Эстәлеккә күсергә

Костарев Николай Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Николай Костарев
Файл:Nik Kostarev.jpg
Исеме:

Николай Сергеевич Костарев

Тыуған көнө:

10.10.1914

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Сочи

Вафат булған көнө:

21.1.1983

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

XX быуаттың СССР шағиры

Йүнәлеше:

шиғриәт, драматургия

Жанр:

басня, йыр

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Премиялары:

бер нисә урындағы һәм үҙәк конкурстарының лауреаты

Николай Сергеевич Костарев (10 октябрь, 1914, Сочи — 21 ғинуар 1983) — рус совет шағиры, драматургы.

1933 йылдан алып — Мәскәү план институтының инженер-экономика факультетының студенты. Институтты тамамлағас, Төньяҡ Кавказ тимер юлының Дондағы Ростов ҡалаһы идаралығында эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү һәм Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша, Көньяҡ фронтта була һәм һуғышты Берлин янында тамамлай. Инженер-майор. Хәрби наградалар менән бүләкләнгән.

Демобилизацияланғас, элекке эш урынына әйләнеп ҡайта. Бер аҙ ваҡыт партия эшендә була. 1959—1969 йылдарҙа — Ростов музыкаль комедия театры (ныне Ростов музыка театры) директоры, 1969—1970 йылдарҙа— Ростов өлкә филармонияһы етәксеһе булып эшләй.

Дебюты 1936 йылда була. Новочеркасскиҙың «Знамя коммуны» гәзитендә уның тәүге шиғыры баҫылып сыға. Артабан уның шиғырҙары һәм баснялары өлкә һәм үҙәк гәзит-журналдарында баҫылып тора.

СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966 йыл).

Николай Костарев — шиғырҙар, баснялар һәм пародиялар йыйынтыҡтар авторы. Ул балалар өсөн егерменән артыҡ китап яҙып сығара.

Йырҙар ижад итеүсе шағир. Композиторҙар В. Мурадели, Д. Покрасс, С. Заславский, Л. Лядова, Е. Птичкин, Г. Капанаков һәм башҡалар менән берлектә 50-нән артыҡ йыр яҙған.

Ул байтаҡ драма әҫәрҙәрен, шул иҫәптән «Украденное солнце» фантастик комедияһың, «О золотом коне и мече-саморубе» әкиәтен, «Схватка в лесу» пьесаһын - ижад иткән, улар барыһы ла илдең сәхнәләрендә ҡуйыла. Балалар өсөн В. Губарев менән берлектә яҙылған «Великий волшебник» музыкаль комедияһы (либреттоһы Н. Костаревтыҡы) Ростов музыкаль комедия театрында ҡуйыла һәм 1964 йылда Мәскәүҙең Дәүләт Кремль театры сәхнәһендә күрһәтелә.

Һайланған әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Книги басен и пародий
  • «Банкет с изюминой» (1976)
  • «Любовь без обмана» (1981)
Книги детских стихов
  • «Отгадай-ка

{0}[13]{/0}} (1936)

  • «Наша дорога»,
  • «Голубой экспресс»,
  • «Зеленый глазок»,
  • «Здравствуй, солнце

{0}[13]{/0}} (1936)

  • «Золотинки»,
  • «Страна Буквария»,
  • «Чудо-чудеса»,
  • «Почему я Почемучка»,
  • «Любопытными глазами»,
  • «Янтарики»,
  • «Волшебники труда» и др.