Эстәлеккә күсергә

Колпаков Иван Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Колпаков Иван Тимофеевич (08.03.1923- 13.07.2005)- педагог, Липецк өлкәһе Тербуны районы Икенсе Тербуны ауылы мәктәбе директоры (1963-1983),тарих уҡытыусыһы, Икенсе Тербуны мәктәбендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейын ойоштороусы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969).

1924 йылда Икенсе Тербуны ауылында тыуған.

1941 йылда Икенсе Тербуны мәктәбен тамамлай. 1941 йылдың 23 июнендә сығарылыш кисәһенән һуң фронтҡа китә.

1942-1943 йылдарҙа Сталинград өсөн барған дәһшәтле алышта, 1945 йылдың яҙында фашист Германияһының баш ҡалаһы Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Армиянан 1946 йылда ғына ҡайта. Һуғыштан һуң Воронеж дәүләт педагогия институтын тамамлай, туған мәктәбенә тарих уҡытыусыһы булып ҡайта.

1963-1983 йылдарҙа Икенсе Тербуны ауылы мәктәбе директоры, тарих уҡытыусыһы.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейын ойоштора.

Тербунылағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, 1942 йылда, Брянск өлкәһе (хәҙерге Липецк өлкәһе) Тербуны ауылы янында фронт һыҙығы үтә. 1942 йылдың 10 июль-9 октябрендә Косинка-Тербуны оборона линияһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре һуғыша. Уларҙың ҡаһарманлығы тураһында яҙыусы Константин Симонов яҙа.

1942 йылдың октябрь аҙағынан башҡорт яугирҙәре Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша (Көньяҡ-Көнбайыш фронт). Тербуны ауылы янында барған алыштарҙа һуғыш осоронда бер нисә ғәскәри часть дошманға ҡаршы һуғыша. Урындағы халыҡ бары тик башҡорт яугирҙәрен һағынып иҫкә ала. Халыҡ күңелендә һаҡланған хәтирәләрҙе Иван Тимофеевич Колпаков йыя башлай. Үҙ теләге менән 112-се БКД ветерандары менән бәйләнеш булдыра, улар менән хат алыша. Уҡытыусыларҙы, балаларҙы был дивизия тураһында материалдарҙы йыйыуға йәлеп итә.

Липецк өлкәһе Тербуны районының Икенсе Тербуны ауылы мәктәбенә Башҡортостандан бер нисә тапҡыр делегация килә. 1970 йылда Советтар Союзы Геройы Таһир Тайып улы Күсимов етәкселегендә делегация була. Ветерандар үҙҙәренең 1942 йылда һуғышҡан позицияларын барып ҡарай. Һуғыш ваҡытынан ҡалған траншея-блиндаж урындары яҡын тирәлә әле лә һаҡланып ҡалған.

20.02.2017 «1970-се йылдың майында Бөйөк Еңеүҙең 25-йыллығына элекке полк командиры Т. Т.Күсимов килде. Уҡыусылар менән бергә беҙ Т. Т.Күсимовтың Лобановка ауылы янында һуғышҡан урынына барҙыҡ. Уның блиндажы бер ҡалҡыуыраҡ урында, ҙур булмаған урман уман эсендә, Малые Озерки ауылы янында ине, түбәндә быуа ла бар ине. Ул ауыл юҡ ине инде, тик хужалары күсереп алып китә алмаған ҡаралтылар, һиртмәле ҡойолар ғына бында ҡасандыр кешеләр йәшәгәнде хәтергә төшөрөп тора ине. Беҙ уның һөйләгәнен бик ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. 1970 йылда Лобановка ауылы бар ине әле. Беҙҙең уҡыусылар һуғыш касафаттырын (һуғыш осоро ауырлыҡтарын) иҫләгән Лобановка ауылы кешеләре менән осрашырға тип туристик походҡа йөрөй торғайны.

