Круглов Евгений Анастасович
Круглов Евгений Анастасович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 19 март 1958 (66 йәш) |
Тыуған урыны |
Ярославль өлкәһе, РСФСР, СССР Переславль-Залесский[d], Ярославль өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тарихсы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] |
Круглов Евгений Анастасович (19 март 1958 йыл, Переславль-Залесский, Ярославль өлкәһе) — СССР һәм Рәсәй тарихсы-боронғолоҡто өйрәнеүсе белгес, тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының сит ил тарихы кафедраһы доценты, Боронғо Греция тарихын һәм мәҙәниәтен, олимпия осорона тиклемге грек мифлогияһын тикшеренеүсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евгений Анастасович Круглов Ярославль өлкәһенең Переславль-Залесский ҡалаһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. 1975 йылда, урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Сит илдәр тарихы кафедраһы буйынса махсуслаша, унда уның уҡытыусылары Р. Е. Ляст һәм Пиленкова Татьяна Фёдоровна була[1].
1980 йылда Ленинград дәүләт университеты аспирантураһына уҡырға инә. 1984 йылда Ю.В. Андреев етәкселегендә «Греко-карийское государство в IV в. до н. э.» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының дөйөм тарих кафедраһында ассистенты булып эшләй башлай, тәүге дүрт йылда киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә уҡыта. 1989—2020 йылдарҙа археология, боронғо һәм урта быуат тарихы кафедраһы доценты була. 2000 йылдар башында фәнни эштәр буйынса декан урынбаҫары.[2].
1989—1991 йылдарҙа тарих факультеты студенттарының Керчь ҡалаһында үҙған археологик практика етәксеһе була.
Боронғо донъя тарихы, мәҙәниәт тарихы (Боронғо донъя), рим хоҡуғы курстарынан лекциялар уҡый[3].
1997 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем «Боронғо Евразия» түңәрәге етәксеһе.
«Ксимерома» грек йәмғиәте төбәк ойошмаһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — эллинизм дәүерендәге боронғо донъя, иртә Византия дәүере, боронғо Византия донъяһының һәм Көньяҡ Урал халыҡтарының мәҙәни бәйләнештәре, олимпия осорона тиклемге грек мифологияһы.
«Этнокультурные контакты античной Анатолии и Урало-Камского региона Евразии» (2005) монографияһында Анатолий-иртә Византия донъяһының боронғо ойкуменаһы Урал алды периферияһы менән бәйләнеш булдырыуының тарихи шарттары ҡарала, б.э. тиклем VII быуат — беҙҙең эраның VI быуатында төбәктәр этностарының мөнәсәбәттәре анализлана.
Ҡайһы бер баҫмалары Рәсәйҙәге һәм Көньяҡ Уралдағы грек диаспораһы тарихына арналған. Е.А.Круглов әҙерләгән «Наследники „греческого проекта“» мәҡәләләр йыйынтығы XVIII— XX быуат башында Ырымбур (Өфө) губернаһында булған гректарҙың яҙмышына, Рәсәйҙә боронғо мәҙәниәт рецепцияһына, төбәктә күпләп гректарҙың булыуына башланғыс һалған БАССР-ҙа ҡырым гректарының депортацияһына арналған.
Төп эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Греко-карийское государство VII—V вв. до н. э. // Античная гражданская община. Л., 1986. С. 48-59.
- Юго-западная Анатолия в протоэллинистический период (этнополитический аспект). Уфа: Изд-во БашГУ, 1998. 96 с.
- Очерки истории государства, религии и права Древнего Востока: Учеб. пособие. Уфа: Вост. ун-т, 1998. 76 с.
- Урал и антично-византийская цивилизация. Уфа: Изд-во БЭК, 1998. 34 с. (соавт. М. Ф. Обыденнов)
- Сокровища и клады Восточной России. Уфа: БЭК, 1998. 114 с. (соавт. М. Ф. Обыденнов)
- Очерки истории государства и права античной Греции: Учеб. пособие. Уфа: Вост. ун-т, 2000. 80 с.
- Греческие боги-огненосцы в Древнем Риме // Мнемон. Исследования и публикации по истории античного мира. Вып. 2. СПб., 2003. С. 205—226.
- Аристеева Гиперборея: «профанная» география или сакральный идеал? // Исседон (альманах по древней истории и культуре). Т. 2. Екатеринбург, 2003. С. 5-15.
- К вопросу о пребывании древних ариев на Южном Урале // Рукопожатие через Гималаи. Уфа: Изд-во БГПУ, 2003. С. 43-56. (соавт. Иванов В.А.)
- Этнокультурные контакты античной Анатолии и Урало-Камского региона Евразии (сер. I тыс. до н. э. — сер. I тыс. н. э.). Уфа, БашГУ, 2005. 178 с.
- Культ Аполлона Тельмесского (каро-ликийские истоки эллинистического учения Эвгемера) // Мнемон. Исследования и публикации по истории античного мира. Вып. 5. СПб., 2006. С. 363—374.
- Исследования по археологии, древней и средневековой истории в БашГУ. Уфа: Изд-во БашГУ, 2008. 226 с. (соавт. М. Ф. Обыденнов)
- Очерки истории античной Греции. Уфа, БашГУ, 2010. 102 с.
- Клады и сокровища народов Урала и Поволжья: (от древности до наших дней). Уфа: Китап, 2011. 143 с. (соавт. М. Ф. Обыденнов)
- Ближний Восток в древности. Уфа: БашГУ, 2012. 102 с.
- Наследники «греческого проекта» / отв. ред. Е.А. Круглов. Уфа: ОГ РБ, 2014. 136 с. (4 авторские статьи)
- Конь и всадник в мифах ранней Греции // Мир Евразии: от древности к современности. Сборник материалов Всероссийской научной конференции. Ответственный редактор Р. Р. Тухватуллин. 2019. С. 4-11[4].
- Введение во всеобщую историю: Учебное пособие / Бессилин Н.А., Гарипов Р.Ф., Круглов Е.А., Тухватуллин Р.Р., Усова Ю.С., Утягулов М.М., Хадимуллин Р.Р., Целищев А.О., Шаяхметов Ф.Ф. Уфа: БашГУ, 2020. 188 c.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Подопригора А. Р. Круглов Евгений Анастасович // Круглов Е. А., Обыденнов М. Ф. Исследования по археологии, древней и средневековой истории в БашГУ. Уфа: Изд-во БашГУ, 2008. С. 91-93.
- ↑ Подопригора А. Р. Круглов Евгений Анастасович // Круглов Е. А., Обыденнов М. Ф. Исследования по археологии, древней и средневековой истории в БашГУ. Уфа: Изд-во БашГУ, 2008. С. 91-93.
- ↑ Круглов Евгений Анастасович // Башкирский государственный университет. Исторический факультет. Уфа, 2003. С. 52.
- ↑ eLIBRARY.RU - Круглов Евгений Анастасович - Список публикаций . Дата обращения: 10 октябрь 2020.(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Круглов Евгений Анастасович // Башкирский государственный университет. Исторический факультет. Уфа, 2003. С. 52.
- Подопригора А. Р. Круглов Евгений Анастасович // Круглов Е. А., Обыденнов М.Ф. Исследования по археологии, древней и средневековой истории в БашГУ. Уфа: Изд-во БашГУ, 2008. С. 91-93.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Публикации Е. А. Круглова(недоступная ссылка) на сайте eLibrary
- 19 мартта тыуғандар
- 1958 йылда тыуғандар
- Ярославль өлкәһендә тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- XXI быуат ғалимдары
- XX быуат ғалимдары
- Тарих фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XXI быуат тарихсылары
- XX быуат тарихсылары
- Рәсәй тарихсылары
- СССР тарихсылары
- Алфавит буйынса тарихсылар