Куляш Денис Владиславович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Денис Куляш
Позиция

Һаҡсы

Буйы

192 см

Ауырлығы

113 кг

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

31 май 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (40 йәш)
СССР, Омск өлкәһе Омск ҡалаһы

МХЛ драфты

2004 йылда 8-се раундта дөйөм 243-сө һан аҫтында «Нешвилл Предаторз» клубы менән һайлана

Хоккейсы карьераһы
2004—2005 Рәсәй флагы ЦСКА
2006—2007 Рәсәй флагы Динамо М
2008—2010 Рәсәй флагы ЦСКА
2010—2011 Рәсәй флагы Авангард
2011—2013 Рәсәй флагы Аҡ Барс
2013—2016 Рәсәй флагы Авангард
2016—2017 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2017—2018 Рәсәй флагы Автомобилист
2018 Рәсәй флагы Северсталь
2018—2019 Корея Республикаһы флагы Дэмен Киллер Уэйлс
2019—ә.в. Флаг Румынии Чиксереда
Дәүләт наградалары

Куля́ш Денис Владиславович [1][2][3] (31 май 1983 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры[4]. Омскиҙың «Авангард» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Румынияның «Чиксереда» командаһы уйынсыһы.

Карьера[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Омск хоккейының тәрбиәләнеүсеһе[4]. Төмәндәге «Газовик» һәм Һамарҙағы ЦСК ВВС хоккей клубтарында әҙерәк булып, Мәскәүгә эләгә. Мәскәүҙең ЦСКА хоккей клубында профессиональ карьераһын башлай. 2003/04 йылдар миҙгелендә ЦСКА өсөн ул 10 ҡатнаша һәм 1 гол керетә. 2004 йылдың июнендә уны МХЛ драфтында 8-се раундта 243-сө һан аҫтында «Нэшвилл Предаторз» клубы һайлай. Тик ул Төньяҡ Америкаға бер ҙә бармай. Киләһе миҙгелдә ул ЦСКА өсөн 59 уйынды ҡатнаша һәм 18 (8+10) мәрәй йыя.

«Динамо» Мәскәү (2006—2007)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел тамамланғас Денис улы ваҡытта Рәсәйҙең ғәмәлдәге чемпионы — мәскәүҙең «Динамо» хоккей клубына күсә[4]. Тик был трансфер ҙур бәхәс тыуҙыра. Куляш «Динамо»ға күсергә теләктәрен белдерә, тик ЦСКА был күсеүгә ҡаршы була. Әммә арбитраж комитеты ике команданың үҙ-ара компенсация тураһында килешеү шарты менән уйынсының күсеүен рөхсәт итә. Командалар араһында һөйләшеүҙәр оҙаҡ бара, арбитраж комитеты командаларға килешһен өсөн ике тапҡыр ике аҙнаға мәсьәләнең хәл итеүен күсерә, ә шул ваҡытта Куляш чемпионатта «Динамо» өсөн сығыш яһай. Һөҙөмтәлә ЦСКА "Динамо"ның ике уйынсыһын компенсация кеүек ала, әммә был клубтың етәкселеге бының менән ҡәнәғәт булмай.

2005/06 йылдар миҙгеленең даими чемпионатында Денис 44 уйын уҙғара һәм 17 (12+5) мәрәй йыя. 2006 йылдың 27 ғинуарында ул «Аҡ Барс» командаһына ҡаршы уйында һаҡсы өсөн уникаль булған хет-трик яһай[5]. Денис уйын бөтөүгә өс секунд ҡалғанда иҫәпте тигеҙләй һәм өҫтәмә ваҡытта командаһына еңеү килтерә. «Динамо» һигеҙенсе урындан плей-офф уйындарына эләгә, әммә шунда тәүге раундта уҡ «Лада» хоккей клубына еңелә. Куляш был плей-оффта бөтә дүрт уйында ла ҡатнаша һәм ике тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. Ил чемпионаты уңышһыҙ булһа ла, «Динамо» Европа чемпиондары кубогын еңә. Куляш бөтә өс уйында ҡатнаша һәм 2 (1+1) мәрәй йыя. 2006/07 йылдар миҙгелендә Мәскәү командаһы даими чемпионатты 10-сы урында тамамлай һәм плей-оффтың тәүге раундында уҡ «Локомотив» хоккей клубына 0-3 иҫәбе менән отола. Куляш был миҙгелдә бөтәһе 50 уйында һөҙөмтәлек өсөн 12 (3+9) балл йыя.

Был миҙгелдә Денис менән бер бик ҡурҡыныс хәл була. Ул машинаһында ғаиләһе менән ултырғанда, Куляштың машинаһына сәғәтенә 100 саҡрым менән барған автомобиль бәрелә. Тик, бәхеткә ҡаршы, Денис һәм уның ғаиләһенә бер-нимә лә булмай[6].

ЦСКА (2007—2010)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006/07 йылдар миҙгеле тамамланғас Куляш Мәскәүҙең ЦСКА клубына кире ҡайта. Ул даими чемпионаттың 53 уйынында ҡатнашып 22 (9+13) мәрәй йыя. ЦСКА өсөнсө урындан плей-оффҡа сыға, әммә икенсе раундта уҡ «Аҡ Барс» командаһына 0-3 иҫәбе менән отола. 2008 йылда Континенталь хоккей лигаһы барлыҡҡа килә. ЦСКА шунда ла даими чемпионатты өҫтә тамамлай. Тик тағы ла икенсе раундта серияла 0-3 иҫәбе менән «Динамо» хоккей клубына еңәлә. Куляш был миҙгелдә бер уйынды ла ҡалдырмай һәм 26 (16+10) мәрәй йыя. Шулай уҡ был миҙгелдә Денис «Вячеслав Фетисов клубы» — Рәсәй чемпионаттарында 50 шайба кереткән һаҡсылар исемлегенә инә. Куляш 2009 йылда Ҡыҙыл майҙанда үткән КХЛ-дың тәүге йондоҙҙар уйынында ҡатнаша. Ул «Шайбаны оҙонлоҡҡа һуғыу» конкурсында еңә һәм матчта бер гол керетә.

Киләһе 2009/2010 йылдар миҙгелендә ЦСКА Көнбайыш конференцияһында тик етенсе урында ғына булһа ла Гагарин кубогына үтә ала. Шунда тәүге раундта уҡ — конференциялар сирекфиналында шул миҙгелдең буласаҡ финалсыһы ХК МВД командаһына шул уҡ 0-3 иҫәбе менән отола. Куляш даими чемпионат уртаһында ЦСКА-нан Омскиҙан «Авангард» хоккей клубына күсә. ЦСКА өсөн ул миҙгелдә Куляш 35 осрашыу үткәрә һәм 21 (11+10) мәрәй йыя. Был миҙгелдә ул ЦСКА-ла уртаса бер уйында 0,6 мәрәй йыя. Бындай күрһәткесте ул башҡа бер ҡасан да күрһәтмәй. Кем белә, бәлки ул клубтан китмәһә, уның бер миҙгелдең даими чемпионатында йыйған мәрәйҙәр һаны буйынса шәхси рекорды (27) улай әҙ булмаҫ ине.

«Авангард» (2010—2011)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Авангард» составында

2010 йылдың 11 ғинуарында ЦСКА Куляшты «Авангард» клубына Филипп Метлюк менән Евгений Курбатовҡа алмаштыра. Ә 15 ғинуарҙа яңы командаһы өсөн дебюты була. Омск ҡалаһына күскәс Денис үҙенең уйынын таба алмай. Шуға миҙгелдең аҙағына тиклем ул туғыҙ уйында 2 (1+1) мәрәй генә йыя. «Авангард» конференциялы бишенсе урында даими чемпионатты тамамлай һәм Гагарин кубогында өс уйын ғына уҙғарып «Нефтехимик» клубына еңелә.

2010/11 йылдар миҙгелендә Денис даими чемпионатта 48 осрашыуҙа ҡатнша һәм 26 (11+15) тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Ул икенсе тапҡыр КХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнаша. Шунда ул «Һуғыу көсө» конкурсында ҡатнашып еңә һәм КХЛ рекордын уҙа[5]. Ә матчта ул бер тапҡыр гол керетә. «Авангард» даими чемпионатта беренсе була һәм үҙенә Континент кубогын ала. Плей-офф уйындарында Омск командаһы икенсе раундта Магнитогорскиҙың «Металлург» хоккей клубынан серияның етенсе уйынында ғына отола. Куляш командаһының бөтә 14 осрашыуында ла ҡатнаша һәм 6 (3+3) мәрәй йыя. Дөйөм алғанда, ул был миҙгелдә 32 мәрәй йыя — был уның шәхси рекорды.

«Аҡ Барс» (2011—2013)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Денис Куляш «Амур»—"Аҡ Барс" матчында

2011 йылдың 4 май көнөндә «Аҡ Барс» ирекле агент Денис Куляш менән ике йыллыҡ контракт төҙөүө тураһында иғлан итә[7]. Тәүге миҙгелдә Денис бөтәһе 56 уйында ҡатнаша һәм һөҙөмтәлек өсөн 19 (6+13) балл йыя. Ә «Аҡ Барс» конференцияла дүртенсе урынды яулай һәм Гагарин кубогының икенсе раундында «Трактор» командаһына еңелә. 2012/13 йылдар миҙгелендә «Аҡ Барс» 104 мәрәй менән икенселә урынлаша. Ул бер-бер артлы «Нефтехимик» (4-0) һәм «Салауат Юлаев» (4-3) клубтарын еңә. Ә конференция финалында «Трактор» хоккей клубына етенсе уйында отола һәм Гагарин кубогынан төшөп ҡала.

«Авангард» (2013—2016)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдың 8 май көнөндә Денис Куляш үҙенең туған командаһы — «Авангард» менән ике йыллыҡ килешеү төҙөй. Клуб шул миҙгелде бик насар үткәрә: ул үҙ тарихында КХЛ-да тәү тапҡыр плей-офф уйындарына үтә алмай. Тик Куляш команданың капитаны булараҡ даими чемпионатты бер ҙә насар үткәрмәй һәм 51 уйында 22 (11+11) мәрәй йыя. Денис үҙе өсөн өсөнсө тапҡыр КХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнаша һәм тағы ла «Һуғыу көсө» конкурсында еңә. Шул миҙгелдә плей-оффҡа эләкмәгән командалар өсөн үткәрелгән Өмөт кубогын Куляш «Авангард» менән еңә. 4 октябрҙә Куляш өс йылға контрактын оҙайта[8]. 2014/2015 йылдар миҙгеле алдынан команданың баш тренеры итеп Раймо Сумманен тәғәйенләнә. Куляшҡа капитан исеме урынына капитан ассистенты урыны бирелә. «Авангард» яңы тренер етәкселегендә даими чемпионатты дүртенсе урында тамамлай. Денис даими беренселе 58 уйынында 27 (10+17) мәрәй йыя. «Авангард» беренсе раундта «Барыҫты» (4-3) еңеп конференциялар ярымфиналында Денистың үткән командаһы — «Аҡ Барсҡа» еңелә.

Миҙгел тамамланғас Сумманен урынына Евгений Корноухов килә. Ул быға тиклем «Омские Ястребы» менән эшләй. Капитан исеме Куляшҡа кире ҡайта, тик октябрҙә унан кире алына. Корноухов менән Куляш араһында конфликт булыуы билдәле ине. Ул даими чемпионатта 39 уйында 14 мәрәй генә йыйһа, Гагарин кубогының плей-офф уйындарында бер ҙә боҙға сыҡмай. «Авангард» Денис Куляш менән контракты боҙа.

Башҡа клубтар (2016—ә.в.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылдың 4 май көнөндә Денис Куляш Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән ике йыллыҡ килешеү төҙөй[9]. 30 августа КХЛ даими чемпионатының «Югра» хоккей клубына ҡаршы уйында Денис яңы клубы өсөн тәүге шайбаһын керетә, һәм был гол «Салауат Юлаевҡа» еңеү килтерә. 11 ноябрҙә Рәсәй чемпионаттарында 700-сө уйынын уҙғара. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияһында алтынса урында тамамлай һәм плей-оффтың тәүге раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Денис Куляш был миҙгелдә 63 осрашыуҙа 23 (13+10) мәрәй йыя. Был күрһәткес буйынса командала һаҡсылар араһында ул икенсе була.

2017/18 йылдар миҙгеле башланыр алдынан Куляш команданың капитаны итеп ҡуйыла. Миҙгел башында 16 уйын үткәс «Салауат Юлаев» менән Денис Куляш араһында килешеү тарҡатыла һәм Денис Екатеринбургтан «Автомобилист» хоккей клубының составын тулыландыра[10]. 2017/2018 йылдар даими миҙгеленең 12-се аҙнаһында Денис аҙнаның иң яҡшы һаҡсыһы тип таныла. Шул миҙгелдә «Автомобилист» өсөн 33 уйында 14 (7+7) мәрәй йыя. 2018 йылдың май айында Денис ирекле агент кеүек Череповецтан «Северсталь» хоккей клубына күсә. Был команда өсөн 24 осрашыу уҙғарғас, ул Азия хоккей лигаһында сығыш яһаған Көньяҡ Кореянан «Дэмен Киллер Уэйлс» командаһының составын тулыландыра[11]. Был команда плей-оффтың ярымфиналында еңелеп ҡала, ә һаҡсы 14 осрашыуҙа 5 мәрәй йыя. 2019 йылдың 24 май көнөндә Денис Куляш Румынияның «Чиксереда» хоккей клубына күсә[12].

Рәсәй йыйылма командаһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәү тапҡыр Денис Рәсәй йыйылма командаһына 2004 йылда Еврохоккейтурҙың ике этабына саҡырыла. 2005/2006 йылдар миҙгелендә йыйылма команда составында тәүге шайбаһын индерә һәм команда менән Еврохоккейтурҙы еңә. Денис Куляш 2006 йылда Латвияла үткән донъя чемпионатына йыйылма команда эсендә бара. Бөтәҙе ул 7 осрашыуҙа 4 (3+1) мәрәй йыя, ә Рәсәй командаһы сирекфиналда Чехияға өҫтәмә ваҡытта еңелә. Денис башҡа донъя чемпионаттарына саҡырылмай. Ә Еврохоккейтурҙың этаптарында ул тағы 28 уйын үткәрә һәм 8 (6+2) мәрәй йыя.

Статистика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Клубта карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М +/− Штр У Г П М +/− Штр
2003/04 ЦСКА РСЛ 10 1 0 1 0 8 плей-оффҡа эләкмәй
2004/05 ЦСКА РСЛ 59 8 10 18 -2 58
2005/06 Динамо М РСЛ 44 12 5 17 7 117 4 0 2 2 1 6
2006/07 Динамо М РСЛ 54 7 18 25 14 12 11 0 3 3 -1 4
2007/08 ЦСКА РСЛ 53 9 13 22 7 79 6 1 1 2 1 34
2008/09 ЦСКА КХЛ 56 16 10 26 5 62 8 2 1 3 -5 20
2009/10 ЦСКА КХЛ 35 11 10 21 8 34 Команданан китә
2009/10 Авангард КХЛ 6 1 1 2 -3 6 3 0 0 0 1 4
2010/11 Авангард КХЛ 48 11 15 26 12 45 14 3 3 6 -2 12
2011/12 Ак Барс КХЛ 44 6 12 18 7 40 12 0 1 1 -2 37
2012/13 Аҡ Барс КХЛ 44 4 9 13 16 66 18 2 5 7 2 6
2013/14a Авангард КХЛ 51 11 11 22 -5 57 11 2 4 6 2 8
2014/15 Авангард КХЛ 58 10 17 27 7 58 11 2 0 2 0 0
2015/16 Авангард КХЛ 39 5 9 14 4 65 0 0 0 0 0
2016/17 Салауат Юлаев КХЛ 58 12 10 22 -5 46 5 1 0 1 0 6
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ 16 2 3 5 4 20 Команданан китә
2017/18 Автомобилист КХЛ 32 7 7 14 -1 32 1 0 0 0 0 2
2018/19 Северсталь КХЛ 24 2 4 6 -3 41 Команданан китә
2018/19 Дэмен Киллер Уэйлс АХЛ 11 1 3 4 4 20 3 0 1 1 0 0
2019/20 Чиксереда ЭрстеЛига
Бөтәһе Суперлигала 214 33 37 70 4 320 12 1 3 4 1 42
Бөтәһе КХЛ-да 511 98 118 216 46 572 72 10 10 20 -6 87
  • a Был миҙгелдә «Плей-офф» тигәндә хоккейсының Өмөт кубогында статистикаһы һанала.

Халыҡ-ара карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Турнир Урын У Г П М +/- Штр
ДЧ-2006 5 7 3 1 4 1 6

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Өс тапҡыр КХЛ бөтә йондоҙҙар уйыны ҡатнашыусыһы — 2009, 2011 һәм 2014.
  • Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
  • Континент кубогын еңеү — 2011.
  • Өмөт кубогын еңеү — 2014.
  • Европа чемпиондары кубогын еңеү — 2006.
  • «Вячеслав Фетисов клубы» ағзаһы — 2009.
  • Омск өлкәһенең Павлоградка районының Богодуховка ауылындағы «Молния» клубына аҡсалата ярҙам итә. Был клубтағы 15-16 йәшлек үҫмерҙәргә йыл һайын сәкәндәр килтерә. Улар өсөн автобус һатып ала һәм хоккей кортын төҙөй. Бөтә сығымдарҙы үҙенә ала[5].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буласаҡ ҡатыны Ольга менән 12 йәштән таныш. Ул да Омск ҡалаһынан. 18 йәш тулғас, Денис менән Ольга өйләнешә. Уларҙың ике балаһы — Елизавета исемле ҡыҙҙары һәм Даниэль исемле улдары бар[13].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. на сайте news.sportbox.ru указан ошибочный вариант отчества —Владимирович; отчество Владиславович подтвердил ответ из пресс-службы «Ак Барса»
  2. Хоккейный клуб «Авангард». 60 хоккейных лет. Справочник. — Омск: Ютон, 2010. — 206 с.
  3. Профиль 2016 йыл 6 март архивланған. на сайте championat.com
  4. 4,0 4,1 4,2 Профиль на сайте ХК Авангард (веб-архив)
  5. 5,0 5,1 5,2 Обладатель «Феррари», сельской команды и убойного щелчка. 10 фактов о новичке «Салавата Юлаева» Денисе Куляше 2016 йыл 29 апрель архивланған.
  6. sovsport.ru. Куляш едва не погиб. sovsport.ru (2006).(недоступная ссылка)
  7. Куляш һәм Дарзиньш — «Аҡ Барстың» яңы уйынсылары
  8. «Авангард» продлил контракт с Денисом Куляшом
  9. Куляш Өфөгә күсә
  10. Денис Куляш Екатеринбургҡа күсә
  11. Куляш перешел в корейский клуб. Там уже играет Фролов
  12. Куляш перешел в румынскую «Чиксереду»
  13. Спортивная Газета. Денис Куляш: «Запад» посильнее будет». Спортивная Газета (22 ғинуар 2010).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]