Липаев Николай Филиппович
Липаев Николай Филиппович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 26 апрель 1926 |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 ноябрь 1994 (68 йәш) |
Вафат булған урыны | Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Липай Николай Филиппович (26 апрель 1926, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Озерковка ауылы (хәҙер — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы) — 1 ноябрь 1994, Ишембай) — совет хужалығы эшмәкәре. БАССР торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1984), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1992).
«Ишимбайгоргаз» тресының беренсе етәксеһе, (1959—1963)[1], Ишембай мобиль һәм быраулау техникаһы заводының беренсе директоры (1971—1994).
Ҡала кешеләре хәтерендә күренекле производство ойоштороусыһы булып ҡалған
«Ишимбайгоргаз» тресында «газокомпрессор хужалығы белгестәренән дүрт йыл эсендә нефть эшкәртеүселәр, промысловик, газовиктар коллективын ойоштора. Яҡынса 20 километрҙа газ селтәре һалына, 10 ГРП төҙөлә.»[2]
Липаевты белгән завод эшселәре хәтерләй: «Үҙ-үҙен аяманы, ә буйһоноусыларына ихтирам менән ҡараны, эшселәргә айырыуса хәстәрле булды».
«Коллектив уның ваҡытында 30-ҙан ашыу төр продукция етештереүҙе үҙләштерә: станоктар, күсмә ҡоролмалар, тағылмалар, көнкүреш вагондары һәм башҡа күп нәмәләр. Хеҙмәт кешеһе тураһында хәстәрлек ҙур завод директоры яғынан һәр ваҡыт аныҡ һәм ҙур була. Мәҫәлән, 1980 йылда предприятиеның 150 урынға ашханаһы асыла. 1975 йылдан 1992 йылға тиклем завод эшселәре үҙҙәре өсөн 367 фатирлы биш торлаҡ йорт төҙөй. 1992 йылда бассейн менән 190 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индерелә. Йәйге каникул ваҡытында теләүселәргә ҡала янындағы пионер лагерҙарына путевкалар бирелә. 1977 йылда предприятиела медицина пункты асыла»[3].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылдан Ишембай НЭЗ-да эшләй: слесарь, 1951 йылдан ҡоролма начальнигы, 1953 йылдан партия комитеты секретары.
1955 йылдан БАССР-ҙың Маҡар районы «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозы рәйесе.
1957 йылдан Ишембай ҡалаһында: коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, 1959 йылдан алып «Ишимбайгоргаз» тресы идарасыһы, 1963 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының ҡала советы рәйесе урынбаҫары.
1971 йылда «Ишембай станоктар эшләү заводы» ААЙ директоры итеп тәғәйенләнә, 23 йыл коллектив менән етәкселек итә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1992).
- БАССР торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1984),
- Ленин ордены (1986),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОАО «Газпром газораспределение Уфа» в г. Ишимбае 2020 йыл 25 февраль архивланған.
- ↑ Центральная Библиотечная Система 2013 йыл 19 октябрь архивланған.
- ↑ http://восход-ишимбай.рф/index.php?option=com_content&view=article&id=5075:40----&catid=374:2013-02-25-12-06-53&Itemid=17(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Липаев Николай Филиппович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2021)