Эстәлеккә күсергә

Крылов Дмитрий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Крылов Дмитрий Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 22 сентябрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Орёл өлкәһе
Вафат булған көнө 25 ғинуар 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (61 йәш)
Һөнәр төрө фтизиатр
Эшмәкәрлек төрө фтизиатрия[d]
Эш урыны Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты
Уҡыу йорто И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы

Крылов Дмитрий Михайлович (22 сентябрь 1906 йыл — 25 ғинуар 1968 йыл) — ғалим-медик. медицина фәндәре докторы, профессор Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте полковнигы.

35 баҫылған фәнни эш авторы, Мәскәүҙә, Ленинградта, Якутскта һәм СССР-ҙың башҡа ҡалаларында ғилми конференцияларҙа 50-нән ашыу докладтар менән сығыш яһай.

Дмитрий Михайлович Крылов 1906 йылдың 22 сентябрендә Орёл губернаһының Багриново ауылында тыуған, хәҙер Орёл өлкәһенең Болхов районы.

1926 йылда мәктәп тамамлап, Ленинградҡа килә, унда Карл Маркс исемендәге металлургия заводында эшсе булып эшләй. 1927 йылда 2-се Ленинград медицина институтына уҡырға инә (И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы) һәм уны 1931 йылда йылда тамамлай. Хирургия туберкулезының Ленинград институтында аспирантурала уҡыуын дауам итә, уны 1934 йылда тамамлай. «Клинико-рентгенологические и патолого-анатомические изменения в тазобедренном суставе» теиаһына диссертацияны шул уҡ йылда яҡлай.

Дмитрий Крылов 1937 йылдан бүлек мөдире, 1939 йылдан — директор урынбаҫары, ә 1940 йылдан хирургия туберкулезының Ленинград институтында директор булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында блокадалы Ленинградта, хәрби табип булып хеҙмәт итә.[1] Бер үк ваҡытта Ленинград ҡала партия комитеты ағзаһы булараҡ йәмәғәт эше менән шөғөлләнә.[2]

1944 йылдың Крылов «Специфические изменения в костном мозгу и синовиальных оболочках при гематогенных формах туберкулеза» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1947 йылда уға профессор исеме бирелә. 1953 йылда РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан Яҡутстанға ебәрелә, унда СССР Медицина фәндәре академияһының фән буйынса Яҡутстан туберкулез институты филиалының директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, ҡала туберкулез дауаханаһының һөйәк бүлеге мөдире була.

1956 йылда, Яҡут дәүләт университетының асылыуы йылында (ЯГУ, хәҙер М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты), профессор Крыловты уҡыу йортонда медицина факультетын ойоштороу өсөн эшкә саҡыралар. Тәүҙә ул тәбиғи факультет деканы вазифаһында эшләй, ә һуңынан был факультеттың медицина бүлеге мөдире була. 1960 йылда эшмәкәрлеге арҡаһында бүлек базаһында Яҡут дәүләт университетында медицина факультеты асыла.[2] 1956 йылдан 1959 йылға тиклем Крылов тәбиғи факультеттың деканы була, 1961 йылдан 1965 йылға тиклем — медицина факультеты деканы.

1968 йылдың 25 ғинуарында вафат була.

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945) һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында «Ленинградты обороналаған өсөн» (1943)[3] һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, Яҡут АССР-ының атҡаҙанған табибы.