Эстәлеккә күсергә

Мәрҙәншина Ләйлә Хәниф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ляйла Марданшина битенән йүнәлтелде)
Мәрҙәншина Ләйлә Хәниф ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 май 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Маншыр, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 сентябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены

Мәрҙәншина Ләйлә Хәниф ҡыҙы (15 май 1927 йыл — 10 сентябрь 2017 йыл) — «Туймазанефть» нефть сығарыу идаралығы 5-се промыслаһының нефть һәм газ сығарыу буйынса операторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1976). СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1977). Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданины (1983).

Ләйлә Хәниф ҡыҙы Мәрҙәншина 1927 йылдың 15 майында Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы) Үрге Маншыр ауылында тыуған. Урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1944 йылда Дүртөйлө районы Ҡаҙы-Йәлдәк башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 1946 йылдан «Туймазанефть» нефть сығарыу идаралығында оператор ярҙамсыһы, 1947 йылдан — 2-се промысланың нефть һәм газ сығарыу буйынса операторы булып эшләй, 1951 йылда 5-се промыслаға күсерелә.

Ләйлә Мәрҙәншина яңы техниканы үҙләштереү һәм ҡулланыуға индереү, промысланы үҙәкләштереү буйынса иң яуаплы эштәрҙе башҡара, нефть приборҙар төҙөү конструкторлыҡ бюроһында эшләнгән ике яңы дебитометрҙы һынауҙа ҡатнаша. Уның участкаһындағы бер нисә скважинала радиодиспетчеризация тәжрибәһе үткәрелә, әүҙем эшсе нефтте автоматик һурҙырыуҙы үҙләштерә һәм промыслала күп скважинаны хеҙмәтләндереү инициаторы булып сығыш яһай.

1958 йылда биш скважина урынына ун биш скважина хеҙмәтләндерә, улар төҙөк һәм өлгөлө торошта тотола. Ай һайын нефть һәм газ сығарыу планын 103—104 %-ҡа үтәй.

Нефть һәм газ сәнәғәтен үҫтереү эшендә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, 1959 йылдың 19 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Мәрҙәншина Ләйлә Хәниф ҡыҙына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1981 йылдан Ләйлә Хәниф ҡыҙы «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының Техника йортонда кабинет мөдире булып эшләй.

Башҡорт АССР-ының бишенсе саҡырылыш Юғары Советы (1959—1963) һәм СССР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты булып һайлана.

Октябрьский ҡалаһында йәшәй. 2017 йылдың 10 сентябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959),
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1976),
  • СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1977),
  • Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы (1983),
  • Ленин ордены (1959),
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1962),
  • «Ураҡ һәм сүкеш» алтын миҙалы,
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы.
  • Хеҙмәт Геройҙары/ Башҡортостандың өс дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены тулы кавалерҙары һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары тураһындағы белешмә./төҙөүсе Р. А. Вәлишин [һ.б.]. — Өфө : Китап, 2011. — 432 б. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.