Эстәлеккә күсергә

Лукашенко Александр Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Лукашенко А. Г. битенән йүнәлтелде)
Александр Григорьевич Лукашенко
бел. Аляксандр Рыгоравіч Лукашэнка
Александр Григорьевич Лукашенко
Флаг
Флаг
Беларусь Республикаһы Президенты
 20 июль 1994 йыл
Хөкүмәт башлығы: Михаил Николаевич Чигирь,
Сергей Степанович Линг,
Владимир Васильевич Ермошин
Геннадий Васильевич Новицкий,
Сергей Сергеевич Сидорский,
Михаил Владимирович Мясникович,
Андрей Владимирович Кобяков
Алдан килеүсе: должность учреждена[1]
 
Дине: прауаҫлауҙы атеист[3][4]
Тыуған: 30 август 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (70 йәш)
Копысь ҡасабаһы, Орша районы, Витебск өлкәһе, БССР, СССР
Әсәһе: Екатерина Трофимовна Лукашенко
Ҡатыны: Галина Родионовна Лукашенко
Балалары: сыновья: Виктор, Дмитрий, Николай
Партия: КПСС (19791991)
Белеме: 1) А. А. Кулешов исемендәге Могилёв дәүләт педагогия институты
2) Белорус дәүләт ауыл хужалығы академияһы (БГСХА)
Профессияһы: 1) Тарих һәм йәмәғәт белеме уҡытыусыһы
2) ауыл хужалығы производствоһы иҡтисадсыһы-ойоштороусыһы[2]
 
Сайт: president.gov.by
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 1975—1977, 1980—1982
Принадлежность: Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Ғәскәр төрө: Сик буйы ғәскәрҙәре, танк ғәскәрҙәре
Звание:
Подполковник
Подполковник
[5]
Бәрелештәр: Рәсәйҙең Украиналағы махсус хәрби операцияһы[d]
 
Автограф:
 
Наградалары:
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Александр Невский ордены кавалеры
Ҡалып:Орден Франсиско Миранды 1 класса (Венесуэла) Лента ордена Республики Сербия
Хосе Марти Милли ордены
Хосе Марти Милли ордены
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Ҡалып:Медаль Вифлием 2000
Ҡалып:Орден святого равноапостольного князя Владимира 1 степени Ҡалып:Орден Дмитрия Донского 1 степени Ҡалып:Орден Серафима Саровского 1 степени
I дәрәжә изге Сергий Радонежский ордены
I дәрәжә изге Сергий Радонежский ордены

Александр Григорьевич Лукашенко (белор. Алякса́ндр Рыго́равіч Лукашэ́нка; 30 август 1954 йыл) — белорус сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре, Беларусь Республикаһының беренсе президенты (1994 йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем), Беларусь Республикаһының Милли олимпия комитеты президенты (1997), Ҡораллы көстәренең баш командующийы, республикаһының Именлек Советы рәйесе. Европаның бөтә дәүләт башлыҡтары араһында (монархтарҙан башҡа) үҙ вазифаһын иң оҙаҡ башҡарыусы.

Александр Лукашенко 1954 йылдың 30 авгусында Белорус ССР-ы Витебск өлкәһенең Орша районы Копысь ҡасабаһында тыуған. Милләте — белорус[6]. Ҡартатаһы Трофим Иванович тыумышы менән Украинанан, Сумы өлкәһенән.[7].Александр Григорьевичтың әсәһе һуғышҡа тиклем Могилев өлкәһе Шклов районының Александрия ауылында йәшәгән , ә һуғыштан һуң Оршанский етен эшкәртеү комбинатында эшләй. Улы тыуғас, ауылына ҡайтып, фермала һыйыр һауыусы булып эшләй[8]. Александр атаһыҙ үҫә һәм тәрбиәләнә.

1975 йылда Могилев педагогия институтының тарих факультетын тамамлай, ә 1985 — ситтән тороп Белоруссия ауыл хужалығы академияһының иҡтисад факультетын тамамлап, «ауыл хужалығы производствоһының иҡтисад ойоштороусыһы» белгесе була.[9]. 1975—1977 йылдарҙа Лукашенко саҡырыу буйынса СССР Дәүләт именлеге комитетының (КГБ-ның) Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, Көнбайыш сик буйы округының политик бүлегендә (Бреста) инструктор була[10]. Хәрби хеҙмәттән һуң ул Могилев ҡалаһының ҡала аҙыҡ һатыу ойошмаһында комсомол комитете секретаре булып эшләй башлай. 1978 йылда Бөтә Союз «Белем» йәмғиәтенең Шкловский район ойошмаһында яуаплы секретарь булып эшләй[9].

1979 йылдан КПСС ағзаһы. 1980 йылдан 1982 йылға тиклем танк ротаһында командирҙың сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә[10]. 1982 йылда Шкловский районының «Ударник» колхозында рәйес булып, һуңынан Шклов төҙөлөш материалдары комбинатының директор урынбаҫары, ә 1985—1987 йылдарҙа шул уҡ райондын Ленин исемендәге колхозында партком секретаре булып эшләй[11].1987 йылдың март айында шул уҡ райондың «Городец» совхозында директор булып эшләй һәм 1988 йылда беренселәрҙән булып Могилёв өлкәһе совхозында аренда подрядын ҡуллана башлай[9][12].

Сәйәси карьераһының башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Үҙгәртеп ҡороу» осоро башланғас, 1990 йылда, Белоруссияның Юғары Советына халыҡ депутаты итеп һайланған. Беларусь Республикаһында коммерция структураларының эшсәнлеген өйрәнеү буйынса ваҡытлыса комиссияһын етәкләгән сағында урындағы һәм республика власть органдарының эше тураһында тәнҡит менән сығыш яһай[13],үҙенең ҡыйыу сығыштарында, айырым алғанда, Юғары Советы Рәйесе Станислав Шушкевичты ныҡ тәнҡитләй.

25 май 1991 йыл. Республиканың "Народная газетаһында "Диктатура: белорусский вариант?"исеме аҫтында программа һыҙған мәҡәләһен баҫтыра. Белоруссия Юғары Советында «Коммунистар демократия өсөн» тигән фракция ойошторола, уның лидерҙарының береһе Лукашенко була[14].

1991 йылдың октябрендә Минскиҙә яңы, демократик Халыҡ ризалығы партияһын төҙөү тураһында съезд үткәрелә. «Коммунистар демократия өсөн» фракцияһының күп кенә ағзалары, партия функционерҙары,Белоруссия КП ҮК ЮПМ уҡытыусылары был партияға тупланалар. Партияның тәүге рәйестәштәренең береһе Лукашенко була. Партияны төҙөү процессы бик ауыр шарттарҙа, бәхәстәрҙә һәм интригаларҙа бара, һәм бер аҙҙан Лукашенко ойоштороу комитетын ташлап сыға[14].

Беларуссия Республикаһының Юғары Советында СССР-ҙы бөтөрөүсе Беловежскийҙәге килешеүҙәрҙе ратификациялаған саҡта,ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был килешеүҙәргә Лукашенко ҡаршы сыҡҡан[15] берҙән-бер, икенселәре буйынса — ул һайлауҙарҙа ҡатнашмаған[16][17][18], өсөнсөләре буйынса — тауыш биреүҙән тыйылып ҡалған[19] депутат булған. Һуңыраҡ Лукашенко СССР-ҙың тарҡалыуын " XX быуат иң ҙур геополитик һәләкәте " итеп һанаған[20].

1993 йылдың апреленән алып — 1994 йылдың июленә тиклем Лукашенко Юғары Советтың коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса вакытлы комиссияһын етәкләгән[9].

Белоруссия Президенты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һайлау алды активлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Президент һайлауҙарының беренсе турында Лукашенконы һайлау һөҙөмтәләре

Кандидат Лукашенконың һайлау алды штабы уның үҙе кеүек үк йәш политиктарҙан тора. Улар араһында Леонид Синицын, Дмитрий Булахов, Виктор Гончар, Валерий Цепкало, Александр Федута, Михаил Сазонов, Юрий Малумов, Петр Капитуло, Виктор Терещенко, Иван Титенков, Александр Лукашов, Виктор Кучински, Владимир Ядренцев, Владимир Нистюк, Анатолий Лебедько, Николай Карпиевич һәм Виктор Шеймандар булған[21]. Әммә бер аҙҙан һуң Лукашенко башта вәғәҙә иткән сәйәсәтенән айырмалы сәйәсәтте тормошҡа ашыра башлағас, уның командаһының күп кенә ағзалары, йәш президенттың аҙымдарына ҡаршы сығып, оппозицияға тупланалар. Бигерәк тә улар 1995 һәм 1996 йылдарҙағы референдумдың һөҙөмтәләре менән һәм Рәсәй менән интеграцияға инеү сәйәсәтенә ҡаршылыҡтарын белдерәләр. Уларҙың ҡайһы берҙәре өсөн бындай юлды һайлау карьераларын бөтөрөүсе аҙым булып тора. 2008 йылдың башына Беларусь Республикаһының юғары власть эшелонында тик бер Шейман ғына тороп ҡала[22].

