Крыжановский Николай Андреевич
Крыжановский Николай Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Польша Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 30 октябрь 1818 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 апрель 1888 (69 йәш) |
Атаһы | Андрей Константинович Крыжановский[d] |
Әсәһе | Мария Павловна Безак[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | генерал от артиллерии[d] |
Командалыҡ иткән | Оренбургский военный округ[d] |
Һуғыш/алыш | Кавказская война[d], Ҡырым һуғышы һәм Рәсәй империяһының Урта Азия биләмәләре |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Крыжановский Николай Андреевич Викимилектә |
Николай Андреевич Крыжановский (30 октябрь 1818 йыл — 1888 йыл) — урыҫ генералы, Төркөстан походында ҡатнашыусы, Ырымбур генерал-губернаторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1818 йылдың 30 октябрендә Санкт-Петербургта тыуа. Артиллерия училищеһын тамамлап, 1837 йылда офицер дәрәжәһендә ялан артиллерияһына сығарыла, шул уҡ ваҡытта училищеһының офицерҙар класында ҡалдырыла. 1839 йылда 1-се артиллерия бригадаһының лейб-гвардияһына күсерелә, шул уҡ йылда Берлинды хәрби агент ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.
1866 йылдың 9 февралендә Ырымбур генерал-губернаторы һәм Ырымбур хәрби округығәскәрҙәре командующийы итеп тәғәйенләнә. Был Ырымбур губернаһы чиновниктары өсөн көтөлмәгән хәл булды, сөнки Н. А. Крыжановский край менән бөтөнләй таныш булмай.
Н. А. Крыжановскийға Ырымбур генерал-губернаторлығына ингән өлкәләр: Өфө, Һамар, Ырымбур, Урал һәм Турғай буйһона.
Крыжановский үҙенә ышанып тапшырылған крайҙа административ эшмәкәрлек башлай: Ырымбур казак ғәскәре тураһында яңы положение индерә, Ырымбур һәм Өфө губерналарында земство индерелә, крайҙа яңы суд учреждениелары индерелә, ситтән килгәндәрҙең көнкүрешен көйләү буйынса саралар ҡабул ителә, башҡорттар тураһында положение индерелә, Ҡырғыҙ далалары менән идара итеү ойошторола.
Реформалар индереү тактика менән дә айырылмай, урындағы шарттарҙы ла иҫәпкә алмай, һөҙөмтәлә Крыжановский идара иткән ваҡыт фажиғәле ваҡиғалар һәм болалар сылбыры менән билдәләнә. Беренсе булып ҡырғыҙҙар ихтилал күтәрә. Н. А. Крыжановский уларҙы баҫтырыуға ҙур булмаған линия һәм уҡсылар командаһын ебәрә һәм шунда уҡ ваҡиғаларҙы күпертеп хәрби министрға хәбәр итә.
Крыжановскийҙың эшмәкәрлеге һәм уның хеҙмәт карьераһы 1881 йылда крайҙа үткәрелгән сенат ревизияһы һөҙөмтәһендә өҙөлә. Ревизия башҡорт ерҙәре менән яуыз ниәттә файҙаланыуҙы асыҡлай, был ваҡиға ул замандағы матбуғатта «башҡорт ерҙәрен урлау» тип атала һәм Рәсәй империяһы тарихында иң ҙур ер афераһы булып тора. Уның асылы шунда: хакимиәт дәүләткә Ырымбурҙың ярлы чиновниктарына ярҙам итеү буйынса проект тәҡдим итә, уға ярашлы «хужаһыҙ» башҡорт ерҙәре ҡулланылырға тейеш була. Ғәмәлдә ул бай чиновниктарҙы тағы ла байытыу операцияһы була. Ырымбур губернаһында башҡорт ерҙәре уңдырышлы булыуы менән дан ала һәм «һәр башҡортҡа йәшәгән урындары буйынса йән башына 30 дисәтинә биргәндә, уларға иң яҡшы ҡара тупраҡлы ер эләгә», ә ул ерҙәргә Ырымбурҙың иң күренекле чиновниктары һәм алпауыттары күҙ һалып өлгөрә. Канцелярия начальнигы Аполлон Дмитриевич Холодковский менән Николай Андреевич Крыжановский проект авторҙары һәм уны башҡарыусылар була. Һөҙөмтәлә Өфө һәм Ырымбур өлкәһе башҡорттары ерҙәренән һәм барлыҡ күсемһеҙ мөлкәтенән яҙа. 100 мең башҡорт ер эштәре алып барыуға яраҡһыҙ ерҙәргә һөрөлә һәм ысын мәғәнәһендә астан үлә, ә башҡорт ерҙәренә Ырымбур генерал-губернаторлығының чиновниктары, уларҙың туғандары һәм генерал-губернаторға яҡын офицерҙар эйә була. Ергә Рәсәй империяһында иң түбән хаҡ ҡуйыла: дисәтинәһе 80 тин — 1 һум 20 тин була, 39 йылға процентһыҙ ссуда бирелә. Ә крепостной крәҫтиәндәр үҙ ерҙәрен алпауыттарҙан дисәтинәһен 26 һумға һатып ала. Н. А. Крыжановский һәм Төркөстан генерал-губернаторы К. П. Фон Кауфман 10-ар мең дисәтинә ергә хужа була, А. Д. Холодковскийға 3 мең дисәтинә эләгә, генералдар 2-шәр мең дисәтинә ер ала. «Обер-офицерҙар»ға 400—500 дисәтинә тейә. Ерҙәрҙә башҡорттар төҙөгән йорттар, тирмәндәр һ.б. ҡаралтылар менән бергә һатыла. 1881 йылдың 30 мартында Крыжановский вазифаһынан бушатыла, йәғни пенсияға оҙатыла. Был ваҡытҡа башҡорт ерҙәре уның улы Андрейҙың бурыстарын түләү өсөн һатылып бөтә. Пенсиға сыҡҡас Крыжановский әҙәбит менән шөғөлләнә башлай.
1888 йылдың 29 апрелендә вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 3-сө дәрәжә Изге георгий ордены (1866)
- «Ҡыйыулыҡ өсөн» тип яҙылған алтын ҡылыс (1854)
- Ырымбур һәм Өфө ҡалаларының почетлы гражданы.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крыжановский Николай Андреевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ефремова Т. И. «Уходцы» в документах, воспоминаниях и рассуждениях. Досадная страничка из жизни Уральского Казачьего Войска и Государства Российского. Beenleigh, 2014
- Жакмон, П. П. Хищение башкирских земель. Из воспоминаний оренбургскаго старожила. //Исторический Вестник. Историко-литературный журнал, Март, 1907, стр. 855—872
- Крыжановские // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- Семёнова В. П., Семёнов В. Г. Губернаторы Оренбургского края. Оренбург, 1999
- Терентьев М. А. История завоеваная Средней Азии. Т. 1—3. СПб., 1903
- Чернов И. В. Записки генерал-майора Ивана Васильевича Чернова //Труды Оренбургской Ученой Комиссии. Вып. XVIII. — Оренбург, 1907, 224 с., 18 л. ил., портр.