Эстәлеккә күсергә

Атанова Людмила Петровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Людмила Петровна Атанова битенән йүнәлтелде)
Атанова Людмила Петровна
Тыуған

21 февраль 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Үҫәргән кантоны Сабатар ауылы

Үлгән

6 ғинуар 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (73 йәш)

Үлгән урыны

Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор , музыка педагогы

Инструменттар

фортепиано

Наградалар
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Атанова Людмила Петровна (21 февраль 1920 йыл — 6 ғинуар 1994 йыл) — музыка белгесе, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1970). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1964). СССР-ҙың Композиторҙар союзы ағзаһы.

Людмила Петровна Атанова 1920 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Үҫәргән кантоны Сабатар ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районында) тыуған.

1936 йылдан Өфөлә Башҡорт музыка училищеһында фортепианола уйнау буйынса (С. Т. Гербст һәм М. А. Зайдентрегер класы) уҡый[1].

Училищены тамамлағандан һуң, 1941—1942 йылдарҙа Өфө 1-се балалар музыка мәктәбендә музыкаль-теоретик дисциплиналарҙы уҡыта.

1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1952 йылда Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтының тарих-теория факультетын (М. Э. Риттих һәм М. С. Пекелистың музыка тарихы класы, В. О. Берковтың гармония, К. К. Ровеншильдтың махсус класы) тамамлай.

1952—1954 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының нәфис әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге инструкторы.

1954 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында лектор һәм Өфө музыка училищеһында музыкаль-теоретик дисциплиналар уҡытыусыһы булып эшләй.

1961—1965 йылдарҙа Өфө Дәүләт музыка-педагогия институтының (ГМПИ) уҡыу-консультация пунктында эшләй. 1963 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.

1964—1978 йылдарҙа — СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы тарих, тел һәм әҙәбиәт Институтында ғилми хеҙмәткәр.

1992 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атанова Людмила Петровна — 50-нән ашыу баҫылып сыҡҡан хеҙмәт авторы. Улар араһында монографиялар, башҡорт профессиональ һәм халыҡ музыкаһы мәсьәләләре буйынса фәнни һәм музыка буйынса тәнҡит мәҡәләләре.

Хеҙмәттәре:

  • Рәүеф Муртазин. Өфө, 1967.
  • Халиҡ Заимов. Өфө, 1967.
  • Мәсәлим Вәлиев. Өфө, 1970.
  • Тормошо йыр кеүек (Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ижади портреты). Өфө, 1973.
  • Башҡорттарҙан тәүге музыкант-тикшеренеүсе //Башҡорт халыҡ ижады. Өфө, 1976.
  • Башҡорт уйындарында йыр// Башҡорт йолалары һәм мәҙәни-көнкрүреш традициялары. Өфө, 1980. 117-128 биттәр.
  • Башҡортостан композиторҙары. Өфө, 1982.
  • Башҡорт музыка фольклорын йыйыусы һәм өйрәнеүселәр. Өфө, 1992.
  • Композиторы и музыковеды Башкортостана: Очерки жизни и творчества. Уфа, 2002.