Кулавский Василий Агеевич
Кулавский Василий Агеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 декабрь 1938 |
Тыуған урыны | Шугурово[d], Большеберезниковский район[d], Мордовская Автономная Советская Социалистическая Республика[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 сентябрь 2023 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | табип |
Эшмәкәрлек төрө | акушерство[d] һәм гинекология[d] |
Эш урыны | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Кулавский Василий Агеевич (3 декабрь 1938 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-табибы, акушер‑гинеколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. РАЕН академигы, медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). 1979—1985 йылдарҙа Башҡортостан акушер‑гинекологтар йәмғиәте рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1979). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Агеевич Кулавский 1938 йылдың 3 декабрендә Мордовия АССР-ының Оло Березники районы Шөгөр ауылында тыуған.
Рәсәй Медицина фәндәр академияһы һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының акушерлыҡ һәм гинекология буйынса ведомство-ара ғилми советы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының проблемалар комиссияһы ағзаһы, Башҡорт дәүләт медицина институтының, Силәбе медицина академияһының диссертациялар советы ағзаһы.
9 монография, 250-нән ашыу ғилми мәҡәлә авторы, уйлап табыуҙарға 5 патент алған.
«Башҡортостан» энциклопедияһында уның тураһында: «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын һаҡлау буйынса медик-гигиена белемдәрен әүҙем пропагандалаусы. Фәнни эштәрең бала табыуҙа ауыртыу физиологияһын өйрәнеү, бала тыуҙырыуҙы ауыттыуһыҙ алып барыу методын баһалау, гинеталийҙарҙың ярһынып шешеүе менән сирләгәндәрҙе реабилитациялау ысулдарын табыуға бағышланған. Йөклө ҡатындарҙың ҡаны аша гормондарҙы радиоиммунология менән билдәләүысулын тәҡдим иткән.»-тип яҙылған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн профессор В. А. Кулавскийға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән, ул «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән. ҒИлми коллективтар тарафынан «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем биреүгә тәҡдим ителә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кулавский Василий Агеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2018)
- [mediasphera.ru/uppic/Akusherstvo/2009/1/18/AKU_2009_01_18.pdf]
- 3 декабрҙә тыуғандар
- 1938 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 1 сентябрҙә вафат булғандар
- 2023 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары
- Рәсәйҙең атҡаҙанған табиптары
- Рәсәйҙең уйлап табыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары