Эстәлеккә күсергә

Кейекбирҙин Абдулла Ғәлләм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кейекбирҙин Абдулла Ғәлләм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1914
Тыуған урыны Йылым, Ишбирҙе ауыл советы, Баймаҡ районы, СССР
Дата исчезновения человека май 1944
Һөнәр төрө артиллерист
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Кейекбирҙин Абдулла Ғәлләм улы (рус. Каикбердин Абдулла Галлямович) (1914 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, артиллерист[1].

Абдулла Ғәлләм улы Кейекбирҙин 1914 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Йылым ауылында тыуған[1]. 1941 йылдың 8 декабрендә БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында (1944 йылдың 14 февраленән 16 гвардия кавалерия дивизияһы) артиллерист булып хеҙмәт итә[1]. Рәсми сығанаҡтар буйынса, 1944 йылдың май айында хәбәрһеҙ юғала[1], артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Уның бер туған ҡустыһы Кейекбирҙин Зәйнулла Ғәлләм улы ошо уҡ дивизияла 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны составында һуғышта ҡатнаша һәм тыуған яғына иҫән ҡайта.

Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы (2010), республика һәм район матбуғатында публикациялар авторы, крайҙы өйрәнеүсе Баймаҡ уҙаманы Ғәле Фәхретдиновтың (Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған хеҙмәте нәшриәткә тапшырылған) мәғлүмәттәренән: Кейекбирҙин Абдулла колхоз төҙөүҙә актив ҡатнаша, районда еңелмәҫ көрәшсе булып таныла, ете бала атаһы, ҡатыны — Мөслимә Заһитулла ҡыҙы. Хәҙерге көндә Йылым ауылында уның 1938 йылғы улы Әхмәҙулла йәшәй. Документтар буйынса, Кейекбирҙин Абдулла 1944 йылдың майында хәбәрһеҙ юғала, әммә уның яуҙашы һәм ауылдашы Ярҡынбаев Ғәлимйән Язар улы, батыр яугир Сталинград алышында (йәғни, 1942 йылдың 17 июленән 1943 йылдың 2 февраленә тиклем арала) дошман самолеттары һөжүм иткән саҡта һәләк булды, тип шаһитлыҡ ҡыла, Абдулла Ғәлләметдин улы ғаиләһенә һәм шәхсән улы Әхмәҙуллаға был хаҡта һөйләп ҡалдырған.

Кейекбирҙин Абдулла Ғәлләм улы исеме Башҡортостанда баҫылып сыҡҡан күп томлыҡ «Хәтер» китабына[3] индерелгән.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 КАИКБЕРДИН Абдулла Галлямович. Шаймуратовцы
  2. Донесения о потерях
  3. Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. Баймакский район/ / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др.. — Уфа: Китап, 1994. — ISBN 5-295-00958-0.