Эстәлеккә күсергә

Литвинова Елизавета Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Литвинова Елизавета Фёдоровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Елизавета Федоровна Ивашкина
Тыуған көнө 21 сентябрь 1845({{padleft:1845|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2]
Тыуған урыны Тула, Рәсәй империяһы[3]
Вафат булған көнө 1919[4][5]
Һөнәр төрө математик, уҡытыусы, учитель средней школы, гимназии, биограф
Эшмәкәрлек төрө математика[1], педагогика[1] һәм биографистика[d][1]
Уҡыу йорто Цюрихтың Швейцария юғары техник мәктәбе
Бернский университет[d][6]
Диссертация Q57313862?[6]
Ғилми етәксе Людвиг Шлефли[d]
Кемдә уҡыған Карл Герман Амандус Шварц[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Литвинова Елизавета Фёдоровна Викимилектә

Елизавета Федоровна Литвинова (ҡыҙ фамилияһы Ивашкина[7]; 21 сентябрь 1845({{padleft:1845|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2], Тула[3]1919[4][5]) — урыҫ математигы, педагог һәм фәнде популярлаштырыусы[8] .

Литвинова Екатерина Федоровна 1845 йылдың 21 сентябрендә Тула губернаһында дворян ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар урта мәктәбендә ала. 1866 йылда Елизавета Виктор Литвиновҡа кейәүгә сыға, ул Софья Ковалевскаяның ире В. О. Ковалевскийҙан айырмалы уға Европаға шундағы университеттарҙа уҡыу өсөн барырға рөхсәт итмәй. Математик белемде Петербургта А.nbsp;Н.nbsp;Страннолюбский етәкселеге аҫтында ала, ул София Ковалевскаяның остазы булған[9].

1872 йылда, ире үлгәндән һуң, Литвинова Цюрихҡа китә, унда политехник институтҡа уҡырға инә[10]. 1873 йылда император Александр II Цюрихта уҡыған Рәсәй империяһы ҡатын-ҡыҙҙары тыуған илгә ҡайтырға тейеш, юғиһә эҙемтәләр менән осрашасаҡ тигән указ сығара. Литвинова указды һанға һуҡмаған күптәрҙең береһе була. Ул уҡыуын дауам итә, 1876 йылда Цюрихта бакалавр дәрәжәһен ала, ә 1878 йылда Берн университетында доктор дәрәжәһен алып, Людвиг Шлефли етәкселеге аҫтында «Решение проблемы отображения» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[11]. 1897 йылда Брюсселдә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар конгресында ҡатнашҡан дүрт Рәсәй делегатының береһе була[10].

Рәсәйгә ҡайтып, Литвинова 1873 йылдағы указды һанға һуҡмағаны өсөн университетта эш таба алмай. Ҡатын-ҡыҙҙар урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, С.В.Ковалевская, боронғо грек философы Аристотель, сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре Фрэнсис Бэкон һ.б. кеүек билдәле кешеләр тураһындағы биографик мәҡәләләр яҙыу менән килемен тулыландыра. 35 йыл уҡытыу эсендә философия һәм математика уҡытыу практикаһы буйынса 70 ашыу мәҡәләләр яҙа.

Пенсияға китә, һәм, бөтә ихтималлыҡтар буйынса, Февраль һәм 1917 йылғы Октябрь революцияһын апаһы менән Рәсәйҙә ҡаршылай. Е.Ф. Литвинованың вафаты датаһы аныҡ билдәле түгел: бәлки, 1919 йылда Петроградта аслыҡ ваҡытында вафат була, башҡа фараздар буйынса, 1921 йәки 1922 йылда вафат була.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Litvinova, Jelizaveta Fedorovna // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 https://www.livelib.ru/author/462584-elizaveta-litvinova
  3. 3,0 3,1 Google Books (билдәһеҙ) — 2005.
  4. 4,0 4,1 Elizaveta Fedorovna Litvinova // https://www.agnesscott.edu/lriddle/women/litvin.htm
  5. 5,0 5,1 Elizaveta Fedorovna Litvinova // NUKAT — 2002.
  6. 6,0 6,1 Elisabetha von Litwinowa-Iwaschkina // Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  7. Елизавета Литвинова - биография, список книг, отзывы читателей - Readly.ru.m.readly.ru.Дата обращения: 23 апреля 2021.
  8. Математическое образование.Литвинова Елизавета Федоровна / Авторы, персоны / Указатели // Библиотека Mathedu.Ru.Библиотека Mathedu.Ru.Дата обращения: 23 апреля 2021.
  9. Lib.ru/Классика: Литвинова Елизавета Федоровна. Е. Ф. Литвинова: биобиблиографическая справка.az.lib.ru.Дата обращения: 23 апреля 2021.
  10. 10,0 10,1 Коблиц, 2005
  11. Литвинова Елизавета Федоровна.www.directmedia.ru.Дата обращения: 23 апреля 2021.