Үҙенең һайлау алды программаһында Лукашенко Белоруссияның юҡҡа сығыу упҡыны алдында торғанын, уның производство һәм ауыл хужалығының ҡырҡа кәмеүен, инфляция темпының , енәйәтселек һәм коррупцияның юғары дәрәжәлә булыуын әйткән. Лукашенко фекеренсә, "халыҡты был упҡында һәләк булыуҙан ҡотҡарырға кәрәк ", был маҡсатта власты ла яңыртырға кәрәк. Өҫтәүенә, ул яңы власть тормошҡа ашырырға тейешле маҡсаттар- инфляцияны кәметеү һәм халыҡтың хәйерселеккә батыуын туҡтатыу, мафияны юҡ итеү, коррупция дәрәжәһен кәметеү, элекке СССР республикалары (барыһынан да элек Рәсәй)[23] менән бәйләнеште яңынан тергеҙеү — икәнлеген әйткән.

Был һайлау алды кампанияһы осоронда (16 июнь, 1994 йыл)Лукашенконы һәләк итеү маҡсатында уға һөжүм итәләр. Ул Беларусь Республикаһының ике халыҡ депутаты Иван Титенков һәм Виктор Шейман менән бергә Витебский өлкәһенең Лиозно ауылы янынан үтеп барғанда, уларҙың «Мерседесын» ҡыҫырыҡлап килгән «Форд» машинаһынан уларға аталар. Пуляларҙың береһе Лукашенконың башынан барлығы бер нисә сантиметрҙа ғына үтеп китә[24]. Бер кем дә зыян күрмәгән. Һөҙөмтәлә КГБ һәм Эске эштәр министрлығының тикшереү эксперименттары буйынса, Титенков һәм Шейман дәлилләгән шарттарҙа һөжүмдең бер нисек тә булыуы мөмкин түгеллеге билдәле була[25][26]. 28 июнь көндө Лукашенко Хөкүмәт Йортона инә башлағанда, Баш йорт хакимлығы хеҙмәткәрҙәре уны был бинаға индермәҫкә тырышалар,ә Лукашенко барыберХөкүмәт йортона ингәс, ул һәм уның өс ярҙамсыһы милиционерҙар тарфынан туҡмалалар. Лукашенко еңелсә тән йәрәхәттәре ала[27]. Белоруссия Прокуратураһына милиция хеҙмәткәрҙәре был осраҡта Александр Григорьевичты милиционерҙарҙың формалы кейеменең бер нисә төймәһен өҙөүҙә һәм өҫ кейемдәрен боҙоуҙа ғәйепләп яҙалар[28].

10 июль, 1994 йыл. Илдә икенсе тур президент һайлауҙары үтә.Унда Александр Лукашенко һайлаусыларҙың 80,1 % тауышын яулай[29] һәм бойондороҡһоҙ Беларусьтың беренсе Президенты була.

Беренсе президент срогы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
РФ-ың Ҙур Кремль залында Рәсәй һәм Белоруссия араһында Союз төҙөлөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында РФ Президенты Борис Ельцин менән Александр Лукашенко.1997 йылдың 2 апреле.
Л. Кучма, В. Путин, А. Лукашенко һәм патриарх Алексий II 3 май, 2000 йыл

ИТАР-ТАСС-ың Генераль директоры урынбаҫары Михаил Гусманға 2009 йылда биргән интервьюһында Лукашенко үҙенең президетлығының беренсе көндәре тураһында ошоларҙы һөйләгән :

1995 йылда Лукашенко инициативаһы менән илдә референдум үткәрелде. Унда һайлаусылар дүрт мәсьәлә ҡараны: рус теленә дәүләт теле статусы биреү , яңы дәүләт флагы һәм дәүләт гербын раҫлау, Лукашенконың иҡтисад мәсьәләһендә Рәсәй менән интеграцияһын булдырыу политикаһын яҡлау һәм Белоруссия президентының Беларусь Республикаһы Юғары Советын таратырға хоҡуғын раҫлау[23][30]. Референдумға килгән халыҡтың 75 % был һорауҙарға ыңғай яуап бирҙеләр[31]. Һөҙөмтәлә, рус теле Беларусь Республикаһында икенсе дәүләт теле булды.

