Эстәлеккә күсергә

Ҡәмәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кэмэр битенән йүнәлтелде)

Ҡәмәр (фарсы һүҙе) — башҡорт ир-егеттәренең ҡаптырмалы, алтын-көмөш, уҡа-мәрйен менән биҙәлгән яҫы традицион билғауы.

Ҡәмәр ир-егеттәрҙең байрам (туй) кейеменең бер элементы булған. Ҡаптырмаһына һуғып биҙәк төшөрөлгән, төрлө төҫлө таштар менән биҙәлгән.

Ҡәмәр эшләү өсөн сағыу биҙәкле буҫтау, бәрхәт һәм ебәк ҡулланылған. Билғауҙы башҡорт орнаменттары сигеп, көмөш уҡа, көмөш йә алтын йүгертелгән еҙ тәңкә, аҡыҡ, фирүзә, ынйы менән биҙәгәндәр. Елән һәм камзул өҫтөнән йөрөткәндәр.

Затлы ҡәмәрҙе юртаҡҡа йә ике һыйырға алыштырғандар[1]. Ҡәмәргә оҡшаш билғауҙар ҡаҙаҡ, татар, үзбәк һәм башҡа көнсығыш халыҡтарында булған.