Эстәлеккә күсергә

Карсавина Тамара Платоновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тамара Карсавина
Исеме:

Тамара Платоновна Карсавина

Тыуған урыны:

Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы

Вафат урыны:

Лондон, Бөйөк Британия

Һөнәре:

балет артисы,
Ҡалып:Балетный педагог

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Бөйөк Британия Бөйөк Британия

Театр:

Ҡалып:Балет Мариинского театра

IMDb:

ID 0440139

Тамара Карсавина в балете «Сильфиды», Савелий Сорин, 1910

Тама́ра Плато́новна Карса́вина (25 февраль [9 марта1885, Санкт-Петербург, Российская империя — 26 май, 1978, Лондон, Бөйөк Британия) — рус балеринаһы[1]. Мария театры солисткаһы,Сергей Дягилевтың Рус балетында Вацлав Нижинский менән бейегән. Рәсәйҙәге 1917 йылғы революциянан һуң Бөйөк Британияла йәшәгән. Тарихсы һәм философ Л. П. Карсавин һеңлеһе.

Балерина 1885 йылдың 25 февралендә Санкт-Петербургта император труппаһы бейеүсеһе Платон Карсавин менән уның ҡатыны Анна Иосифовна( Хомякова) ғаиләһендә тыуған [2]. Ағаһы — Лев Карсавин, рус философы.

1902 йылда Император театр училищеһын тамамлай. 1902 йылда Мария театрына кордебалетҡа алына, 1902 йылдың апрелендә тәү тапҡыр профессиональ сәхнәлә «Жавотта» (Сен-Санс) спектаклендә бейей[3][4]. 1910 йылда прима-балерина дәрәжәһе ала [5][6]. Мария театрында Карсавина «Жизель», «Йоҡоға талған һылыу», «Щелкунчик», «Аҡҡош күле»һәм башҡа спектаклдәрҙә төп партияларҙы башҡара.

Михаил Фокин менән хеҙмәттәшлек икеһе өсөн дә уңышлы була. 1907 йылдың 8 мартында Карсавина «Шопениана»ның яңы редакцияһында вальсты башҡара[7].

1906 йылдың йәйендә Г. Г. Кякшт труппаһы менән Рәсәй ҡалалары буйынса гастролдә йөрөй. Унан һуң Прага (1908), Милан һәм Лондон (1909), Берлин, Брюссель һәм Лондонда (1910) [8], 1913 йылдың көҙөндә Дягилев труппаһы менән Көньяҡ Америка сығыш яһай[9].

1909- 1914 йылдарҙа Сергей Дягилев саҡырыуы буйынса Рәсәй балет артистары менән Европа буйлап гастролдәрҙә йөрөй[10]. Артистка үҙе әйтеүе буйынса, Фокин шедевры- Шәмәхә батшабикәһе ( «Алтын әтәс» балеты) уның иң уңышлы роле [11]. В. М. Красовская фекеренсә, Карсавина « Фокин героиняһы концепцияһын иң оҫта кәүҙәләндереүсе...»[12]. С. Л. Григорьев: «Карсавинаға Утҡош ролендә тиңләшерлек кеше юҡ . <…>Әлбиттә,был роль тик уның өсөн булдырылған»[13].

В. М. Красовская : « Анна Павлова һәм Тамара Карсавина исемдәре быуат башындағы балет импрессионизмы сәскә атыуы менән бәйле»[14].

1916 йылда актрисаның улы Никита тыуа (атаһы- Британия дипломаты Генри Брюс). 1917 йылда Карсавина Генри Брюсҡа кейәүгә сыға. 1918 йылдың 15 майында ул Мария театрында Никия партияһын башҡара ( «Баядерка»[8]), шул уҡ йылда[1] ғаиләһе менән Лондонға күсеп китә. Эмиграцияла балерина сәхнәлә сығыш яһауын дауам итә, Дягилевтың Рус балеты менән гастролдәрҙә йөрөй, бейеү сәнғәтен уҡыта.1920-сы йылдар башында балерина Германия һәм Бөйөк Британияла тауышһыҙ фильмдарҙа эпизодтарҙа уйнай. 1931 сәхнәнән китә[15]. 19301955 йылдарҙа Король бейеү академияһы вице-президенты вазифаһын үтәй[1].

Тамара Карсавина 1978 йылдың 26 майында Лондонда 93 йәштә вафат була.

Мемуары
  • Карсавина Т. П. Театральная улица = Theatre Street / Пер. с англ. Г. Гуляницкой. — Л.: Искусство, 1971. — 248 с. — (Театральные мемуары). — 30 000 экз.
  • Карсавина Т. П. Театральная улица = Theatre Street / Пер. с англ. И. Э. Балод. — М.: Центрполиграф, 2004. — 320 с. — 6 000 экз. — ISBN 5-9524-1053-7.
  • [Karsavina T.], Phelan A. L. Tamara Karsavina: Beyond the Ballerina: Her unpublished, untitled manuscript about the first years in England / Annotated and with a histotical essay by Andrew L. Phelan; Introd. by Douglas Blair Turnbaugh. — [ Norman, Oklahoma ]: Quail Creek Ed., 2018. — (120 p.; 30 photos) 126 с. — 300 экз. — ISBN 9780996012263.[16]
  1. 1,0 1,1 1,2 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 11. Италия — Кваркуш. 1973. 608 стр., илл.; 39 л. илл. и карт. 1 карта-вкл.
  2. О личности Л. П. Карсавина. К 125-летнему юбилею 2019 йыл 19 август архивланған.
  3. Красовская, 1972, с. 277
  4. Дюкина, 1981
  5. Карсавина, 2004, Глава 22. Я становлюсь примой-балериной
  6. Деген, Ступников
  7. Красовская, 1972, с. 283
  8. 8,0 8,1 Соколов-Каминский, 1997
  9. Карсавина, 2004, Глава 23
  10. Карсавина Тамара Платоновна
  11. Карсавина, 2004, Глава 24. Штраус
  12. Красовская, 1972, с. 302
  13. Григорьев, 1993, Глава 2. 1910, с. 45
  14. Красовская, 1972, с. 228
  15. Мемория. Тамара Карсавина - ПОЛИТ.РУ 2018 йыл 26 февраль архивланған.
  16. Tamara Karsavina - Beyond the ballerina 2019 йыл 4 май архивланған.