Карч Кирай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карч Кирай
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 3 ноябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1] (63 йәш)
Тыуған урыны Джэксон[d], Мичиган[d], Америка Ҡушма Штаттары
Һөнәр төрө волейболист, игрок в пляжный волейбол
Уҡыу йорто Лос-Анджелеста Калифорния университеты[d]
Santa Barbara High School[d]
Спорт командаһы ағзаһы UCLA Bruins men's volleyball[d]
Масса 86 килограмм
Спорт төрө пляжный волейбол[d]
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 1984[d], Летние Олимпийские игры 1988[d], Летние Олимпийские игры 1996[d], volleyball at the 1987 Pan American Games – men's tournament[d] һәм Чемпионат мира по волейболу среди мужчин 1986[d]
Бейеклеге/буйы 190 сантиметр
 Карч Кирай Викимилектә

Чарльз Фредерик (Карч) Кирай (ингл. Charles Frederick "Karch" Kiraly [ˈkɑrtʃ kɪˈraɪ]; 3 ноябрь 1960 йыл, Джексон округы, Мичиган штаты) — венгр сығышлы Америка волейболсыһы.

Өс тапҡыр олимпия чемпионы, Олимпия уйындары тарихында классик һәм пляж волейболында уйнап еңеүсе булған берҙән-бер спортсы.

Халыҡ-ара волейбол федерацияһының версияһы буйынса, ХХ быуаттың иң шәп волейболсыһы[2].

UCLA Дан залының ағзаһы(1993), волейбол Даны залының ағзаһы (2001), АҠШ Олимпия Даны залының ағзаһы (2008). АҠШ-тың волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы тренеры.

Тормош юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карч Кирай 1956 йылда Венгр ихтилалының иң ҡыҙыу мәлендә АҠШ-ҡа эмиграцияға киткән венгр табибы Ласло Кирай ғаиләһендә тыуа.

Карч Кирайҙың атаһы элек шәп волейболсы булған. Ул Венгрияның юниорҙар йыйылма командаһында сығыш яһаған. табип һөнәрен һайлағандан һуң, ул волейбол менән үҙе теләгәндә генә уйнай башлай.

Ласло Кирайҙың төп мауығыуы уның улына ла күсә. Кесе Кирайға 11 йәш булғанда, атаһы менән бер дуэт булып уйнап, Калифорния пляжында үткәрелгән турнирҙарҙың береһендә ул беренсе тапҡыр еңеүсе була.

Калифорния университеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карч Кирай омәктәпте Санта-Барбарала тамамлай. 1979 йылда Лос-Анджелестағы Калифорния университетына «биохимия» һөнәренә уҡырға инә һәм уны 1983 йылда бары тик иң «яҡшы» билдәләренә генә (отличиегә) тамамлай.

1979—1982 йылдарҙа Карч Кирай UCLA Bruins студенттар командаһында уйнай. Был осорҙа команда өс тапҡыр Студенттар спорты милли ассоциацияһының (NCAA) чемпионы була.

Команда был йылдарҙа 129 матчта уйнай һәм шуларҙың 124 матчында еңеү яулай. Кирай дүрт йыл буйына иң дәрәжәле, ҡиммәтле, юғары баһаланған уйынсы булараҡ приздар яулай[3].

АҠШ йыйылма командаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1981 йылдан алып спортсы АҠШ-тың волейбол буйынса йыйылма командаһында уйнай. 1984 йылда Төньяҡ Америка командаһындағы иң йәш спортсы булыуға ҡарамаҫтан, Лос-Анджелеста үткән олимпия турнирының барлыҡ матчтарында ла ҡатнаша һәм Олимпия уйындарында беренсе алтын миҙалын яулай.

1985 йылда АҠШ-тың йыйылма командаһы капитаны итеп һайлана һәм Донъя кубогын яулай.

