Эстәлеккә күсергә

Кейекбирҙин Зәйнулла Ғәлләм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кейекбирҙин Зәйнулла Ғәлләм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 5 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Йылым, Ишбирҙе ауыл советы, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 23 февраль 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Йылым, Ишбирҙе ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Кейекбирҙин Зәйнулла Ғәлләм улы (рус. Каикбердин Зайнулла Галлямович) (5 ғинуар 1925 йыл — 23 февраль 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны яугиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры[1].

Зәйнулла Ғәлләм улы Кейекбирҙин 1925 йылдың 5 ғинуарында Башҡортостандың Баймаҡ районы Йылым ауылында тыуған[1]. 1943 йылда 18-йәшлек Зәйнулла Кейекбирҙин БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы 2-се эскадронында, 1945 йылдан Әзербайжан ССР-ындағы Нахичевань ҡалаһында хеҙмәт итә[1].

Яу яланында ятып ҡалған һәм иҫән ҡайтҡан Баймаҡ яугирҙары тураһында төплө мәғлүмәттәр йыйған, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғәле Фәхретдинов (Бөйөк Еңеүгә арналған китабы нәшер итеүгә әҙерләнә) бәйән итеүенсә, Зәйнулла Ғәлләметдин улы һуғыш ваҡытында Таһир Күсимов полкының Бәҙри Мәмбәтҡолов эскадронында хеҙмәт итә. Еңеү көнөн Польшаның баш ҡалаһы Варшавала ҡаршылай. 1945 йылда тыуған яҡтарына ҡайта[2]. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ишбирҙе урман хужалығында (Баймаҡ районы) эшләй[1].

1995 йылдың 23 апрелендә вафат була, тыуған ауылы Йылымда ерләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[1]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы