Эстәлеккә күсергә

Чекирова Людмила Дмитриевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Людмила Чекирова битенән йүнәлтелде)
Чекирова Людмила Дмитриевна
Тыуған ваҡыты:

18 март 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны:

Прокопьевск ҡалаһы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2000), Төркмән ССР-ының атҡаҙанған артисы (1991).

Чекирова Людмила Дмитриевна (18 март 1950 йыл) — опера йырсыһы (лирик драматик сопрано), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2000). Төркмән ССР-ының атҡаҙанған артисы (1991) һәм Төркмән ССР-ының Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1985).

Людмила Дмитриевна Чекирова 1950 йылдың 18 мартында Прокопьевск ҡалаһында тыуған.

1979 йылда Мәскәү консерваторияһын (Е. И. Шумилова класы) тамамлағандан һуң Махтумкули исемендәге Төркмән опера һәм балет театры солисы булып эшләй (Ашхабад).

1995 йылдан алып — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 2011 йылдан — педагог репетиторы.

Чекирова Людмила Дмитриевна матур тембрлы көслө тауышҡа эйә. Гастролдәр менән Рәсәй, Германия, Польша, Төркиә буйлап йөрөй.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Чио-Чио-сан (Дж. Пуччини операһы; дебют, Махтумкули исемендәге Төркмән опера һәм балет театры, 1979)
  • Аида (Дж. Вердиҙың шул уҡ исемле операһы)
  • Ярославна («Князь Игорь», А. П. Бородин)
  • Кармен (Ж.Бизеның шул уҡ исемле операһы)
  • Шәфәҡ («Ай тотолған төндә») һ. б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]