Эстәлеккә күсергә

Крылов Николай Леонидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Крылов Николай Леонидович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Харьков өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Мерефа[d], Харьков районы[d], Харьков өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 16 март 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто Харьков милли медицина университеты[d]
С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре кандидаты[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Ғәскәр төрө военная медицина[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы Октябрь Революцияһы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Крылов Николай Леонидович (20 ноябрь 1937 йыл16 март 2021 йыл) — СССР һәм Рәсәй хәрби медигы, медицина фәндәре кандидаты, медицина хеҙмәтенең генерал-майор. Н.Н. Буденко исемендәге Төп хәрби клиник госпиталь начальнигы (1983—1994). Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған табибы (1968). Приозерсктың почетлы гражданы (1984). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1998). Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә Хөкүмәт премияһы лауреаты (1999).

Николай Леонидович Крылов Украина ССР-ы Харьков өлкәһенең Мерефа ҡалаһында 1937 йылдың 20 ноябрендә тыуа.

1948 йылдан 1953 йылға тиклем Харьков дәүләт медицина институтының хәрби-медицина факультетында уҡый. 1953 йылдан 1960 йылға тиклем Совет Армияһы сафтарында Карпат алды хәрби округы ғәскәрҙәрендә тау-уҡсылар полкының медицина пункты начальнигы вазифаһында һәм медик-санитар батальондың рота командиры сифатында хеҙмәт итә [1][2][3][4].

1960 йылдан 1963 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының етәкселәр составы әҙерләү факультетында уҡый. 1963 йылдан алып СССР Оборона министрлығының Дәүләт ғилми-тикшеренеү һәм һынау полигонында медицина бүлегенең баш хирургы сифатында хеҙмәт итә. 1969 йылдан 1973 йылға тиклем — СССР Оборона министрлығының Дәүләт ғилми-тикшеренеү һәм 10-сы һынау полигонының медицина хеҙмәте начальнигы. 1968 йылда табип эшмәкәрлегендә ҡаҙаныштары өсөн Н. Л. Крылов Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған табибы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Төп эшмәкәрлегенән тыш Н. Л. Крылов ижтимағи-сәйәси эштәр менән шөғөлләнә, Приозерск ҡалаһының өс саҡырылыш Халыҡ депутаттарының ҡала Советы депутаты була. 1984 йылдан полигондың баш табибы вазифаһында ҡаҙаныштары өсөн Н.Л. Крылов Приозерск ҡалаһының почетлы гражданы исеменә лайыҡ була[1][2][3][4].

1973 йылдан 1994 йылға тиклем Академик Н.Н. Бурденко исемендәге Александр Невский, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Төп хәрби клиник госпиталдә фәнни-тикшеренеү һәм етәкселек эшендә: 1973 йылдан алып 1983 йылға тиклем — медицина бүлеге буйынса Төп госпиталь начальнигы урынбаҫары һәм 1983 йылдан 1994 йылға тиклем Төп хәрби клиник госпиталдең начальнигы, Н.Л. Крылов етәкселегендә һәм әүҙем ҡатнашлығында госпиталдә ике ғилми бүлек — нефрология һәм яһалма бөйөр бүлеге асыла, шулай уҡ дүрт төп үҙәк — радиология, кардиология, неврология һәм урология үҙәктәре ойошторола. 1994 йылдан Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре сафынан сыҡҡандан алып Н.Л.Крылов был госпиталдә эксперт эше буйынса начальник урынбаҫары сифатында ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеүен дауам итә. 1998 йылда ғилми эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн Н. Л. Крылов Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, ә 1999 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премияһына лайыҡ була. Төп эшмәкәрлегенән тыш ижтимағи-сәйәси эштәр менән шөғөлләнә, 1993 йылдан алып 1995 йылға тиклем Мәскәү ҡала советы депутаты[1][2][3][4].

2021 йылдың 16 мартында вафат була, Мәскәүҙә Федераль хәрби мемориаль зыяратында ерләнә[5].

