Фернан Магеллан
Фернан Магеллан | |
порт. Fernão de Magalhães исп. Fernando (Hernando) de Magallanes | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Саброза, Португалия короллеге |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Мактан утрауы, Филиппин |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
диңгеҙсе |
Тормош иптәше |
Беатрис Барбоза |
Наградалары һәм премиялары | |
Автограф | |
Фернан Магеллан Викимилектә | |
Ферна́н Магелла́н[1] (порт. Fernão de Magalhães [fɨɾˈnɐ̃w̃ ðɨ mɐɡɐˈʎɐ̃ȷ̃s], исп. Fernando (Hernando) de Magallanes [(f)eɾ'nando ðe maɣa'ʎanes], лат. Ferdinandus Magellanus; яҙ 1480, Саброза, Траз-уж-Монтиш, Португалия Короллеге — 27 апрель, 1521, Мактан утрауы, Филиппин) — Португалия һәм Испания диңгеҙ сәйәхәтсеһе. Ер шарын урап тәүге билдәле сәйәхәт ҡылған экспедицияның етәксеһе була. Һуңғараҡ үҙенең исеме бирелгән Боғаҙын аса.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Магеллан сығышы менән португал. Тыуған ҡалаһы аныҡ ҡына билдәле түгел, Саброза (Вила-Реал) тип тә әйтәләр, Порту ҡалаһы булыуы ла ихтимал. Ғаиләһе тураһында ла мәғлүмәт әҙ, дворяндарҙан булғаны мәғлүм. Йәш сағында Магеллан король Жуан II-сенең ҡатыны Леоноры Ависскаяның пажы булған.
XV быуат ахырында португалдар Һиндостанға диңгеҙ юлын асҡан. Васко да Гаманан һуң Португалиянан шәреҡҡә эскадралар ағыла башлаған. 1505 йылда вице-король Франсишку Альмейда эскадра оҙатҡанда диңгеҙселәр йыя алмай бер була. Рулдә тороусылар ҡайһы саҡ уң менән һулды ла айырмағанлыҡтан, караптың һыртына ике яҡтан ике нәмә аҫып (мәҫәлән, бер яғына — һуған, бер яғына һарымһаҡ) шулар яғына тип бойороҡ бирә торған булған. Ошо экспедицияға штаттан тыш яугир (соберсалинте) рәүешендә Магеллан да эләккән.
Һиндостан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Изге Өмөт моронон үткәс, экспедиция эште Кильваны һәм Момбасаны яулап алыуҙан башлай, шунан Һиндостанға юл тота. Магеллан юл буйына экспедицияла була, мәгәр исеме тәүге тапҡыр Каннанур янындағы һуғыш барғанда телгә алына. 1506 йылда Магеллан баш күтәреүҙәрҙе баҫтырыуҙа ҡатнаша, Мозамбикты төҙөй, шунан яңынан Һиндостанға эләгә, бында ул ике тапҡыр яралана[2].
Диу янындағы һуғышта Магеллан булған карап ҡаршы яҡтың карабын баҫып ала[3].
Португалдар тәмләткестәр менән сауҙаға тулыһынса баш булыр өсөн Малакка ҡалаһын алырға кәрәк тигән фекергә килә[4].
1509 йылдың 11 сентябрендә Малаккаға инә. Башта солтанат менән сауҙа тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла, әммә бер нисә аҙнанан урындағылар ҡаршылыҡ күрһәтә. Португалдар байтаҡ ҡырыла, Магелландың йылғырлығы һәм ҡыйыулығы арҡаһында ғына бер аҙ кешеләр ҡотолоп ҡала[5].
Биш йылдан Һиндостандан ҡайтыр ваҡыт етә, һәм Магеллан Португалияға ҡайтырға сыға. Падуа ҡултығындағы Лаккадив утрауҙары янында уларҙың ике карабы емерелә. Ҙур булмаған утрауға төшәләр. Һаҡланып ҡалған кәмәләрҙә диңгеҙселәрҙең бер өлөшө (барлыҡ офицер) ярҙам эҙләп китергә йыйына, утрауҙа матростар ғына ҡалырға тейеш була.Тик ҡалыусылар былар кире килмәҫ тип, тауыш сығара. Магеллан улар менән тороп ҡалған берҙән-бер дворян булып сыға. Был кешеләрҙе тынысландыра, күрәһең уның абруйы юғары булған[6].
10 көндән уларҙы ҡотҡаралар, Магеллан Һиндостанға кире бара, моғайын сауҙа менән шөғөлләнә башлағандыр, сөнки унан бурысҡа ҙур аҡса алып, кире ҡайтармауҙары һәм алты йылдан ғына суд аша юллап алыуы билдәле[6].
