Колесова Елена Фёдоровна
Колесова Елена Фёдоровна | |
рус. Колесова Елена Федоровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1 август 1920 |
Тыуған урыны | Колесово[d], Ярославский уезд[d], Ярославль губернаһы[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 11 сентябрь 1942 (22 йәш) |
Вафат булған урыны | Выдрица[d], Ухвальский сельсовет[d], Крупский район[d], Минская область[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Үлем сәбәбе | яуҙа һәләк була[d] |
Ерләнгән урыны | Крупки[d] |
Һөнәр төрө | Һалдат |
Хәрби звание | кесе сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | Советские партизаны в Великой Отечественной войне[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Колесова Елена Фёдоровна Викимилектә |
Колесова Елена Фёдоровна (1 август 1920 йыл — 11 сентябрь 1942 йыл) — разведчик, махсус тәғәйенләнешле диверсия төркөмө командиры, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елена Фёдоровна Ко́лесова 1920 йылдың 1 авгусында хәҙерге Ярославль өлкәһе Ярославский районы Колесово ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1922 йылда атаһы вафат була, әсәһе менән йәшәй. Ғаиләләрендә тағы апаһы Галина, ағаһы Александр була.
8 йәшенән Мәскәүҙә инәйе һәм уның ире Савушкиндар менән йәшәй (Остоженка урамы, 7). Фрунзе районындағы 52-се мәктәптә (2-се Обыденский тыҡрығы, 14) уҡый. 1936 йылда 7 класты тамамлай.
1939 йылда 2-се Мәскәү педагогия училищеһын (хәҙер Мәскәү ҡала педагогия университеты) тамамлай. Фрунзе районының 47-се мәктәбендә уҡытыусы (хәҙер 1521-се гимназия), аҙаҡ өлкән пионервожатый булып эшләй.
Һуғыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың октябренә тиклем оборона ҡоролмалары төҙөлөшөндә эшләй. Сандружинницалар курсын тамамлай. Ике тапҡыр фронтҡа эләгергә тырышыуы уңышһыҙ тамамлана, һәм 1941 йылдың октябрендә Көнбайыш фронты штабы разведбүлегенең махсус вәкиле майор Артур Карлович Спрогис (1904—1980) төркөмөнә (рәсми исеме — хәрби часть № 9903) ҡабул ителә. Ҡыҫҡа мөҙҙәтле әҙерлек үтә.
1941 йылдың 28 октябрендә дошман тылына беренсе тапҡыр Тучково, Дорохово станциялары һәм һәм Мәскәү өлкәһенең Руз районы Иҫке Руза ауылдары районында юлдарға мина ҡуйыу, элемтәне өҙөү һәм разведка алып барыу маҡсаты менән ебәрелә. Уңышһыҙлыҡҡа ҡарамаҫтан (ике көн әсирлектә тотола) ҡайһы бер мәғлүмәттәр йыя ала.
Тиҙҙән икенсе задание бирелә: Колесова етәкселегендә 9 кешенән торған төркөм Акулово — Карабузино районында 18 тәүлек дауамында разведка алып бара һәм юлдарға миналар ҡуя.
1942 йылдың ғинуарында Калуга өлкәһе (Сухиничи ҡалаһы районы) Көнбайыш фронт штабы разведбүлегенең 1-се йыйылма отряды, унда Колесова ла була, дошман десанты менән күҙгә күҙ осраша һәм тиңһеҙ алыша. Төркөм составында: Елена Фёдоровна Колесова, Антонина Ивановна Лапина (1920 йылда тыуған, 1942 йылдың майында әсирлеккә эләгеп, Германияға ҡыуыла, әсирлектән ҡайтҡас Гусь-Хрустальный ҡалаһында йәшәй) — төркөм командиры урынбаҫары, Мария Ивановна Лаврентьева (1922 йылда тыуған, 1942 йылдың майында әсирлеккә эләгеп, Германияға ҡыуыла, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ), Тамара Ивановна Махонько (1924—1942), Зоя Павловна Суворова (1916—1942), Суворов Нина Павловна (1923—1942), Зинаида Дмитриевна Морозова (1921—1942), Надежда Александровна Белова (1917—1942), Нина Иосифовна Шинкаренко (1920-). Төркөм бурысын үтәй һәм 10-сы армия частары яҡынайғанға саҡлы дошманды тотҡарлай ала. Был алышта ҡатнашыусылар барыһы ла бүләкләнә. 1942 йылдың 7 мартында Кремлдә СССР Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитеты ВЦИК Рәйесе М. И. Калинин Колесоваға Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшыра. 1942 йылдың мартында ул ВКП(б) сафына инә.
