Копылов Игорь Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Копылов Игорь Александрович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 28 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Вафат булған көнө 5 октябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Һөнәр төрө шахматсы, заочный шахматист
Шахматный титул гроссмейстер ИКЧФ[d], халыҡ-ара ИКЧФ мастеры[d] һәм шахмат буйынса СССР спорт мастеры[d]
Спорт төрө Шахмат

Игорь Александрович Копылов (28 февраль 1939 йыл5 октябрь 2002[1]) — СССР һәм Рәсәй шахматсыһы, СССР-ҙың спорт мастеры (1966), ИКЧФ гроссмейстеры (1988).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Игорь Александрович Копылов 1939 йылдың 28 февралендә Балахнала тыуа. Һөнәре буйынса журналист һәм фотохәбәрсе. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай (1962)[2]. Оҙаҡ йылдар Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең (УППО) «Приборостроитель» күп тиражлы гәзите мөхәррире була[1].

Шахмат менән В. М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайында тренер Л. К. Фроловта шөғөлләнә башлай.

Бер нисә тапҡыр РСФСР чемпионаттарында һәм СССР чемпионатының ярым финалында ҡатнаша.

Игорь Александрович Копылов хат аша уйындарҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә. СССР-ҙың 17-се чемпионатында еңеү яулай (1986—1988). СССР йыйылма командаһы составында донъя чемпионаты (ситтән тороп Олимпиада, 1987—1989) һәм Европаның команда чемпионаты еңеүсеһе (1986—1988). РСФСР-ҙың йыйылма командаһы составында 6-сы СССР команда чемпионатында еңеү яулай, ике тапҡыр СССР команда чемпионаты призеры, даими рәүештә үҙ таҡтаһында яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Хат буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша.

Спорт өлкәһендәге уңыштары өсөн 1994 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була.

Игорь Александрович Копылов 2002 йылдың 5 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Спорт һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Ҡала Ярыш + = Һөҙөмтә Урын
1968 Ереван СССР-ҙың команда беренселеге (2-се лига)
1970 Куйбышев РСФСР чемпионаты 17-нән ? [3]
Днепропетровск СССР кубогы
1972 Дондағы Ростов РСФСР-ҙың команда беренселеге
Калининград СССР-ҙың 40-сы чемпионатының ярымфиналы
1973 Омск РСФСР чемпионаты [4]
1993 Подольск Рәсәйҙең команда беренселеге
ХАТ АША ЯРЫШТАР
1975—1978 СССР-ҙың 5-се команда беренселеге (РСФСР йыйылма командаһы, 5-се таҡта) 12 мөмкинлектән 8½ Команда — 2-се урын,

таҡтаһында 1-се урын

1978—1981 СССР-ҙың 6-сы команда беренселеге (РСФСР йыйылма командаһы, 3-сө таҡта) 16 мөмкинлектән 12 Команда — чемпион,

таҡтаһында 1-се урын

1981—1983 СССР-ҙың 15-се чемпионаты 5 2 11 18 мөмкинлектән 10½ 6—7[5]
1983—1986 СССР-ҙың 16-сы чемпионаты 6 0 12 18 мөмкинлектән 12 4—5[6]
1984—1987 СССР-ҙың 8-се команда беренселеге (РСФСР йыйылма командаһы, 1-се таҡта) 16 мөмкинлектән 11½ Команда — 3-сө урын,

Таҡтаһында 1-се урын

1986—1988 СССР-ҙың 17-се чемпионаты 7 1 6 14 мөмкинлектән 10 1
1986—1988 Европаның 2-се команда чемпионаты (СССР йыйылма командаһы, 5-се таҡта) 9 мөмкинлектән 8 Команда — чемпион
1987—1995 Донъяның 10-сы команда чемпионаты (СССР йыйылма командаһы) Команда — чемпион
1989—1998 13-сө Донъя чемпионаты 16 мөмкинлектән 5½ 14—15[7]
1992—1996 М. И. Чигорин мемориалы 14 мөмкинлектән 10 1—2
1999—2004 16-сы Донъя чемпионаты 16 мөмкинлектән 8½ 8—9[8][9]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Копылов, Игорь Александрович — Буквица. bukvica.org. 14 ғинуар 2019 тикшерелгән.
  2. Копылов Игорь Александрович. wiki02.ru. 14 ғинуар 2019 тикшерелгән.
  3. Победил А. Е. Карпов.
  4. Победили В. С. Коренский и Я. Д. Русаков.
  5. Победил А. Х. Липириди.
  6. Победил Д. Ф. Бараш.
  7. Победил М. М. Уманский.
  8. Не закончил.
  9. Победил Т. Хамарат.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гродзенский С. Энциклопедия заочных шахмат. — М., 2018. — С. 180—181.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]