Шул йылдарҙа португалдар Гоаны яулап алып, ҡулынан ысҡындыра, яңынан һөжүм әҙерләй. Португалия Һиндостанының вице-короле Альбукерке 16 кешенән торған кәңәшсе төркөм йыя, улар араһында Магеллан да була. Тимәк, ул инде йоғонтоло кеше һанала. Ул сауҙа караптарының һөжүмдә ҡатнашмауын, Европаға китеүен яҡлап үҙ фекерен әйтә. Гоаға хәрби караптар һөжүм итә һәм яулап ала[7].
1511 йылда Магеллан Малаккаға походта ҡатнаша. Ҡала яулана һәм Малакка Португалия ҡулы аҫтына эләгә[7].
Малакканы алыу менән Альбукерке өс караптан торған экспедицияһын Тәмләткестәр утрауҙарына ебәрә. Унда Магеллан да ҡатнашҡан булһа кәрәк (мәғлүмәттәр төрлө)[8]. Серран тигән капитандың карабы катастрофаға эләгә һәм Тидор тигән утрауға эләгеп, юғары вазифаға тәғәйенләнә[9][10].
Португалия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1512 йылда Магеллан Лиссабонда була инде[10], уға айына 1000 реал пенсия бирелә (иң бәләкәй күләм)[11]. Тиҙҙән 1850 реал итәләр.
1514 йылда Мароккоға һөжүмдә ҡатнаша (Аземмур янында). Шул һуғышта аяғы яраланып, сатан булып ҡала. Үҙенә ялған ғәйептәр тағыла башлағас, ул үҙен аҡлар өсөн, рөхсәт алмай-нитмәй Португалияға ҡайтып китә. Король уға бик ҡаты асыулана һәм Магелланға, хеҙмәтенә кире барырға тура килә. Африкала ғәйепләүҙе туҡтаталар, отставкаға сығып, ҡайтып китә. Ул королдән пенсияһын арттырыуҙы һорай, әммә король ыңғай яуап бирмәй[12].
Магелланға донъя буйлап сәйәхәткә сығып китеү ниәте ҡасан килгәндер, билдәһеҙ. Дуҫы Серран Молукканан утрау бик алыҫ көнсығышта ятһа ла, Америкаға яҡын икәнлеген яҙғандалыр, бәлки. Магеллан карталарҙы өйрәнә, капитандар менән һөйләшә[13].
Король Мануэль I-нән Магеллан диңгеҙ хеҙмәтенә алыуҙы һәм походҡа ебәреүҙе һорай, әммә тегеһе кире ҡаға. Магеллан икенсе берәй дәүләткә мөрәжәғәт итергә рөхсәт һорай һәм ыңғай яуап ала. Тиҙҙән Португалиянан Испанияға бер төркөм диңгеҙселәр күсеп бара[14][15].
Испания
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Магеллан Севильяла урынлаша, бында португал эмигрант, арсенал начальнигы Диего Барбоза менән таныша, 1517—1518 йылдар араһында Магеллан уның ҡыҙы Беатричеға өйләнә. 1519 йылда уларҙың улы тыуа. Барбозаның улы — Дуарте Барбоза ла Магеллан кеүек үк Һиндостанда хеҙмәт иткән була. Икеһе лә үлгәндән һуң уларҙың ҡултамғаһы менән баҫылған «Livro de Duarte Barbosa» («Дуарти Барбозы китабы») китап табыла. Авторы улар икеһе ләме, әллә Магеллан ғынамы — билдәһеҙ[16].
Магеллан экспедиция тураһында идеяларын яҙып «Контракттар Палатаһына» (экспедициялар ойоштороусы ведомство) тапшыра. Ыңғай яуап булмай, әммә Палата етәкселәренең береһе Һуан де Аранда Магелланенән һөйләшеп, буласаҡ табыштың 20%-ын һорап, ярҙам вәғәҙә итә. Тиҙҙән Испанияға Магелландың фекерҙәше астроном Руи Фалеру килә. Уның ярҙамында Аранда менән 1/8 өлөш тураһында килешеүгә өлгәшәләр. Нотариуста килешеүҙе раҫлаталар. Тиҙҙән Магеллан Испания етәкселегенә ниәттәрен еткерә һәм рөхсәт ала. Экспедицияға әҙерләнә башлайҙар[17][15].
Сәйәхәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Экспедицияға ике йыллыҡ аҙыҡ-түлек запасы менән 5 карап әҙерләнә. Магеллан аҙыҡ-түлекте, тауарҙарҙы һәм кәрәк-яраҡтарҙы тейәү һәм урынлаштырыуҙы шәхсән үҙе тикшереп тора[18]. Магеллан «Тринидадҡа» командалыҡ итә. «Сантьяго»ға командалыҡ Серран Жуанға тапшырыла. Ҡалған өс карапҡа командылыҡ испан аҡһөйәктәре вәкилдәренә ышанып тапшырыла. Магеллан менән испандар араһында баштан уҡ низағ тыуа. Экспедицияға португалдың командалыҡ итеүе испандарға оҡшамай. Өҫтәүенә, Магеллан үтеләсәк марштрутты башҡаларҙан йәшерә, шул да капитандарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Ярайһы уҡ етди ҡапма-ҡаршылыҡ барлыҡҡа килә. Хатта капитан Мендосеға королдән, тартҡылашыуҙы туҡтатып, Маргелланға буйһонорға, тигән махсус талабы тапшырыла. Ләкин Магеллан Канар утрауҙарында уҡ, әгәр ҙә Магеллан уларға ҡамасаулай тип иҫәпләһәләр, испан капитандары уны вазифаһынан алып ташларға, тип һүҙ ҡуйышыуы тураһында мәғлүмәт ала [19].
1519 йылдың 20 сентябрендә Магеллан командалыҡ иткән флотилия Санлукар-де-Баррамеда портынан сыға. Тиҙҙән эскадрала талаш ҡыҙа[20]. «Сан-Антонио» капитаны, был экспедицияла испан тажы вәкиле булған Хуан де Картахена бер мәл рапорттар тапшырған саҡта, субординацияны асыҡтан-асыҡ боҙоп, Магелланды «капитан-генерал» (адмирал) тип түгел, ә «капитан» тип кенә атай. Картахена экспедицияла икенсе кимәлдәге, статусы буйынса командирға тиң тип әйтерлек вазифаны биләй. Магелландың иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, ул бер нисә көн рәттән хатаһын төҙәтмәй. Енәйәтсе матростың яҙмышы тураһындағы мәсьәләне хәл итеү өсөн «Тринидадҡа» бөтә караптарҙың да капитандары йыйылғанға тиклем Магелланға Картахенаның ҡыланышына түҙергә тура килә. Онотолоп китеп, Картахена тағы ла субординация тәртибен боҙа, әммә был юлы ул үҙ судноһында булмай шул. Магеллан, үҙе уны елкәһенән алып, ҡулға алыныуы тураһында иғлан итә. Картахенаға флагман карабынан китеп, уның яҡлы булған капитандар карабына күсергә рөхсәт ителә. Магелландың туғаны Алвару Мишкита[21] «Сан-Антониоға» командир итеп тәғәйенләнә.
29 ноябрҙә флотилия Бразилияның яр буйҙарына, ә 1519 йылдың 26 декабрендә Ла-Платаға етә. Уларға алдан фаразланған ҡултыҡты эҙләп табырға кәрәк була. «Сантьяго» көнбайышҡа ебәрелә, әммә улар ҡултыҡ булмауы, ә ғәйәт ҙур йылға тамағын табыуҙары тураһындағы хәбәр менән кире әйләнә. Эскадра әкренләп ярҙы тикшерә-тикшерә көньяҡҡа табан юллана. Ошонда моряктар пингвиндарҙы күрә[20]. Штормдар арҡаһында көньяҡҡа табан бик әкрен барырға тура килә, етмәһә ҡыш яҡынлаша, ә боғаҙ һаман табылмай. 1520 йылдың 31 мартында флотилия, көньяҡ киңлектең 49 градусына етеп, Изге Юлиан бухтаһы тип аталған урынға ҡышлауға туҡтай [22][23].
Май айында Магеллан «Сантьягоны» Жуан Серран командалығында көньяҡҡа разведкаға ебәрә. Көньяҡҡа табан 60 милдән Аргентинаның Санта-Крус провинцияһына ҡараған Санта-Крус бухтаһы табыла. Бер нисә көндән был карап, көслө дауылға эләгеп, идара итеүҙе юғалта һәм бата.
Моряктар, бер кешене юғалтып, ярға сығып ҡотола, әммә унда аҙыҡ-түлек тә, башҡа кәрәк-яраҡ та булмай. Улар ҡышлаған урындарына кире ҡайтырға тырышып, йәйәү хәрәкәт итә башлай, әммә арыған һәм аслыҡтан ябыҡҡан моряктар тик бер нисә аҙнанан һуң ғына төп отрядҡа ҡушылыу бәхетенә өлгәшә. Разведка яһау өсөн махсус йыһазландырылған карапты, унан да бигерәк ундағы аҙыҡ-түлекте юғалтыу экспедицияға бик ҙур зыян килтерә.