1986 һәм 1988 йылдарҙа Халыҡ-ара волейбол федерацияһы тарафынан иң шәп донъя волейболсыһы тип атала — 1986 йылда уның командаһы СССР йыйылма командаһы тарафынан Мәскәүҙә үткән изге ихтыярлы уйындарҙың иҫ китмәле финалында еңелә. Аҙаҡ ике айҙан һуң Парижда үткән донъя чемпионатында реванш ала; 1988 йылда американдар яңынан Сеулда үткән Олимпия уйындарының чемпионы була, Карч Кирай Сеул турнирының иң яҡшы волейболсыһы тип атала.

Италия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сеулдағы уйындарҙан һуң Кирай АҠШ йыйылма командаһында уйнауҙан туҡтай һәм Стив Тиммонс менән икәүләшеп Италияның «Равенна» командаһы менән контракт төҙөй.

Апеннинда үткәргән ике йыл эсендә улар Италия Кубогының скудеттоһын, Чемпиондар кубогын, Донъя клубы чемпионатын, Европаның Суперкубогын[4] ота. 1992 йылда Кирай пляж волейболында уйнау маҡсатында АҠШ-ҡа кире ҡайта.

Пляж волейболы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөнәри волейболсылар ассоциацияһында (AVP) һәм FIVB турнирҙарында Кирай рекордлы оҙаҡ — 2007 йылға тиклем — уйнай.

1988 йылда, Пэт Пауэрс менән бер парҙа, Рио-де-Жанейрола үткән рәсми булмаған чемпионатта еңеүсе була. Барлығы 148 турнирҙа, шуларҙың 116-һында — Кент Стеффес менән бер парҙа уйнай.

1991 йылда был дуэт 6 тапҡыр еңеүсе була, ә бер йылдан һуң, Кирай, классик волейбол менән уйнауҙан туҡтап, тулыһынса пляж волейболына күскәс, — 16 тапҡыр 13 турнирҙа бер кемдән дә еңелмәй.

1993 йылда Кирай менән Стеффес 18 тапҡыр еңеүсе була, бының менән улар үҙ рекордтары һанын арттыра.

Киләһе сезондарҙа ла американдар, бер кемгә лә беренселекте бирмәй, еңеп сыға. Ә уларҙың төп уңышы булып 1996 йылда Атлантала үткән Олимпия уйындарында пляж волейболы буйынса тәүге тапҡыр ойошторолған олимпия турнирында еңеүе тора.

Шулай итеп, Карч Кирай Олимпия уйындарында классик волейболда һәм пляж волейболында ла еңгән беренсе спортсы була.

1998 йылда Кирай яңы партнёры Эдам Джонсон менән Нью-Йоркта үткәрелгән Ирекле ихтыярлы уйындарҙа көмөш призёр була. Бында ул алтынсы тапҡыр (быға тиклем 1990 һәм 1992—1995 йылдарҙа) AVP-ның иң ҡиммәтле, дәрәжәле спортсыһы тип табыла.

Был сезонда уның дуэты иҫәбендә 6 тапҡыр еңеү була, Кирай титулдары иҫәбе буйынса икенсе америка спортсыһы — Синджин Смитты үтеп китә (уның менән Кирай ҡасандыр AVP-ла уйнай башлаған һәм 1984 йылда үҙенең беренсе тапҡыр еңеүсе титулын яулаған була).

1999 йылда Карч Кирай «Человек песка» тигән үҙенең автобиографик китабын баҫтырып сығара (ингл. The Sand Man). 2000 йылда ул Халыҡ-ара волейбол федерацияһы тарафы XX быуаттың иң яҡшы волейболсыһы тип таныла.

Йәшенә һәм ярыштарҙа алған имгәнеүҙәренә ҡарамаҫтан, ул ХХI быуаттың башында ла пляж волейболында уйнауын дауам итә.

2004 йылда Лас-Вегастағы турнирҙа (Майк Ламберт менән дуэтта) еңгәндән һуң, Кирайҙың пляж волейболында еңгән өсөн алған приз аҡсаһының суммаһы $3 млн.тәшкил итә.

