Кирәев Арыҫланбәк Иҙиәт улы
Кирәев Арыҫланбәк Иҙиәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 26 сентябрь 1908 |
Тыуған урыны | Түбәнге Тирмә, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 14 июнь 1952 (43 йәш) |
Вафат булған урыны | Шишмә, Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Арыҫлан (Арҫланбәк) Иҙиәт улы Кирәев (26 сентябрь 1908 йыл — 14 июнь 1952 йыл) — СССР ауыл хужалығы алдынғыһы, Шишмә МТС-ы комбайнсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыҫланбәк Иҙиәт улы Кирәев 1908 йылдың 26 сентябрендә Түбәнге Тирмә (хәҙерге Шишмә районы, Башҡортостан) ауылында тыуа.
1920 йылдан алып Өфө заводтарында эшләй, 1933 йылдан — комбайнсы ярҙамсыһы, 1934 йылдан — Шишмә машина-трактор станцияһы комбайнсыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Һуғыштан һуң юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшә: 1950 йылда «Сталинец-1» комбайнында 35 көндә һуғылған иген 8441 центнер тәшкил итә, күп йыллыҡ үлән орлоҡтары — 66 центнер.
СССР Юғары Советы Президиумының 1951 йылдың 20 июнендәге указы менән 1950 йылда иген культуралары, үлән орлоҡтарын урып-һуғыуҙа юғары күрһәткестәргә ирешкән өсөн Арыҫланбәк Иҙиәт улы Кирәевҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.
1952 йылдың 10 июнендә сираттағы юғары производство күрһәткестәре өсөн икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә.
1952 йылдың 14 июнендә Шишмә ҡасабаһында вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (20.06.1951)
- ике Ленин ордены (20.06.1951; 10.06.1952)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шишмә ҡасабаһы урамдарының береһе Кирәев исеме менән аталған[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия 2020 йыл 22 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кирәев Арыҫланбәк Иҙиәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.