Куприянов Иван Дмитриевич
Куприянов Иван Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1910 |
Тыуған урыны | Тимбаево[d], Q42285373?, Буинский уезд[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 20 апрель 1962 (51 йәш) |
Вафат булған урыны | Октябрьский, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Куприянов Иван Дмитриевич (2 сентябрь (15 сентябрь) 1910 йыл — 20 апрель 1962 йыл) — нефтсе-геолог. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Дмитриевич Куприянов 1910 йылдың 2 сентябрендә Тинбай ауылында (хәҙер Татарстан Республикаһының Быуа районы). Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1929 йылда Үрге Чусовскийҙа кочегар булып башлай. 1930 йылда Үрге Чусовский уҡыу комбинатына быраулаусылар курсына уҡырға ебәрелә, уны тамамлағас, 1931 йылда Кизелгә (Пермь өлкәһе) нефть разведкаһы барыулаусыһы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Һөнәри үҫеше «Ишембайнефть» (1933—1943) тресының быраулау контораһы быраулаусыһы вазифаһынан башлана; һуңынан «Башнефть» берекмәһенең яңы асылған Ишембай нефть ятҡылында «Туймазабурнефть» тресының 1-се быраулау контораһының буровой мастеры (1943—1961). 1943 йылдың сентябрендә Туймазы ятҡылығында нефть сығарыуҙы киңәйтеүгә бәйле, Октябрьскийға, «Башнефть» берекмәһенең «Туймазанефть» тресының 1-се быраулау контораһына күсерелә. СССР‑ҙа тәүге тапҡыр быраулауҙың турбиналы ысулын, турбина менәнн быраулағанда скважиналарҙың төп үҙәген һыу менәнн йыуҙырыу аша тиҙләтелгән режим ҡуллана.
Юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 3 майындағы Указы менән И. Д. Куприяновҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1962 йылға тиклем «Башнефть» берекмәһе системаһында эшләй.
«И. В. Сталин иптәштең тыуыуына 70 йыл тулыуға бәйле комитетҡа» инә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948 йыл 8 май)
- Ленин ордены (1948)
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950)
- миҙалдар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Куприянов Иван Дмитриевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 сентябрь 2022)
- Профессионалы нефтегазовой отрасли
- Куприянов Иван Дмитриевич . «Герои страны» сайты.
- 15 сентябрҙә тыуғандар
- 1910 йылда тыуғандар
- Ҡазан губернаһында тыуғандар
- 20 апрелдә вафат булғандар
- 1962 йылда вафат булғандар
- Октябрьскийҙа вафат булғандар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Шәхестәр:Туймазы
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Быуа районында тыуғандар