1995 йылдың ғинуарында Лукашенко һәм Рәсәй Федерацияһы президенты Борис Ельцин һалым һәм таможня берлектәре тураһында Беларусь һәм Рәсәй араһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙылар. Февраль айында Лукашенко һәм Ельцин ике ил араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында, 1996 йылда —Беларусь һәм Рәсәй араһында Берләшмә төҙөү тураһында килешеү , 1998 йылда Рәсәй һәм Беларусь граждандарының тиң хоҡуҡлығы тураһында килешеү төҙөнөләр.

1996 йылдың мартында Лукашенко Рәсәй Федерацияһы, Беларусь Республикаһы һәм Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан Республикалары араһында иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә бәйләнештәрҙе тәрәнәйтеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

24 ноябрь 1996 йыл. Был йылда үткәрелгән референдум һөҙөмтәләре буйынса Беларусь Республикаһының президентлыҡ срогының биш йыллығы өр-яңынан башланды, илдең Конституцияһына был турала өҫтәлмәләр яһалды. Европа һәм АҠШ референдумды иҫәпкә алманы.[32]

Икенсе президентлыҡ срогы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Александр Лукашенко һәм Владимир Путин. Мәскәү, 2001 йыл.

9 сентябрь 2001 йыл. Илдә президент һайлауҙары уҙҙы. Лукашенко һайлауҙар ваҡытында ауыл хужалығы стандарттарын күтәреүҙе, социаль пособиелар һәм сәнәғәт етештереү күләмен арттырыуҙы үҙенең төп бурысы итеп ҡуйҙы[33].75,65 % тауыш йыйып, Лукашенко беренсе турҙа еңде. ОБСЕ һайлауҙар процессы " халыҡ-ара стандарттарына тура килмәне, тине "[33][34].Рәсәй Президенты Владимир Путин, Лукашенкоға шылтыратып, уны һайлауҙа еңеүе менән ҡотланы һәм уның менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерҙе[33].

2004 йылда үткәрелгән референдум ил Конституцияһының президент сроктарын сикләү тураһындағы тыйыуҙарын ғәмәлдән сығарҙы. Шунлыҡтан Александр Лукашенко киләсәктә президент һайлауҙарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Был референдум ҡарарҙары ла ЕС һәм АҠШ тарафынан танылмай ҡалды[35][36].

Белоруссия Лукашенконың президентлыҡ сроктары ваҡытында күпселек иҡтисади күрһәткестәрҙе үҫтерҙе. Уртаса үҫеш 2000 йылдан 2013 йылға тиклем 6,3 %[37]) тәшкил итте. Хәйер был Рәсәйҙән Европа илдәренә Рәсәй нефтен таҙартып ҡыуыуҙан алынған үҫеш ине,[38].

Үҙенең тышҡы сәйәсәтендә БДБ илдәре менән интеграцияла ҡалыу политикаһын алып барҙы. 2003 йылдың сентябрендә Лукашенко Белоруссия, Рәсәй, Украина һәм Ҡаҙағстанстандың Берҙәм иҡтисади берләшмәһе тураһындағы ярашыуына ҡул ҡуйҙы.

Өсөнсө президентлыҡ срогы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19 март 2006 йыл. Өсөнсө тапҡыр Беларусь Республикаһының президенты итеп һайланды . ОБСЕ тағы бер ҡат һайлауҙарҙы танымай[39], сөнки президентлыҡҡа кандидат булған Миленкивич А. В. һәм Козулин А. В етәкселегендә илдә күп кеше ҡатнашлығында протест акциялары уҙҙы.

2008 йылдың башында Белоруссия Именлек Советы ултырышында Белоруссия атом электростанцияһын төҙөү тураһында план ҡабул ителә һәм уны 2016—2018 йылдарҙа эшләй башлатыуҙы тәьмин итеү ҡарала. Был АЭС төҙөлөү арҡаһында йыл һайын 1 миллиард доллар торған импорт тәбиғи газы һаҡланып ҡалырға тейеш.[23].