  • Реконструктивно-восстановительные и новые методы лечения в клинике : (Опыт, пробл., поиск) : Тез. докл. науч.-практ. конф., 7-8 дек. 1989 г. / [Ред. совет: Н. Л. Крылов (пред.) и др.]. - М. : Б. и., 1989. — 323 с
  • Клиническая диагностика, состояние, возможности, перспективы : Тез. докл. науч.-практ. конф., 8-9 дек. 1988 г. / [Редсовет: Н. Л. Крылов (пред.) и др.]. - М. : Воениздат, 1988. — 278 с.
  • Юридический справочник по вопросам медицинского обеспечения военнослужащих, граждан, уволенных с военной службы и членов их семей / Н.Л. Крылов, М.В. Мамонтов, К.В. Фатеев. - М. : За права военнослужащих, 2003. — 431 с. — ISBN 5-93297-040-5
  • Болезнь Осгуда - Шлаттера / Н. Л. Крылов. - Москва : Медицина, 2007. — 213 с. — ISBN 5-225-03957-X
  • Развитие специализированной медицинской помощи в главном военном клиническом госпитале в связи с научно-техническим прогрессом : актовая речь в честь 301-й годовщины Гл. воен. клинического госпиталя имени академика Н. Н. Бурденко / Крылов Николай Леонидович ; Федеральное гос. учреждение "Гл. военный клинический госпиталь им. акад. Н. Н. Бурденко М-ва обороны Российской Федерации". - Москва : ГВКГ им. Н. Н. Бурденко, 2009. — 35 с[6]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Октябрь Революцияһы ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1998)[7]
  • Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған табибы (1968)
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премияһы (1999)
  • Приозерсктың почетлы гражданы (№ 223 7.06.1984 менән — «күп йыллыҡ хеҙмәте һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларын медицина менән тәьмин итеүҙе терегеҙеү һәм камиллаштырыу эшенә ҙур өлеш индереүе, гражданлыҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнашыуы, Прозерск ҡалаһының мәктәпкәсә учреждениелары селтәрен ойоштороуҙа ҡатнашҡаны, ҡала халҡында игелекле һәм онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырыуы өсөн»)[1][2][3][4]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Крылов, Николай Леонидович. Дата обращения: 12 апрель 2021. 2022 йыл 19 ғинуар архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Крылов, Николай Леонидович. Дата обращения: 12 апрель 2021.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Клюжев В. М., Ипатов П. В., Денисов С. Л. «Великий Пётр решил создать … свою русскую больницу». Главному военному клиническому госпиталю имени академика Н. Н. Бурденко исполняется 300 лет. // Военно-исторический журнал. — 2006. — № 5
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Первый госпиталь и военная медицина России: 300 лет служения Отечеству. [под общ. ред.: Н. Л. Крылова, В. М. Клюжева, И. Б. Максимова]: сборник : в 2 т. - Москва : Эко-Пресс, 2010. — ISBN 978-5-904301-42-2
  5. Крылов, Николай Леонидович. Дата обращения: 12 апрель 2021.
  6. Крылов, Николай Леонидович. Дата обращения: 12 апрель 2021.
  7. Указ Президента Российской Федерации от 16.01.1998 г. № 48. Дата обращения: 12 апрель 2021.
  • Первый госпиталь и военная медицина России: 300 лет служения Отечеству. [под общ. ред.: Н. Л. Крылова, В. М. Клюжева, И. Б. Максимова]: сборник : в 2 т. - Москва : Эко-Пресс, 2010. — ISBN 978-5-904301-42-2
  •  Воронежская энциклопедия : в 2 т. / Гл. ред. М. Д. Карпачёв. — Воронеж : Центр духовного возрождения Чернозёмного края, 2008. — Т. 1 : А — М. — 524 с. : ил., карты.
  • Главный военный госпиталь / Г. К. Алексеев, Н. Л. Крылов, А. И. Макаренко и др.; Под ред. Н. Л. Крылова. - М. : Воениздат, 1985. — 238 с
  • Кулаков А. Ф. Балхашский полигон. К 50-летию орденов Ленина и Красной Звезды ГНИИП-10. — М.: Московские учебники - СиДиПресс, 2006. — 192 с.: ил. — ISBN 5-8443-0032-7.