Круглова Зинаида Михайловна
Круглова Зинаида Михайловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 26 октябрь 1923 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1995 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт аэрокосмос приборҙары эшләү дәүләт университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Круглова Зинаида Михайловна (26 октябрь 1923 йыл — 1995 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм партия органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1974—1975 йылдарҙа СССР-ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары. 1944 йылдан КПСС, 1976—1989 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты, 1966—1976 йылдарҙа КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Могилев өлкәһенән СССР Юғары Советы депутаты (1974—1989).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зинаида Михайловна Круглова 1923 йылдың 26 октябрендә Петроград ҡалаһында тыуған. Урыҫ.
1942—1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1951 йылда Ленинград авиация приборҙары эшләү институтын (хәҙер — ГУАП) тамамлай.
1951—1954 йылдарҙа — уҡытыусы эшендә була.
1954 йылдан — Ленинградта партия эшендә була, атап әйткәндә, КПСС-тың ҡалалағы Мәскәү район комитеты секретары һәм КПСС-тың Ленинград ҡалаһы Фрунзе район комитетының беренсе секретары (1960—1963).
1963 −1968 йылдарҙа — КПСС-тың Ленинград ҡала комитеты секретары.
1966—1976 йылдарҙа КПСС Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы була.
1968—1974 йылдарҙа — КПСС-тың Ленинград өлкә комитеты секретары.
1974—1975 йылдарҙа — СССР мәҙәниәт министры урынбаҫары.
1975—1987 йылдарҙа — СССР-ҙың сит илдәр менән дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәттәре Союзы президиумы рәйесе.
1976—1989 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы.
1987 йылдан хаҡлы ялда.
1995 йылда вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (06.05.1981)
- Октябрь Революцияһы ордены (09.09.1971)
- ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985, Оборона Министрлығының 179-сы приказы, 06.11.1985; Оборона Министрлығы 456-сы приказы, 31.08.1994)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (13.06.1966; 25.10.1983)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (25.10.1973)
- «Почёт Билдәһе» ордены (21.06.1957)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография на сайте Az-Libr
- Зенькович Н. А. Самые закрытые люди. От Ленина до Горбачёва: Энциклопедия биографий. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2002.
- Россотрудничество 2020 йыл 7 февраль архивланған.
- 26 октябрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- КПСС-тың XXVII съезы делегаттары
- КПСС-тың XXVI съезы делегаттары
- КПСС-тың XXV съезы делегаттары
- КПСС-тың XXIII съезы делегаттары
- КПСС-тың XXIV съезы делегаттары
- КПСС-тың XXII съезы делегаттары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр