Эстәлеккә күсергә

Каролина Беттельгейм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каролина Беттельгейм
нем. Caroline Bettelheim
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Австрия
Тыуған көнө 1 июнь 1843({{padleft:1843|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[3]
Тыуған урыны Пешт[d], Пешт[d], Венгрия
Вена, Австрия империяһы[1]
Вафат булған көнө 13 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2][3] (82 йәш)
Вафат булған урыны Вена, Беренсе Австрия Республикаһы[2]
Ерләнгән урыны Дёблингское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Бер туғандары Anton Bettelheim[d]
Хәләл ефете Юлиус фон Гомперц[d]
Һөнәр төрө йырсы, опера йырсыһы, пианист
Әүҙемлек урыны Вена[2]
Йырсы тауышы контральто[d]
Музыка ҡоралы фортепиано һәм вокал[d]
Ойошма ағзаһы Verein der Schriftstellerinnen und Künstlerinnen Wien[d][3]
 Каролина Беттельгейм Викимилектә
Рәссам Г. Макарт. Каролина фон Гомперц -Беттельхейм портреты
Каролина Гомперц фон-Беттельхейм Джакомо Мейерберҙың «Африканка» операһында Селика ролендә

Каролина Беттельгейм (кейәүҙә — Каролина фон Гомперц-Беттельхейм) (нем. Caroline Bettelheim; 1 июнь 1845 йыл, Пешт (Будапешт), Австрия империяһы — 13 декабрь 1925 йыл, Вена, Австрия) — Австрия һәм Венгрияның опера һәм камера йырсыһы (меццо-сопрано) һәм пианист.

Каролина Беттельгейм 1845 йылдың 1 июнендә Австрия империяһының Пешт ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә тыуған. Филолог һәм тәржемәсе Антон Беттельхеймдың апаһы.

Каролина Карл Гольдмаркта музыка дәрестәре ала, вокал дәрестәрен Мориц Лауферҙан ала. Ете йәшенән үҙенең уҡытыусыһына асыҡ концерттарҙа пианинола оҙата. 14 йәшенән пианист сифатында ҙур уңыш менән концерттарҙа сығыш яһай.

16 йәшенән операға уҡырға инә һәм тиҙҙән Вена император-король операһына тәғәйенләнә.

Каролина Беттельгейм күренекле опера йырсыларының береһе. 1867 йылда Каролина опера сәхнәһен ҡалдыра. Ул ҙур популярлыҡ менән файҙалана һәм концерт эшмәкәрлеге алып бара. Австрия ҡалаларында, Лондон, Лейпциг һәм башҡа ҡалаларҙа гастролдәрҙә йөрөй. 1876 йылда Ференц Лист оҙатыуында Бетховендың шотланд йырҙарын башҡара.

Һайланма партиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Азучена («Трубадур» Джузеппе Верди),
  • Селика («Африканка», Джакомо Мейербер операһы) һәм башҡалар.

Билдәле сәнәғәтсе, сәйәси эшмәкәр, Австрия сауҙа палатаһы һәм Юғары палата ағзаһы Юлиус фон Гомперцтың ҡатыны (1867 йылдан) һәм йыш ҡына үҙ фамилияһына ҡарағанда был фамилия аҫтында йөрөй.

  1. 1,0 1,1 Wurzbach D. C. v. Bettelheim, Karoline (нем.) // Biographisches Lexikon des Kaiserthums Oesterreich: enthaltend die Lebensskizzen der denkwürdigen Personen, welche seit 1750 in den österreichischen Kronländern geboren wurden oder darin gelebt und gewirkt habenWien: 1856. — Vol. 26. — S. 370.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #116155833 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Baumgartner M. 36 // Der Verein der Schriftstellerinnen und Künstlerinnen in Wien (нем.)Böhlau Verlag, 2015. — ISBN 978-3-205-20168-7, 978-3-205-79702-9 — doi:10.7767/9783205201687
  • Театральная энциклопедия. Том 1/Глав. ред. С. С. Мокульский — М.: Советская энциклопедия, 1961.