Лунин Яков Михайлович
Лунин Яков Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 декабрь 1899 |
Тыуған урыны | Муниципальное образование Алапаевское[d], Свердловск өлкәһе, РСФСР |
Вафат булған көнө | 1948 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Үлем сәбәбе | ауырыу |
Ерләнгән урыны | Мәскәү |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | өлкән сержант һәм штаб-сержант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Яков Михайлович Лунин (1899—1948) — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына өлкән сержанты Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яков Лунин 1899 йылда Бутаково (хәҙер — Свердловск өлкәһе Алапаев районы) ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, ауыл хужалығында эшләй. 1929 йылдан Ырымбурҙа йәшәй һәм эшләй. 1942 йылдың мартында Лунин Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла һәм Бөйөк Ватан һуғышы фронтына ебәрелә[1].
1943 йылдың сентябренән гвардия ҡыҙылармеецы Яков Лунин Үҙәк фронт, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 58-се кавалерия полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ тоҫҡаусыһы булған. Украина ССР-ы Чернигов өлкәһен азат иткәндә һәм Днепр өсөн һуғыштарҙа айырыуса батырлыҡ күрһәткән. Выхвостов ауылы өсөн алышта Лунин дошмандың 1 артиллерия орудиеһы шәхсән, ә Ивашковка ауылы өсөн барған һуғыштарҙа — тағы 2 пулемёт юҡ иткән. 1943 йылдың 26 сентябренән 27 сентябренә ҡаршы төндә Лунин беренселәрҙән булып Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Брагин районы Нивки ауылы районында Днепр йылғаһы аша сыҡҡан һәм көнбайыш ярындағы плацдармды яулап алыуҙа һәм уның өсөн көрәштә әүҙем ҡатнаша. Һуғыштың иң ҡыҙған мәлендә Лунинды немец һалдаттар төркөмө уратып ала, ҡыйыу яугир улар менән атышта яҡынса 20 дошманды юҡ итә һәм үҙебеҙҙекеләргә йырып сыға[1].
СССР Юғары Советы Президиумының алып 1944 йылдың 15 ғинуар Указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн гвардия красноармеецы Яков Лунин, Ленин ордены һәм 6210-сы һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы юғары исеменә лайыҡ була[1][2].
Һуғыш бөткәндән һуң Лунин өлкән сержант дәрәжәһендә әйләнеп ҡайта. Ырымбурҙа йәшәй. 1948 йылдың 31 октябрендә Мәскәүҙә ауыр сирҙән кинәт вафат була, Мәскәүҙә ерләнгән[1].
Шулай уҡ бер нисә миҙал менән бүләкләнгән[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Лунин Яков Михайлович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
- Днепр — река героев. Киев, 1983.
- Золотые Звёзды свердловчан. — Свердловск: Средне-Уральское кн. изд., 1970.
- Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
- 25 декабрҙә тыуғандар
- 1899 йылда тыуғандар
- Свердловск өлкәһендә тыуғандар
- 1948 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 31 октябрҙә вафат булғандар
- Сирҙән вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы