Эстәлеккә күсергә

Кожин Иван Акимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кожин Иван Акимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1994
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание комиссар милиции[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө милиция[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы

Кожин Иван Акимович (1906 йыл1994 йыл) — Башҡорт АССР-ының Эске эштәр министры, совет хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре[1], милицияның 2-се ранг комиссары.

Иван Акимович Кожин хеҙмәт эшмәкәрлеген 1923 йылдан башлай. 1925—1926 йылдарҙа Рязань өлкәһе Сапожок ҡалаһының Кукуй һәм Фабрика биҫтәләрендә уҡыу өйө мөдире булып эшләй.1926 йылдан 1928 йылға тиклем Рязань өлкәһенең Борец һәм Сараево улустарының ВЛКСМ комитеттары секретары була. 1927 йылдан ВКП(б) ағзаһы, юғары сәйәси белем менән — 1940 йылда В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамлай

1928 йылдың сентябрендә Мәскәү өлкәһе Бронницы ҡалаһының 108-се артиллерия полкына хәрби хеҙмәткә саҡырыла, унда полк мәктәбен тамамлай, ә һуңынан ВЛКСМ полк бюроһының ирекле секретары итеп һайлана. 1931 йылдан 1935 йылға тиклем Кострома ҡалаһының 49-сы уҡсылар дивизияһында артиллерия дивизионы политругы һәм дивизияның сәйәси бүлеге инструкторы вазифаларын башҡара. 1935 йылдың майында Балтик флоттың «Щ-321» һыу аҫты кәмәһенең комиссары итеп тәғәйенләнә, унда 1937 йылдың авгусына тиклем хеҙмәт итә. Ҡыҙыл Армияла хәрби хеҙмәттән һуң ВКП(б) Үҙәк Комитеты аппаратында эшләй. 1937 йылда В.И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияның тыңлаусыһы була, унан 1938 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты етәкселек партия органдары бүлегенең инструкторы булып эшләй. 1939 йылда НКВД органдарына етәкселек итеүсе сәйәси эшенә ебәрелә һәм Мәскәү Кремле коменданты идаралығының сәйәси бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә, ә 1940 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағына кире ҡайтарыла, унда 1941 йылға тиклем Кадрҙар идаралығының инструкторы була.

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында Кожин колумбарийының плитаһы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәү ҡала милицияһы идараһының сәйәси бүлеген етәкләй. 1944 йылда милиция идараһы башлығы вазифаһына тәғәйенләнә, шулай уҡ Ярославль өлкәһе НКВД идараһы башлығы урынбаҫары, унда 1947 йылға тиклем эшләй. 1947 йылдан СССР Эске эштәр министрлығының Баш милиция идараһы башлығы урынбаҫары итеп билдәләнә. 1952 йылда СССР Дәүләт именлеге министрлығы (Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты) милицияһының юғары мәктәбен тамамлай. 1952 йылдан 1954 йылға тиклем Башҡорт АССР-ының Дәүләт именлегенең халыҡ комиссариаты — Дәүләт именлеге министрлығы начальнигы урынбаҫары. 1953 йылда КПСС-тың Өфө ҡала комитеты ағзаһы һәм КПСС-тың ҡала комитеты бюроһы ағзаһы итеп һайлана, коллектив һәм халыҡ араһында сәйәси докладтар менән әүҙем сығыш яһай. 1954 йылдың 22 мартынан 1962 йылдың 29 ғинуарына тиклем БАССР Эске эштәр министрлығының министры. 1962 йылдан 1965 йылға тиклем РСФСР ЭЭМ милицияһының Ғилми-тикшеренеү институты начальнигы. Дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты.

1965дан хаҡлы ялда була. 1994 йылда Мәскәүҙә вафат була, Новодевичье зыяратында ерләнә.

  • Полк комиссары — 1939;
  • Милиция майоры — 21.08.1942;
  • Милицияның 3-сө ранг комиссары — 15.05.1945;
  • Милицияның 2-се ранг комиссары — 05.04.1957.
  • Некрасов В. Ф., Энциклопедия МВД.