Кесе Наҡаҫ (һырт)
Кесе Наҡаҫ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Кесе Наҡаҫ — төньяҡта Башҡортостандың Күгәрсен районынан көньяҡта Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районына тиклем һуҙылып киткән тау һырты.
Башҡортостандың Күгәрсен районы Аҙнағол ауылы янынан Ырымбур өлкәһе Ташлы ауылына тиклем субмеридиональ һуҙылған. Оҙонлоғо 28 км, Башҡортостандағы һырты- 13 км, киңлеге 6—7 км, иң бейек түбәһе- 667,6 м (Ырымбур өлкәһендәге Наҡаҫ тауы).
Һырттың түбәһе плато рәүешендә, һырлы-һырлы битләүҙәрендә үҙәндәр күп. Тау тоҡомо ҡомташ, алевролиттар, балсыҡ,түбәнге триас конгломераттарынан тора.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Наҡаҫ — Һайылмыш һәм Оло Эйек йылғалары араһында ятҡан бик бейек булмаған тау һырты.
Академик А. Чибилёв «Природное наследие Оренбургской области» китабында Наҡаҫты- төп һыу айырғыс тип атай. Уның тирә-яғынан Ағиҙел, Һайылмыш, Оло Эйек бассейны йылғалары башлана. Улар ошо һыртта тупланған ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙары иҫәбенә тулылана. Тау тоҡомдары һәм тау һыртындағы урмандар ошо йылға бассейндар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Һырттың итәгендә Наҡаҫ, Ташлы, Оло Юшатыр (Һаҡмар бассейны йылғаһы) ҡушылдыҡтары башлана. Өҫтөндә- киң япраҡлы имәнлек, йүкәлектәр, уҫаҡ, саған, ҡарама һәм ҡайын ҡатнаш урмандар, болонло дала һәм һөрөнтө ерҙәр. Тупрағы- һоро урман тупрағы һәм урыны менән ҡара тупраҡ.
Атамаһының килеп сығышы: кесе — бәләкәй, малый, наҡа(ы)ҫ — ҡыҫҡа ғына, куцый, короткий, тауға ҡарата- бик бейек түгел мәғәнәһендә ҡулланылыуы мөмкин.
Урмандарҙы һөтимәрҙәрҙең 46 төрө төйәк иткән. Бында йылға ҡамаһы, бурһыҡ, ҡыр сусҡаһы, ҡоралай (илек), мышы, хатта айыу ҙа бар. Һырта ҡоштарҙың 51 төрө бар, ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, бөркөт, көсөгән (орел-могильник), аҡ ағуна «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән. Тау итәгендәге таҙа һыулы йылғаларҙа бағыр, бәрҙе, йомро сабаҡ, ташбаш, әллә нисә төрлө ваҡ йылға балығы төйәкләй.