 декабря 1979 — 11 июня 1981
Һуңынан килеүсе:
Султан Али Кештманд