1942 йылдың 1 майға ҡаршы төндә Е. Ф. Колесова етәкселегендә 12 ҡыҙҙан торған диверсия-партизан төркөмө парашюттарҙан Минск өлкәһе Борисов районына ташлана: күп ҡыҙҙарҙың парашют менән һикереү тәжрибәһе булмай — өсәүһе ергә төшкәндә үк һәләк була, береһенең умыртҡа һөйәге һына. 5 майҙа ике ҡыҙ тотола һәм гестапоға эләгә. Майҙың тәүге көндәрендә төркөм хәрби хәрәкәттәрен башлай. Партизандар күперҙәрҙе, гитлерсылар һәм хәрби техника тейәлгән хәрби поездарҙы шартлата, полицейский участкаларға һөжүм итә, боҫҡон һөжүм засада ойоштора, һатлыҡтарҙы юҡ итә. "Атаман-Лёлька десантница"ны («оҙон буйлы, ҙур кәүҙәле, 25 йәштә, Ҡыҙыл Байраҡ орденлы») тотоп биргән өсөн 30 мең рейхсмарка, һыйыр һәм 2 литр араҡы вәғәҙә итә фашистар. Тиҙҙән отрядҡа урындағы 10 комсомолец инә. Немецтар диверсия-партизан лагерыныңҡайҙа урынлашҡанын белә һәм төркөмдө ҡамауҙа тота. Партизан эшмәкәрлеге ныҡ ҡатмарлаша булған, һәм Елена Колесова төркөмдө урман төпкөлөнә алып китә. 1942 йылдың 1 майынан 11 сентябренә тиклем төркөм күпер, 4 дошман поезын, 3 автомашина юҡ итә, 6 дошман гарнизонын ҡыйрата. Йәйге көндә, һаҡсының күҙ алдында, техника тейәлгән дошман поезын шартлата.
1942 йылдың 11 сентябренән партизандар отрядтары төркөмө Выдрица ауылында бик яҡшы нығытылған немец гарнизонын юҡ итеү операцияһын башлай. Был операцияла Колесова төркөмө лә әүҙем ҡатнаша. Операция уңышлы үтә, әммә Елена алышта үлемесле яралана.
Тәүҙә уны Минск өлкәһе Крупская районының Миговщина ауылында ерләйҙәр. 1954 йылда уның мәйетен хәрби дуҫтары ятҡан Крупки ҡалаһындағы туғандаш ҡәберлеккә күсереп ерләйҙәр. Ҡәберендә һәйкәл ҡуйылған.
Наградалары һәм хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 21 ноябре указы менән «дошман тылында хәрби заданиелар үтәгәндә күрһәткән героик батырлығы өсөн» Колесова Елена Фёдоровнаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
- Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә.
- Крупки ҡалаһы 2-се урта мәктәбе эргәһендә (авторы-В. И. Палейчук) һәм Ярославль районы Мордвиново ауылында Е. Ф. Колесова һәйкәлдәре ҡуйылған.
- Үлемесле яраланған һәм беренсе ҡәбере урынында (элекке Миговщина ауыл янында) иҫтәлекле билдәләр ҡуйылған.
- 2-се педагогия училищеһы бинаһында (хәҙер Мәскәү ҡала педагогия институты МГПУ) (2-се Сельскохозяйственный проезы, 4) һәм № 47-се мәктәп (1-се Неопалимовский тыҡрығы, 10), Мәскәүҙә, ВЛКСМ-дың Мәскәү ҡала комитеты МГК (Колпачный тыҡрығы, 5) бинаһында, Мәскәү энергетика институты бинаһында (Красноказарменный урамы, 14) — мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
- Крупки ҡалаһында урынлашҡан 2-се мәктәп, Волгоградта, Мәскәүҙә, Ярославлдә, Крупкиҙа һәм Минск өлкәһе Борисов районы Зоричи ауылындағы урамдары уның исемен йөрөтә .
- Мәскәү тимер юлынд<u>а</u> Ярославль йүнәлешендә йөрөүсе[1] ҡала яны электропоезды Е. Ф. Колесова исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ижад өлгөләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колесова Е. Ф. Письма к родным // Сражалась за Родину. — М., 1964.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колесова Елена Фёдоровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 698. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Фролов Г. «Девичий фланг» // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
- Гусев А. Год за годом… Из пионерской летописи. — М., 1961.
- Люди легенд. — Вып. 1. — М., 1965.
- Нехай Р. Алёшка-Атаман. Сорочий лес. — Минск, 1968.
- Герои огненных лет (Очерки о москвичах — Героях Советского Союза). — М., 1975.
- Пороженко Г. Б., Пороженко Л. Т. Их в разведку водила Лёля: о Герое Советского Союза Е. Ф. Колесовой. — М.: Политиздат, 1986. — 112 с. — (Герои Советской Родины)
- Горбачёв А. Н. Колесова Елена Фёдоровна: Все письма к родным. — М., 1998.
- Горбачёв А. Н. Герой Советского Союза Колесова Елена Фёдоровна. — М., 2004.
- Горбачёв А. Н. Мои встречи с Леной Колесовой: воспоминания партизан. — М., 2005.
- Горбачёв А. Н. Колесова Елена Фёдоровна: Библиография. — М., 2007.
- Горбачёв А. Н. Герой Советского Союза Елена Фёдоровна Колесова // Шпаргалка (газета лицея № 1581). — 2009. — № 33. — С. 3-4 (редкие документы публикуются впервые из архива автора статьи).
- Олег Владимиров. До последнего патрона уничтожала немцев. Разведгруппа Лены Колесовой // Родина. — 2012. — № 10. — С. 65-67.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фролов Г. Н. «Девичий фланг» // Героини. Вып. I. (Очерки о женщинах — Героях Советского Союза). — М., Политиздат, 1969.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колесова Елена Фёдоровна . «Герои страны» сайты.
- Фотографии из книги Фролова Г. Н. «Москвички-партизанки — герои Отечества».
- Письма к родным. Елена Колесова. Региональная общественная организация «Женщины и информация».
- Колесова Елена Фёдоровна фильм из цикла «Герои Победы».
- Биографии командиров разведывательно-диверсионных групп, военных разведчиков — Героев Советского Союза.
- 1 августа тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 11 сентябрҙә вафат булғандар
- 1942 йылда вафат булғандар
- Минск өлкәһендә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы партизандары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр