Эстәлеккә күсергә

Ковалёв Иван Платонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ковалёв Иван Платонович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Хеҙмәт итеүе СССР һәм Украина
Тыуған көнө 21 май 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Тарасовка, Жмеринка районы, Украина
Вафат булған көнө 20 июль 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Тарасовка, Жмеринка районы, Винница өлкәһе, Украина
Һөнәр төрө офицер
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден Богдана Хмельницкого II степени
 Ковалёв Иван Платонович Викимилектә

Ковалёв Иван Платонович (21 май 1921 йыл — 20 июль 2016 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Советтар Союзы Геройы (1944).

Иван Платонович Ковалёв Тарасовка ауылында (хәҙер — Украина Винница өлкәһе Жмеринка районы) тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Днепропетровск өлкәһендәге Никополь ҡалаһында Көньяҡ торба металлургия заводында токарь булып эшләй. 1940 йылдың октябрь айында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһынахәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1941 йылдың июненән — алып Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Шул уҡ йылдың октябрь айында Вязьма тирәһендә ҡаты яралана. Һауыҡҡандан һуң Ковалёв кесе лейтенанттар курсына ебәрелә, уны 1942 йылда тамамлай[1].

1943 йылдың мартынан гвардия лейтенанты Иван Ковалев Төньяҡ-Көнбайыш фронты гвардия айырым минёрҙар батальонының мина-шартлатыу взводына етәкселек итә. 10 мартта взвод Псков һәм Ленинград өлкәләрендә диверсия эшен алып барыу маҡсатында дошман тылына ебәрелә. Артабанғы ете ай эсендә взвод яугирҙары 16 дошман эшелонын шартлата, 17 күпер, 8 км-ҙан ашыу тимер юлын, километр ярым элемтә бәйләнешен, 2 танкты, 1 бронемашинаны, яҡынса 520 дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, 350 партизанды сапёр эшенә өйрәтә, дошман тураһында бер нисә мөһим мәғлүмәт таба. Ковалев үҙе шәхсән 4 эшелонды шартлата, 5 күперҙе, 6 автомашинаны юҡ итә[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 4 июнендәге Указына ярашлы «немец баҫҡынсылары менән көрәштә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы» өсөн гвардия лейтенанты Советтар Союзы Геройы юғары исеменә лайыҡ була.[1].

Һуғыш тамамланғандан һуң Ковалев Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1950 йылда ул Юғары инженер ғәскәрҙәре академик курстарын тамамлай. 1953 йылда полковник Ковалев запасҡа сыға. Тыуған ауылына ҡайтып, унда урындағы колхозда партия ойошмаһы секретары булып эшләй[1].

2008 йылдың 5 майында Президент Украина Президенты Указына ярашлы уға Украина Ҡораллы Көстәре генерал-майоры исеме бирелә[2].

  • Ковалёв хөрмәтенә балыҡ тотоу траулеры аталған[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.