Лысенков Алексей Максимович
Лысенков Алексей Максимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 19 апрель 1921[1] |
Тыуған урыны | Константиновка ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе[1] |
Вафат булған көнө | 19 март 1945[1] (23 йәш) |
Вафат булған урыны | Венгрия[1] |
Ерләнгән урыны | Фейер[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d][1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лысенков Алексей Максимович (19 апрель 1921 йыл — 19 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Артиллерия полкының үҙйөрөшлө батарея командиры, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Максимович Лысенков 1921 йылдың 19 апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[2] Константиновка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3].
Урыҫ. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Һигеҙ синыф тамамлаған. Колхозда эшләгән.
Ҡыҙыл Армия сафына 1940 йылда Башҡорт АССР-ы Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылда Киев артиллерия училищеһын тамамлай.
1458-се артиллерия полкының үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһының батареяһ командиры (5-се гвардия танк корпусы, 6-сы танк армияһы, 2-се Украина фронты) кесе лейтенант А. М. Лысенков Корсунь-Шевченко операцияһы барышында батырлыҡ күрһәтә.
1945 йылдың 19 мартында Лысенков Алексей Максимович Секешфехервар (Венгрия) ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ Гуттамаша ауылы өсөн барған һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була[4][5]. Шул уҡ ауылда ерләнгән[6].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«1944 йылдың февраль көндәрендә, дошман контратакаһын кире ҡағып, А. М. Лысенковтың батареяһы Украинаның Черкассы өлкәһе Лысянский районының Тихоновка һәм Яблоновка ауылдары эргәһендә дошмандың 12 танкыһын һәм 2 орудиеһын юҡҡа сығара. Шундай алыштарҙың береһендә, 1944 йылдың 23 февралендә Лысенков үҙенең үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһын ышыҡҡа урынлаштыра һәм мәргән ут асып, танкты, 2 орудиены, 50-гә яҡын дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Дошмандың ҡаршы һөжүме туҡтай».
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 13 сентябрендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн кесе лейтенант Лысенков Алексей Максимовичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4267) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (13.09.1944)[7][8].
- Ленин ордены] (13.09.1944).
- Александр Невский ордены (11.09.1944)[9].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (30.09.1944)[10].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы А. М. Лысенковтың тыуған ауылында, ул уҡыған мәктәп бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Лысенков Алексей Максимович (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2021)
- ↑ ОБД Мемориал|75541672.
- ↑ ОБД Мемориал|73754470.
- ↑ ОБД Мемориал|57345067.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 28, л. 469, 470).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 96, л. 3).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2859, л. 3, 19, 20).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 415, л. 40, 41).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лысенков Алексей Максимович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2021)
- Лысенков Алексей Максимович . «Герои страны» сайты.
- 19 апрелдә тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- 19 мартта вафат булғандар
- 1945 йылда вафат булғандар
- Венгрияла вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Александр Невский ордены (СССР) кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Туймазы районында тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы танкистары