Эстәлеккә күсергә

Курташин Владимир Егорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Курташин Владимир Егорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 сентябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Вафат булған көнө 16 сентябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Заслуженный машиностроитель РСФСР СССР дәүләт премияһы Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы ВДНХ-ның алтын миҙалы ВДНХ-ның көмөш миҙалы

Курташин Владимир Егорович (2 сентябрь 1932 йыл — 16 сентябрь 2008 йыл) — инженер, техник фәндәр кандидаты (1980). «Криогенмаш» фәнни-производство берекмәһенең генераль директоры. СССР халыҡ депутаты (1989—1991). СССР дәүләт премияһы лауреаты (1990). РСФСР-ҙың атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1987). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1991).

Курташин Владимир Егорович 1932 йылдың 2 сентябрендә Мәскәү өлкәһе Горловский районы Кремлево ауылында эшсе ғаиләһендә тыуа.

1950—1955 йылдарҙа Тула механик институтында уҡый. 1955 йылда хеҙмәт юлын мастер булып башлай, 1957 йылдан — механик, 1958 йылдан — Серго Орджоникидзе исемендәге Силәбе машиналар төҙөү заводының механика цехы начальнигы ярҙамсыһы. 1959—1963 йылдарҙа Тула өлкәһенең Узлов тау машиналары заводында механика-йыйыу цехы начальнигы урынбаҫары ҡорамалдао бүлеге начальнигы булып эшләй.

1963—1965 йылдарҙа — участка начальнигы, 1965—1966 йылдарҙа — механик эшкәртеү цехы начальнигы урынбаҫары, 1966—1970 йылдарҙа механик эшкәртеү цехы начальнигы, эксплуатация һәм төҙөлөш буйынса баш инженер урынбаҫары була. 1970—1972 йылдарҙа — партком секретары. 1972—1973 йылдарҙа — баш инженер урынбаҫары, 1973—1977 йылдарҙа — Балашиха машиналар эшләү заводы директорының производство буйынса урынбаҫары. 1977—1980 йылдарҙа — Балашиха машиналар эшләү заводы директоры, «Криогенмаш» НПО-һы генераль директорының беренсе урынбаҫары була. 1971 һәм 1977 йылдарҙа Курташин Владимир Егорович СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән «фиҙакәр хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденыменән бүләкләнә.

1980—1986 йылдарҙа «Союзкриогенмаш» криоген машиналар эшләү ВПО-һы етәксеһе була, 1986 йылдан — ошо уҡ берекмәнең баш идаралығында производство начальнигы. 1986—2008 йылдарҙа, йәғни 22 йыл дауамында В. Е. Курташин «Криогенмаш» фәнни-производство берекмәһенең булып генераль директоры вазифаһын биләй.

1987 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән В. Е. Курташин РСФСР-ҙың атҡаҙанған машина эшләүсеһе почетлы исеменә лайыҡ була.

1990 йылда КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы ҡарары менән СССР дәүләт премияһы бирелә.

1991 йылдың 24 ғинуарында СССР-Юғары Советы Президиумының «ябыҡ» Указы менән «Энергия-Буран» ракета-космос системаларын эшләүҙәге юғары ҡаҙаныштар өсөн" Курташин Владимир Егорович Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.

2003 йылдың 30 сентябрендә Рәсәй Президенты Указы менән В. Е. Курташин 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнә.

Төп эшмәкәрлегенән тыш башҡа ижтимағи-сәйәси эш менән шөғөлләнә: хеҙмәтсәндәрҙең Балашиха ҡала Советы депутаты, СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы һәм СССР Юғары Советы союзы советының Сәнәғәтте, энергетиканы, техниканы һәм технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе була. 1989—1991 йылдарҙа — СССР халыҡ депутаты, СССР-ҙың ауыр машиналар эшләүселәре профсоюзы үҙәк комитетын президиумы ағзаһы. 1990 йылдарҙа «Йортобоҙ — Рәсәй» сәйәси берекмәһендә тора[1].

2008 йылдың 16 сентябрендә вафат була.

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1987)[3]
  • Балашиха ҡалаһының почетлы гражданы (1996)[2]
  1. Народные депутаты СССР: справочник / Внешторгиздат, 1990 г. — 367 с
  2. 2,0 2,1 Почётные граждане Балашихи
  3. Ведомости Верховного Совета РСФСР / Изд. ВС РСФСР, 1987 г. — Том 31, Выпуски 1497—1522
  • Космонавтика и ракетостроение России: биографическая энциклопедия : А-Я / сост.: М. А. Первов. — Москва : Федеральное космическое агентство : Столичная энциклопедия, 2011 г. — 742 с. — ISBN 978-5-903989-11-9