Кондратьев Михаил Леонидович
Кондратьев Михаил Леонидович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 28 декабрь 1905 (10 ғинуар 1906) |
Тыуған урыны | Пермь, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 18 сентябрь 1984 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | кино актёры, театр актёры |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кондратьев Михаил Леонидович (28 декабрь 1905 йыл — 18 сентябрь 1984 йыл) — СССР-ҙың театр һәм кино актеры. 1940—1943 йылдарҙа һәм 1947 йылдан Республика рус драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1945—1979 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 1970 йылдарҙа Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1955) халыҡ артисы. Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Леонидович Кондратьев 1905 йылдың 28 декабрендә (яңы стиль буйынса1906 йылдың 10 ғинуары) Пермдә тыуа.
1924 йылда Ҡазанда икенсе баҫҡыслы 4-се мәктәпте тамамлай. 1924—1926 йылдарҙа — Ҡазан сургуч-һабын заводы өйрәнсеге, һуңынан мастер ярҙамсыһы, 1925—1926 йылдарҙа Ҡазанда Главполитпросвет курсында уҡый.
1927 йылда Ҡазан Рус театры студияһын тамамлай.
Ҡазан, Тула, Смоленск, Түбәнге Новгород, Ульяновск, Ырымбур, Һамар театрҙарында эшләй.
1939 йылдан — Өфөнөң рус театры актеры, бер нисә йыл дауамында «Кремль куранттары» (1941, 1945, 1956), «Мылтыҡлы кеше» (1945); «Йәшенле йыл» (Каплер, 1957), «Йөрәктә уның исеме» (Волков-Кривуша, 1960), «Тере сәскәләр» (Погодин, 1961) спектаклдәрендә В. И. Ленин ролен башҡара.
Шулай уҡ В. Кондратьев кинола ла В. И. Ленин ролен уйнай («Вихри враждебные», «Они были первыми», «По путевке Ленина»).
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша — 1942—1943 йылдарҙа Бәләбәйҙә эшләгән В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академия тыңлаусылары алдында сығыш яһаусы бригада артисы.
1945—1979 йылдарҙа Башҡорт театр училищеһында уҡыта.
1960 йылдан Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы.
1984 йылдың 18 сентябрендә Өфөлә вафат була. Ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләнгән.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1953 — Вихри враждебные — В. И. Ленин
- 1956 — Они были первыми — В. И. Ленин
- 1958 — По путёвке Ленина — В. И. Ленин
- 1959 — В едином строю — В. И. Ленин
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955).
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1957).
- Октябрь Революцияһы ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почет Билдәһе» ордены[1]
- СССР миҙалдары.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 96 с. ISBN 5-295-02294-3.
Могила Кондратьева М. Л. Южное кладбище.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ КОНДРАТЬЕВ Михаил Леонидович(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 10 ғинуарҙа тыуғандар
- 1906 йылда тыуғандар
- Пермдә тыуғандар
- 18 сентябрҙә вафат булғандар
- 1984 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- КПСС ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр