Крашенинников Фёдор Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Крашенинников Фёдор Павлович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (dark version).svg СССР
Тыуған көнө 27 ғинуар (8 февраль) 1898
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы
Вафат булған көнө 16 февраль 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Санкт-Петербург
Һөнәр төрө актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Крашенинников Фёдор Павлович (27 ғинуар (8 февраль) 1898 йыл — 16 февраль 1979 йыл) — театр актёры. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1937—1963 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы Республика Рус драма театры актёры һәм бер үк ваҡытта 1947 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949, 1955).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фёдор Павлович Крашенинников 1898 йылдың 27 ғинуарында (яңы стиль буйынса 8 февралендә) Өфө губернаһының Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы) Кувыков ауылында тыуған.

1926 йылда А. В. Луначарский исмендәге дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС) тамамлай. Артабан 1937 йылға тиклем Мәскәү һәм Ташкент ҡалаларындағы Ленсовет исемендәге театрҙарҙа эшләй.

19371963 йылдарҙа — Өфөләге Республика рус драма театрында эшләй.

1947 йылдан алып Башҡорт театр-художество училищеһында уҡыта.

Фёдор Крашенинников 1979 йылдың 16 февралендә Ленинград ҡалаһында вафат була.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мальволио («Двенадцатая ночь», У.Шекспир);
  • Вурм («Коварство и любовь», Ф.Шиллер);
  • Скалозуб («Горе от ума», А. С. Грибоедов);
  • Паратов («Бесприданница», А. Н. Островский);
  • Стива («Анна Каренина», Л. Н. Толстой романы буйынса);
  • Окаёмов («Машенька», А. Н. Афиногенов);
  • Забелин («Кремлёвские куранты», Н. Ф. Погодин);
  • Доктор («Всеми забытый», Н.Хиҡмәт) һ.б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949)
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1979)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, 1955)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]