2005 йылда ул Хантингтон-Бичта үҙенең һуңғы турнирында еңеп сыға, ә 2007 йылда, 46 йәшендә, волейболда уйнау карьераһын тамамлай.

Тренерлыҡ карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылдан һуң Карч Кирай Калифорнияның өлкән балалар мәктәбенең береһендә юниорҙар командаһында тренер булып, ESPN һәм NBC телеканалдарында пляж волейболы комментаторы булып эшләй.

2009 йылдан алып АҠШ волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһының тренерҙар советында Хью Маккатчендың ассистенты[5] булып эшләй.

2012 йылдың сентябренән алып — АҠШ ҡатын-ҡыҙҙар волейбол командаһының баш тренеры[6]. 2014 йылда ул етәкләгән америка волейболсылар командаһы Италияла үткән донъя чемпионатында еңеүгә өлгәшә.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Волкейболда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Олимпия чемпионы (1984, 1988).
  • Донъя чемпионы (1986).
  • NORCECA чемпионы(1983, 1985), көмөш призёр (1981).
  • Донъя кубогын яулаусы (1985).
  • Ирекле хитыярлы уйындар призёры (1986).
  • Панамерика уйындары чемпионы (1987).
  • NCAA чемпионы(1979, 1981, 1982), көмөш призёр (1980).
  • Италия чемпионы (1990/91).
  • Италия кубогын яулаусы (1990/91).
  • Донъя клуб чемпионаты еңеүсеһе (1991).
  • Европа чемпионаты кубогын яулаусы (1991/92).
  • Европа Суперкубогының еңеүсеһе(1991).
  • MVP Донъя кубогы (1985), олимпия турниры еңеүсеһе (1988), донъя клуб чемпионаты еңеүсеһе (1991).
  • Донъяның иң яҡшы волейболсыһы (1986, 1988).

Пляж волейболында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Олимпия чемпионы (1996) һәм 147 халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе
  • AVP-ның шәхсән приздарын яулаусы:
    • иң ҡиммәтле уйынсы(1990, 1992, 1993, 1994, 1995, 1998),
    • йыл спортсыһы (1995, 1997, 1998),
    • йылды кире ҡайтарыу (1997),
    • иң яҡшы һаҡлаусы (2002),
    • иң яҡшы һөжүм яһаусы (1990, 1993, 1994).

Тренер карьераһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АҠШ ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһының баш тренеры булараҡ:

  • Донъя чемпионы (2014).
  • Донъя кубогының (2015) бронза призеры}.
  • Бөтә донъя кубогы чемпионы(2013).
  • Гран-при еңеүсеһе (2015), Гран-при көмөш призеры(2016).
  • NORCECA чемпионы (2013, 2015).
  • Панамерика Кубогын яулаусы (2013).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Karch Kiraly // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. Кирай и Торрес признаны лучшими волейболистами XX века. «Спорт-Экспресс» (13 декабрь 2000). Дата обращения: 28 ғинуар 2011. Архивировано 12 июль 2012 года.
  3. История команды UCLA Bruins. 1980-е годы (ингл.). Uclabruins.com. Дата обращения: 28 ғинуар 2011. Архивировано 12 июль 2012 года. 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.
  4. Профиль на сайте итальянской лиги (итал.). Legavolley.it. Дата обращения: 28 ғинуар 2011. Архивировано 12 июль 2012 года.
  5. Легендарный Кирай поможет Маккатчену. Волей Сервис (18 апрель 2009). Дата обращения: 28 ғинуар 2011. Архивировано 12 июль 2012 года.
  6. Karch Kiraly Named U.S. Women’s National Volleyball Team Head Coach (ингл.). USA Volleyball (11 сентябрь 2012). Дата обращения: 4 октябрь 2012. Архивировано 26 октябрь 2012 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Человек-волейбол // Время волейбола. — 2007. — № 3. — С. 76—77.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]