Дүртенсе президентлыҡ срогы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Александр Лукашенко "Славян баҙарын " асыу тантанаһында.2014 йыл.

2010 йылдың 19 декабрендә Беларусь Республикаһының президентын һайланылар. 79,65 % тауыш йыйып, Лукашенко дүртенсе срокҡа Президент булып һайланды. АҠШ һәм Евросоюз был һайлауҙарҙың һөҙөмтәләрен танымай, ә БДБ миссияһының башлығы С Лебедев[40] һайлауҙарҙы дөрөҫ тип тапты.

21 ғинуар 2011 йыл. Александр Лукашенко рәсми рәүештә Беларусь Республикаһының президенты вазифаһын башҡара башланы[41].

Бишенсе президентлыҡ срогы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

11 октябрь, 2015 йыл. Беларусь Республикаһы Президентын һайлайҙар.[42]. Үҙәк Һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Александр Лукашенко 83,49 % тауыш йыйған. Лукашенко менән ярышыусы ике кандидат һайлауҙарҙың һөҙөмтәләрен рәсми рәүештә иғлан иткәнгә тиклем үк уны еңеүсе итеп һанайҙар[43]. Был һайлауҙарҙың нәтижәһе президент өсөн ул ҡатнашҡан барыһы биш кампанияның иң яҡшыһы булды.

Лукашенкоға ҡаршы санкциялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылда Европа Союзы, ә унан һуң АҠШ уға үҙ территорияларына кереүҙе тыйған[44]. 2008 йылда кереү тыйыу туҡтатылған ине. 2011 йылдың ғинуарында Польша уға илдәренә кереүҙе тыйҙы[45]. 2011 йылдың апрелендә ЕС Советы 2011 йылдың 31 октябренә тиклем ЕС ерҙәренә кереүҙе тыйҙы.[44].

15 февраль, 2016 йыл. Германия сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер Европа Союзының Беларусь Республикаһынан, шул иҫәптән ил президенты Александр Лукашенконан, был санкцияларҙы кире алды.[46]

Көнбайыш Масса мәғлүмәт сараларында Александр Лукашенконы йыш ҡына " Европалағы аҙаҡҡы диктатор "[47] тип йөрөтәләр. АҠШ милли разведкаһы директоры Джеймсом Тэппер АҠШ%тың Конгресына биргән отчетында Лукашенко Белоруссияны Көнбайыштан алыҫлаштырып, Рәсәйгә табан этәреп, илде иҡтисади бойондороҡһоҙлоҡтан сығара тип иҫәпләй.[48]. ПАСЕ ағзаһы Христос Пургуридес белорус хакимдәрен урындарҙағы политиктарҙы үлтереүҙә һәм юҡ итеүҙәрҙә ғәйепләй.[49].

Яҡынса 10 йыл дауамында, 2008 йылдың 13 октябренә тиклем, А. Лукашенко һәм уның яҡын ярҙамсыларына Ю. Захарченко, В. Гончар, А. Красовский һәм Д. Завадскийҙарҙың юғалыуы арҡаһында сыҡҡан ғауға арҡаһында АҠШ-ҡа һәм Евросоюз илдәренә кереү рөхсәт ителмәй[50][51], һәм улар шулай уҡ " халыҡ-ара һайлау стандарттары һәм кеше хоҡуҡтары стандарттарын боҙоуҙа "[52] [53] ғәйепләнәләр..

Лукашенконың шәхси тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған датаһы тураһында.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паспорт мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Александр Григорьевич Лукашенко 1954 йылдың 30 авгусында Витебск өлкәһенең Оршан районы Копысь ҡасабаһында тыуған[54]. 2009 йылдың уртаһында Лукашенко үҙен 30-да түгел , ә 31 августа тыуған тип таныта

А. Г. Лукашенко бәләкәй улы Николай менән 2012 йылдың Еңеү көнөндә 9 майҙа Минскиҙә үткән Парадта. Улар артында — улы Виктор күкшел -һоро костюмда

Ҡатыны— Галина Родионовна[55] (никахта 1975 йылдан бирле). Никахтағы көйө айырым йәшәйҙәр.

Өс ир балалары: Виктор (1975), Дмитрий (1980) һәм Николай .Николай никахтан тыш тыуған улы.

Владимир Путин һәм Александр Лукашенко улы Николай менән «Көнбайыш-2013» хәрби учениеһында. Гродно. Гожский полигоны

Лукашенконың ете ейәне бар — дүртеһе — өлкән улының балалары: Виктория (1998), Александр (2004), Валерия (2009) һәм Ярослав (21.08.2013), өсөһө — уртансы улыныҡы: Анастасия (2003), Дарья (2004) һәм Александр (28.02.2014)[56]

Лукашенко, хоккей һәм саңғыла йөрөү менән мауыға[57][58], баянда уйнай[59], актив йәшәү рәуешен пропагандалай[60].

Ҡайсағында Лукашенко Путин менән бергә, Назарбаев[61], Медведевтар менән дә бергә тау саңғыһында шыуа.[62].

Владимир Путин Александр Лукашенконы II дәрәжә «Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләй

Дәүләт наградалары

  • Медаль «В память 850-летия Москвы» (6 сентябрь 1997 йыл)[63]
  • Орден Революции (Ливия, 2000 йыл)[64]
  • Орден Хосе Марти (Куба, 2000 йыл)[65]
  • Орден «За заслуги перед Отечеством» II степени (Россия, 2 апрель 2001 йыл) — «за большой личный вклад в создание Союзного государства, укрепление дружбы и сотрудничества между народами Российской Федерации и Республики Беларусь»[66]
  • Большая цепь ордена Освободителя (Венесуэла, 2007 йыл)[67]
  • Орден Франсиско Миранды 1 класса (Венесуэла, 2010 йыл)[68]
  • Лента ордена Республики Сербия (Сербия, 2013 йыл)[69]
  • Орден Александра Невского (Рәсәй Федерацияһы, 30 август 2014 йыл) — за большой личный вклад в развитие традиционных дружественных связей между Россией и Белоруссией, углубление двустороннего взаимодействия в политической, оборонной, экономической и социальной сферах[70]
  • Медаль «Вифлием-2000» (Палестинская национальная администрация, 2000)[71]

Конфессиональ наградалары

  • Орден святого равноапостольного великого князя Владимира I степени (2007 йыл)[72]
  • Орден преподобного Сергия Радонежского I степени (2002 йыл)
  • Орден святого благоверного великого князя Димитрия Донского I степени (РПЦ, 2005 йыл)[73]
  • Орден Святого Кирилла Туровского (Белорусская Православная Церковь РПЦ, 2006)[74]
  • Орден Креста Преподобной Евфросинии Полоцкой (Белорусская Православная Церковь РПЦ, 1998 йыл, награждён «за большой вклад в духовное возрождение народа»)
  • Цепь ордена Рыцарей Гроба Господня (Иерусалимская Православная Церковь, 2000 йыл)
  • Святого Саввы I степени (Сербская православная церковь, 2014 йыл)[75]
  • Орден преподобного Серафима Саровского I степени (2015 йыл)-«за заслуги в деле защиты духовных ценностей белорусского народа, поддержание церковной жизни и установление мирных отношений между людьми разных конфессий»[76]

Башҡа наградалары

  • Лауреат Международной премии Андрея Первозванного «За Веру и Верность» (1995)[77]
  • Международная премия имени Михаила Шолохова (1997 год, премия присуждена «за мужественную политическую публицистику и самоотверженную позицию в защите народных интересов»)
  • Почётный гражданин Каракаса (2010 год)
  • Специальный приз МОК «Врата Олимпа» (2000)[78]
  • Почётный гражданин Еревана (2001 год)[79]
  • Медаль Международной федерации фестивальных организаций «За развитие мирового фестивального движения» (2005)[80]
  • Специальный приз МОК «Спорт и общество» (2006)
  • Почётная грамота Евразийского экономического сообщества (2006)[81]
  • Лауреат Шнобелевской премии Мира (2013 год)[82]
  1. До учреждения должности президента и до вступления А. Лукашенко в эту должность главой Республики Беларусь являлся Мечислав Гриб — Беларусь Республикаһы Юғары Советы Рәйесе, высшее должностное лицо государства согласно ст. 107 Конституции, сохранявшей действие до принятия новой конституции в 1994 году
  2. Лукашенко Александр Григорьевич
  3. Александр Лукашенко остаётся «Православным атеистом» 2016 йыл 21 апрель архивланған.
  4. Не все изобрел Лукашенко
  5. Почему подполковник Лукашенко носит маршальскую форму?
  6. Официальный интернет-портал Президента Республики Беларусь/Биография. Дата обращения: 13 март 2013. Архивировано 15 март 2013 года.
  7. В. Малишевский, У. Бобоед. В Минск из Канады летит троюродный племянник Лукашенко. газ. «Комсомольская правда]]» (12 август 2003). Дата обращения: 27 май 2012. Архивировано 22 июнь 2012 года.
  8. Лукашенко Александр Григорьевич  (рус.), РосБизнесКонсалтинг.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Александр Лукашенко  (рус.), vedomosti.ru..
  10. 10,0 10,1 в армии СССР служил Александр Лукашенко и почему он служил дважды. Сайт Яндекс-Дзен, 14 мая 2020 года(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 май 2020)
  11. Александр Лукашенко. Биография  (рус.), Вести (20 марта 2006 г.). 2016 йыл 4 март архивланған.
  12. Лидер социализма, «как шведы его проповедуют» /ДЕНЬ 2008 йыл 7 июнь архивланған.
  13. TUT. 2020 йыл 19 сентябрь архивланған.
  14. 14,0 14,1 http://library.fes.de/pdf-files/bueros/belarus/07073.pdf
  15. http://www.materik.ru/upload/iblock/4b4/4b47ef0cc51529482c21bbffbabee630.pdf 2018 йыл 22 декабрь архивланған.
  16. ТИХИНЯ Валерий Гурьевич — Биография — БД «Лабиринт»
  17. Елисеев Алексей | Белорусский партизан 2011 йыл 23 март архивланған.
  18. СССР — Библиотека — Бабушкин, Анатолий «Кто и как упразднил СССР» 2016 йыл 2 апрель архивланған.
  19. Ъ-Газета — Лукашенко за СССР
  20. Информационно-аналитический портал Союзного государства/Архив 2007—2008
  21. Команда Лукашенко. Год 1994. — 7 Июля 2009 — Микрорайон Брилевичи (Дружба) г. 2010 йыл 24 октябрь архивланған.
  22. Президент без команды " Независимая информационная лента 2014 йыл 20 февраль архивланған.
  23. 23,0 23,1 23,2 Информационно-аналитический центр при Администрации Президента Республики Беларусь 2013 йыл 13 март архивланған.
  24. НИКОЛАЙ Ъ-СЕРГЕЕВ. Пуля пролетела в нескольких сантиметрах  (рус.), Газета «Коммерсантъ» (18.06.1994).
  25. Александр Григорьевич Лукашенко
  26. Бывший «главный завхоз» продолжает разоблачения
  27. МИХАИЛ Ъ-ШАПИРО. Милиционеры избили кандидата в президенты Белоруссии  (рус.), Газета «Коммерсантъ» (29.06.1994).
  28. Следствие/приговоры  (рус.), Газета «Коммерсантъ» (30.06.1994).
  29. Предвыборная борьба позади, впереди борьба за посты  (рус.), Газета «Коммерсантъ» (12.07.1994).
  30. Lenta.ru: Новости: Соперник Лукашенко пообещал лишить русский язык официального статуса
  31. ЦИК РБ:: Республиканский референдум 14 мая 1995 года 2007 йыл 16 октябрь архивланған.
  32. Би-би-си | Проекты | 2006 | Belarus | Белоруссия: 1994—2006
  33. 33,0 33,1 33,2 Lukashenko claims victory in Belarus election, USA Today (10 сентябрь 2001). 17 октябрь 2007 тикшерелгән.
  34. Microsoft Word — Presidential 2001 2014 йыл 22 октябрь архивланған.
  35. Парламентская газета:: Архив:: «Бархатной» революции не случилось
  36. Владимир Ефанов. Оппозиция не прошла. Российская газета (19 октябрь 2004). Дата обращения: 13 август 2010.
  37. ВВП Республики Беларусь
