Кармен Амайя

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кармен Амайя
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлығы Flag of Spain (1945–1977).svg Испания
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Carmen Amaya Amaya
Вторая фамилия в испанском имени Amaya[d]
Псевдоним La Capitana
Тыуған көнө 2 ноябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2][3][…]
Тыуған урыны Somorrostro Beach[d][5]
Вафат булған көнө 19 ноябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[6][2][…] (45 йәш)
Вафат булған урыны Баш-Эмпорда[d],Бегур[d]
Ерләнгән урыны Cementerio de Ciriego[d]
Хәләл ефете Juan Antonio Agüero González[d]
Туған тел Испан теле
Һөнәр төрө йырсы, бейеүсе, актёр
Музыка ҡоралы вокал[d]
Commons-logo.svg Кармен Амайя Викимилектә

Ка́рмен Ама́йя (исп. Carmen Amaya; 2 ноябрь 1913, Барселона — 19 ноябрь 1963, Багур) — Испания бейеүсеһе, йырсы, киноактриса, фламенко бейеүенең легендар башҡарыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығышы буйынса сиғандарҙан. Гитарасы Франсиско Амайяның (ҡушаматы Эль Чино, Ҡытай) ҡыҙы. Алты йәшенән бейей башлай, атаһы менән бергә Барселонаның «Ете ҡапҡа» ресторанында сығыш яһай. Уның талантын Каталонияның художестволы тәнҡитсеһе Себастьян Гаш тәүгеләрҙән булып күреп ҡала. 1923 йылда Мадридта сығыш яһай. 1929 йылда Парижда дебюты була, бында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә һәм Ракель Мельер труппаһы составында бейей.

Хуан Бросса баҡсаһында Кармен Амайяға һәйкәл, Барселона

1936 йылдан сит илдәрҙә йәшәй һәм гастролдәрҙә йөрөй — Португалия, АҠШ, Франция, Бөйөк Британия, Көньяҡ Африка, Латин Америкаһы илдәрендә сығыш яһай. Уның сығыштарын Артуро Тосканини һәм Леопольд Стоковский юғары баһалай. 1935 йылда кинола төшә, «Тарантос ғаиләһе» (1963, «Ромео һәм Джульеттаның» сиған версияһы) фильмындағы һуңғы кинороле — иң билдәлеһе. 1944 йылда АҠШ президенты Франклин Рузвельт, ә 1953 йылда АҠШ президенты Гарри Трумэн саҡырыуы буйынса Аҡ Йортта сығыш яһай.

1947 йылда Испанияға ҡайта. Тыуған илендә уңыш менән сығыш яһай һәм сит илдәргә гастролдәр менән сыға. 1963 йылдың 19 ноябрендә вафат була. Барселонала Монжуик зыяратында ерләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1966 йылда Барселонаның Монжуик паркында (хәҙер Хуан Бросса паркы) Кармен Амайяға һәйкәл асыла.

1959 йылда уның хөрмәтенә Кармен Амайя фонтаны ҡуйыла.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  2. 2,0 2,1 SNAC — 2010.
  3. 3,0 3,1 Internet Broadway Database — 2000.
  4. datos.bne.es: El portal de datos bibliográficos de la Biblioteca Nacional de España — 2011.
  5. https://www.horizonteflamenco.com/figuras_carmen_amaya
  6. Person Profile // Internet Movie Database — 1990.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Hidalgo Gómez F. Carmen Amaya. Barcelona: Estudios P. M., 1995
  • Sevilla P. Queen of the gypsies: the life and legend of Carmen Amaya: flamenco in the theater age, 1910—1960. San Diego: Sevilla Press, 1999

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]