1980 йылдың башында Башҡортостандан беҙҙең еребеҙ өсөн һуғышта йәнен биргән яугирҙәрҙе хөрмәтләп иҫкә алыр өсөн делегация килде. Улар яҡташтарының ҡәберҙәренә һалыу ниәте менән капсулала Башҡортостан тупрағын да алып килгәйне. Һуңынан был бәйләнеш оҙаҡ йылдарға өҙөлдө, бәлки перестройка (үҙгәртеп ҡороу осоро) менән бәйле булғандыр. Был ваҡытта беҙҙең мәктәп, шунан Тербуны мәктәбенән А. А. Голубев был тема буйынса эҙләнде. Тик барыһы ла өҙөк-өҙөк кенә, айырым-айырым ине. Беҙҙең райондағы 112-се БКД буйынса бөтә материалды тәртипкә килтереп, системаға һалып, Һеҙ бик һәйбәт иткәнһегеҙ. Хөрмәт менән Икенсе Тербуны ауылында йәшәүсе Л. Е. Климова/ Тербуны эҙәрмәне, 112-се БКД яугирҙәренең Икенсе Тербуны янындағы батырлыҡтарын мәңгеләштереүҙе хәстәрләүсе Замир Мөхтәр улы Вахитовҡа яҙған хаттан».

1942 йылдың 10 июлендә, Лобановка ауылын азат иткән саҡта, 294-се полк командиры майор Гәрәй Нафиҡов батырҙарса һәләк була. 1980 йылда командир Гәрәй Нафиҡовтың улы Миәкә районы делегацияһы составында Тербуныға килә, атаһының һәләк булған урынында була.

Мәғариф өлкәһендәге уңыштары өсөн «Халыҡ мәғарифы отличнигы» исеме бирелә.

1969 йылдан - РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. - Уфа: Китап, 1999. - 368 с.:ил.
  • Белов Г. А. Путь мужества и славы. — Уфа, 1985.
  • Бикмеев М. А. Национальные воинские формирования. Исторический создания и боевой путь Башкирской кавалерийской дивизии. — М.: Восточная литература, 2011. — Т. VI. — С. 24—36. — 374 с. — ISBN 978-5-02-036494-3.
  • Бикмеев М. Национальные воинские формирования башкирского народа периода Великой Отечественной войны 1941—1945 гг // Ватандаш. — 2010. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  • Гордость и слава 16-й кавдивизии. — Уфа, 1990.
  • Слава башкирских конников / Авт.-сост. Ф. Н. Вахитов, Н. И. Камалова. — Уфа: Китап, 2005. — 276 с. — ISBN 5-295-03573-5.
  • Хусаинова Г. Т. Башкирские кавалерийские дивизии. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 153. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  • 112-я Башкирская кавалерийская дивизия (СССР) — Википедия

https://ru.wikipedia.org/wiki/112-я_Башкирская_кавалерийская_дивизия_(СССР)

  • Музей 112-й (16-й гвардейской) Башкирской кавалерийской дивизии

www.museum.ru/M3250

  • 112-я Башкирская кавалерийская дивизия боевое... - YouTube
  • В Липецкой области открылся обелиск памяти 112-й Башкирской...

www.bashinform.ru › Новости Уфы

  • Боевой путь 112-й Башкирской кавалерийской дивизии вспомнили...

lipetsktime.ru/.../boevoy_put_112_y_bashkirskoy_kavaleriyskoy_divizii_vspomnili_.

  • Боевой путь 112-й Башкирской кавалерийской дивизии вспомнили...

https://news.sputnik.ru/.../a8c5550668d8654de6018a2f6da5476381099e0a(недоступная ссылка)

  • 112-я Башкирская кавалерийская дивизия на фронте. - Ok

https://ok.ru/ibashkort/topic/67042843913126(недоступная ссылка)

  • Липецк | 112-я Башкирская кавалерийская дивизия боевое...

lipeck.bezformata.ru/listnews/bashkirskaya-kavalerijskaya-diviziya/62539108/

  • В Липецкой области открылся обелиск памяти 112-й Башкирской...

Видео по запросу 112 ая башкирская кавалерийская дивизия в Липецкой области

  • ▶ 0:18

https://www.youtube.com/watch?v=cfRY4OQN75Y

  • В Башкирии объявлена акция по сбору средств на реставрацию...

https://gorod48.ru/news/439670/ 2017 йыл 14 сентябрь архивланған.