Эстәлеккә күсергә

Косарев Михаил Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косарев Михаил Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 август 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Ырғыҙлы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө Ҡурсаулыҡ, етәксе, ғалим
Эш урыны Шүлгәнташ ҡурсаулығы
Уҡыу йорто Волга буйы дәүләт технология университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Косарев Михаил Николаевич (8 август 1957 йыл) — «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы (2018), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты

Михаил Николаевич Косарев 1957 йылдың 8 авгусында БАССР-ҙың Йылайыр районы Тютюлени утарында тыуған. Өс йәшенән алып беҙҙең көндәргә тиклем Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында йәшәй. 1964−1972 йылдарҙа Ырғыҙлы урта мәктәбендә уҡый. М.Горький исемендәге Мари политехник институтының урман хужалығы факультетын тамамлай, 1979 йылдың июненән ноябренә тиклем Кананикольк урмансылығының Ырғыҙлы бүлексәһендә 5 ай лесничий, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы лесничийы ярҙамсыһы булып эшләй. 1979—1981 СССР Хәрби Көстәрененең Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөндә хеҙмәт итә.

Михаил Николаевич Косаревтың хеҙмәт юлы Шүлгәнташ ҡурсаулығына бәйле, 1979 йылдан алып эшләй: 05.1981 − 04.1982 Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы лесничийы ярҙамсыһы
04.1982 − 12.1982 Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡарыусы
12.1982 − 08.1984 Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр
08.1984 − 07.1986 Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалының ғилми бүлек мөдире вазифаһын башҡарыусы
07.1986 − «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы
08.1986 − 09.1993 «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары
09.1993 − «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы директоры вазифаһын башҡарыусы
1993 йылдың 23 сентябренән «Шүлгән-Таш» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы директоры[1].

2010 йылда М. Н. Косарев «Башҡорт Уралы» интеграцияланған биосфера ҡурсаулығы проектын башлап ебәрә, ул 2012 йылда ЮНЕСКО сессияһында уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул Биосфера резерватының Координация советы ағзаһы булып тора.

Михаил Николаевич Косарев ҡатыны Екатерина менән (Киров өлкәһенән, бергә уҡыйҙар) ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерә.

М. Н. Косарев башлыса Бөрйән солоҡ бал ҡортон өйрәнеүгә арналған 140 фәнни хеҙмәт авторы һәм авторҙашы булып тора. Был хеҙмәттәр Бөрйән бал ҡортоноң биологик һәм экологик үҙенсәлектәрен танып белеүҙең фундаменталь мәсьәләләренә лә, популяцияһын һаҡлап ҡалыу практикаһына ла ҙур өлөш индерә. 2000 йылда «Бөрйән солоҡ бал ҡорто генофондын һаҡлауҙың экологик һәм технологик аспекттары» темаһына диссертация яҡлай.

  • Бөрйән солоҡ бал ҡорто генофондын һаҡлауҙың экологик һәм технологик аспекттары[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы»[3][4]
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы»
  • Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[5]
  • [file:///C:/Users/Admin/Downloads/VESTNIK_2016_dekabr%20(1).pdf Вестник башкирского Урала. стр.5-7.]
  • Косарев Михаил Николаевич. Мысли о прошлом и будущем (первый опыт автобиографических изысканий). Художественно-документальное издание. Авторское издание.
  • Косарев Михаил Николаевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.