  38. Alexander Lukashenko: Dictator with a difference, The Telegraph, Telegraph.co.uk (25 сентябрь 2008). 26 сентябрь 2008 тикшерелгән.
  39. OSCE Press release — Belarusian election severely flawed due to arbitrary use of state power and restrictions on basic rights
  40. Миссия ОБСЕ не признала выборы свободными, в отличие от миссии СНГ // KP.
  41. Лукашенко заступил на четвёртый срок.
  42. ЦИК Белоруссии подводит предварительные итоги президентских выборов.
  43. Двое из трех соперников Лукашенко признали его победу до подсчета голосов.
  44. 44,0 44,1 Телеграф.lv: ЕС готов снова сделать Лукашенко персоной нон грата 2011 йыл 9 ғинуар архивланған.
  45. Польша объявила Лукашенко персоной нон-грата
  46. ЕС частично снял санкции с Белоруссии и Лукашенко. interfax.ru (15 февраль 2016).
  47. Voices of Freedom Are Stilled by Europe’s Last Dictator. New York Times.
  48. Глава разведки США Джеймс Клэппер: Лукашенко сумел добиться покорности белорусского общества. TUT.BY. 2020 йыл 15 август архивланған.
  49. Христос Пургуридес: «Есть конкретные доказательства причастности белорусских властей к исчезновениям» 2021 йыл 2 июнь архивланған. ciwr.org
  50. Lenta.ru: В мире: Белорусским чиновникам запретили въезд в ЕС и США 2016 йыл 5 август архивланған. // Лента.ру, 28.09.2004
  51. Ефанов В. Белорусов не пускают в Европу // «Российская газета», 29.09.2004
  52. Спіс беларускіх чыноўнікаў, якім забаронены ўезд у краіны Саюза і ЗША 2009 йыл 2 июнь архивланған. (белор.)(белор.
  53. Крестный Отец Беларусской «Демократии» (рус.)(рус.
  54. Сведения о регистрации инициативных групп избирателей по выдвижению кандидатов в Президенты Республики Беларусь
  55. Галина Лукашенко: Саша — необыкновенный человек 2016 йыл 22 апрель архивланған. // Белорусские новости, 29.09.2005
  56. Информационный портал tut.by (март 2014) http://news.tut.by/society/389766.html 2014 йыл 9 март архивланған.
  57. Александр Лукашенко: В Беларуси нужна эффективная система подготовки хоккейных кадров 2011 йыл 14 ғинуар архивланған.
  58. Виталий Новопашин: «В Усть-Каменогорске хоккей — спорт номер один» — Хоккей — Sports.ru
  59. Диктатор Лукашенко играет на баяне Ободинского:: Видео на RuTube
  60. YouTube — Лукашенко: «Интервью в трусах я ещё не давал»
  61. Лукашенко катается в Казахстане на лыжах // KP.(недоступная ссылка)
  62. Медведев и Лукашенко покатались на лыжах // KP.
  63. Вечерний Минск от 9 сентября 1997 года 2009 йыл 18 июнь архивланған.
  64. Институт диаспоры и интеграции. Информационно-аналитический бюллетень № 18 от 15.11.2000. 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
  65. А.
  66. Указ Президента Российской Федерации от 2 апреля 2001 года № 382 "О награждении орденом «За заслуги перед Отечеством» II степени Лукашенко А. 2009 йыл 4 сентябрь архивланған.
  67. Лукашенко награждён высшей наградой Венесуэлы — орденом Освободителя 2008 йыл 25 февраль архивланған.
  68. Лукашенко получил орден за заслуги перед Венесуэлой 2015 йыл 9 октябрь архивланған.
  69. Укази о одликовањима 2013 йыл 1 март архивланған.
  70. Указ Президента Российской Федерации от 30 августа 2014 года № 577
  71. Medal of Bethlehem, 2000 (инг.)(англ.
  72. Александр Лукашенко награждён орденом Святого Владимира I степени
  73. Патриарх наградил Александра Лукашенко 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
  74. Александр Лукашенко награждён орденом Белорусской Православной Церкви
  75. Председнику Републике Белорусије највиши орден Српске Цркве 2021 йыл 30 июль архивланған.
  76. Глава РПЦ вручил президенту орден преподобного Серафима Саровского I степени
  77. Лауреаты Международной премии Андрея Первозванного «За Веру и Верность». 1993—2005 годы 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  78. Олимпийский приз для Беларуси 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  79. Мэрия г. 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  80. Президент Беларуси Александр Лукашенко удостоен медали «За развитие мирового фестивального движения» 2007 йыл 30 сентябрь архивланған.
  81. В Минске прошло заседание Межгосударственного Совета ЕврАзЭС
  82. Lenta.ru: Наука и техника: Наука: Лукашенко стал лауреатом Шнобелевской премии

ТЕРМОЯДЕРНЫЙ ЛУКАШЕНКО