Лахер-Зее (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Лахер-Зе
нем. Laacher See
Морфометрия
Абсолют бейеклеге274,8 м
Үлсәме1,964 × 1,186 км
Майҙаны3,31 км²
Күләме10,3 км³
Яр һыҙаты7,3 км
Иң тәрән урыны51 м
Уртаса тәрәнләк31 м
Бассейн
Площадь бассейна12,2 км²
Урынлашыуы
50°24′37″ с. ш. 7°16′11″ в. д.HGЯO
Ил
ЗемляРейнланд-Пфальц
[[административ бүленеше Германии|Район]]Арвайлер
Германия
Точка
Лахер-Зе
Германия Рейнланд-Пфальц
Точка
Лахер-Зе
 Лахер-Зее Викимилектә

Лахер-Зее, Лаах күле (нем. Laacher See[1]) — Райнланд-Пфальц еренең Аарвайлер районында (Германия) Глес коммунаһындағы аҡмай торған (тымыҡ) күл. Ул элек вулкан урғылған ерҙә барлыҡҡа килгән.

Характеристикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диаметры 2 км булған күл Кобленцтан төньяҡ-көнбайышҡа табан 24 км һәм Бонндан 37 км көньяҡтараҡ, Рейн йылғаһы буйындағы Андернач ҡалаһынан 8 км алыҫлыҡта вулкан кальдераһында урынлашҡан. Лах вулканы (маар) Эйфель тауҙары араһында булған.

Лаах күле беҙҙең эраға тиклем яҡынса 10 930 йылда (12 900 ± 560 BP tephra argon-argon датаһы буйынса) Плин тибындағы Лах супервулканы урғылыуынан һуң барлыҡҡа килгән. Вулкан шартлау көсө ВЭИ 6-ға тиң була, был яҡынса 1991 йылда Филиппин вулканы Пинатубо атылыуы көсөнә тап килә[2]. Радиоуглерод ысулы буйынса Лаах вулканының атылыуы 13 006 ± 9 йыл тирәһендә булған тип раҫлана [3].

Был атылыу Кесе дриас климат аномалияһының сәбәбе булараҡ тикшерелә[4]. Эргә-тирәләге райондар илле метрлыҡ вулкан көлө һәм пемза ҡатламы аҫтында ҡала, вағыраҡ киҫәксәләр башлыса көньяҡҡа, хәҙерге Төньяҡ Италия территорияһына һәм төньяҡ-көнсығыштан хәҙерге Рәсәй һәм Скандинавия ярымутрауы территорияһына тиклем урынлаштырыла. Лах вулканының атылыуы хәҙерге Дания территорияһында Бромме мәҙәниәте барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булыуы ихтимал[5].

Лахер-Зее диңгеҙ кимәленән 275 метр бейеклектә урынлашҡан һәм майҙаны 3,31 км², иң тәрән урыны- 51 метр.

2007 йылда кратер күленән углекислый газ сығыуы күҙәтелә[6].

1867 һәм 1872 йылдарҙа Маду күленән (хәҙер Медве) һәм Боден күленән аталандырылған аҡбалыҡ ыуылдырығы Лахер-Зее күленә килтерелә, хәҙер күлдә аҡ балыҡтың бер нисә төрө йәшәй.

Был урындағы вулкан башҡаса бер ҡасан да урғылмаҫ тип бер кем раҫлай алмай. Күл аҫтындағы һыу температураһы юғарылығы, углекислый газ бүленеп сығыуы, ниндәйҙер кимәлдә сейсмик әүҙемлек билдәләре ҙур хәүеф тыуҙыра.

Лахер-Зее панорамаһы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • (2004) «Structure and Dynamics of the Laacher See Magma Chamber (Eifel, Germany) from Major and Trace Element Zoning in Sanidine: a Cathodoluminescence and Electron Microprobe Study» (инг.). Journal of Petrology 45 (11): 2197–2223. DOI:10.1093/petrology/egh053. Bibcode2004JPet...45.2197G.
  • Riede, Felix (2008). «The Laacher See-eruption (12,920 BP) and material culture change at the end of the Allerød in Northern Europe» (инг.). Journal of Archaeological Science 35 (3): 591–599. DOI:10.1016/j.jas.2007.05.007.
  • (2019) «Deep low-frequency earthquakes reveal ongoing magmatic recharge beneath Laacher See Volcano (Eifel, Germany)» (инг.). Geophysical Journal International 216 (3): 2025–2036. DOI:10.1093/gji/ggy532. Bibcode2019GeoJI.216.2025H.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лаахское озеро // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Environmental impact of the Laacher See eruption at a large distance from the volcano: Integrated palaeoecological studies from Vorpommern (NE Germany) (инг.). — DOI:10.1016/j.palaeo.2008.09.013 Архивировано из первоисточника 17 февраль 2020.
  3. Ярослав Кузьмин. Новые данные о времени извержения вулкана Лаахерзее и хронология резких изменений климата в Европе 12—13 тысяч лет назад, 31.07.2021
  4. James U. L. Baldini, Richard J. Brown, Natasha Mawdsley Evaluating the link between the sulfur-rich Laacher See volcanic eruption and the Younger Dryas climate anomaly 2019 йыл 28 апрель архивланған., 2018-07-04 (PDF)
  5. Василий Жуков. Археологи нашли «мертвую зону» в центре Европы. Популярная механика (11 май 2020). Дата обращения: 23 сентябрь 2020. Архивировано 16 май 2020 года.
  6. Britischer Bomber im Laacher See. Дата обращения: 11 май 2014. Архивировано из оригинала 12 май 2014 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]