21 октябрҙә көньяҡ киңлектең 52 градусында караптар материк эсенә алып барған тар ғына боғаҙға барып етә. «Сан-Антонио» менән «Консепсьон»ны разведкаға ебәрәләр. Тиҙҙән ике көн дауам иткән дауыл ябырыла. Моряктар, боғаҙға ингән караптар һәләкәткә тарығандыр, тип ҡайғыра. Ә разведкалағылар, ысынлап та, саҡ-саҡ һәләк булмайҙар, уларҙың карабы ярға яҡынлашҡас, карапҡа тар һыу юлы асыла. Бына шунда инеп ҡотолоп ҡалалар улар. Караптары киң бухтаға барып ингәс, шатлыҡтарының сиге булмай, ә уның артында тағы ла боғаҙҙар, тағы ла бухталар... Һыу һәр ваҡыт тоҙло була, тәрәнлекте үлсәү приборы хатта һыуҙың төбөнә лә барып етмәй. Ике судно ла бухтаны табыу тураһындағы шатлыҡлы хәбәр менән ҡайта[24][25].
Доусон утрауы янында боғаҙ ике каналға бүленә, һәм Магеллан флотиляны тағы ла бүлә. «Сан-Антонио» менән «Консепсьон» көньяҡ-көнсығышҡа, ҡалған ике карап ял итеү өсөн урында ҡала, ә көньяҡ-көнбайышҡа кәмә менән йүнәләләр. Өс көндән һуң кәмә ҡайта, һәм моряктар асыҡ диңгеҙ күреүҙәре тураһында әйтә. Тиҙҙән «Консепсьон» ҡайта, ләкин «Сан-Антонионан» һаман да хәбәр килмәй[24][26]. 1520 йылдың 28 ноябрендә Магеллан караптары океанға сыға. Боғаҙ буйлап 38 көн баралар. Оҙаҡ йылдар буйына Магеллан бер генә карабын да юғалтмаған берҙән-бер капитан булып ҡала (дезиртирлыҡ ҡылып, Испанияға ҡасып ҡайтҡан «Сан-Антонионы» иҫәпкә алмағанда).
Ҡултыҡтан сыҡҡас, Магеллан 15 көн буйы төньяҡҡа бара, көньяҡ киңлектең 38 градусына еткәс, төньяҡ-көнбайышҡа табан борола, 1520 йылдың 24 ғинуарында көньяҡ киңлектең 30 градусына еткәс, көнбайыш-төньяҡ-көнбайышҡа борола[27]. Флотилия Тымыҡ океан буйлап 17 мең километр юл үтә. Бындай оҙон юлға иҫәп тотмаған экспедиция ғәжәп күп зыян күрә[28].
Экспедиция төньяҡ киңлектең 10 гратусына етә һәм үҙҙәре барырға теләгән Молукка Утрауҙарынан байтаҡҡа төньяҡтараҡ булып сыға. Бәлки, Магеллан үҙҙәре асҡан Көньяҡ диңгеҙ был океандың бер өлөшө булыуына ышанырға теләгәндер, ә, бәлки, португалдар менән осрашыу мөмкинлегенән ҡурҡҡандыр, сөнки оҙайлы походтан хәлһеҙләнгән экспедия ағзалары уларға ҡаршы тора алмаҫ ине. 1521 йылдың 4 ғинуарында моряктар Туамоту архипелагына ҡараған, кеше йәшәмәгән утрауҙы күрә, әммә уға яҡын бара алмайҙар. 10 көндән һуң Лайн архипелагына ҡараған тағы ла бер утрауҙы осрата, уға ла төшә алмайҙар. Әммә экспедиция туҡланыу өсөн акулалар аулауға өлгәшә.[29][28].
1521 йылдың 6 мартында флотилия Мариан утрауҙары төркөмөнә ҡараған һәм кеше йәшәгән Гуам утрауына тап була. Кәмәләр флотилияны уратып ала, һәм сауҙа башлана. Оҙаҡламай урындағы халыҡтың караптарҙан бөтә нәмәне урларға тырышыуын һиҙеп ҡалалар. Шлюпканы урлағас, моряктар утрауға төшә һәм бында йәшәгән кешеләрҙең йәшәгән йорттарына үрт ташлай, ете кешене үлтерә. Шунан һуң кәмәләрен дә ала, аҙыҡ-түлек тә йыйып карапҡа ташый. Утрауҙарҙы Бурҙар утрауы тип атайҙар (Ладрóнес, исп. Islas de los Ladrones). Флотилия урынынан ҡуҙғалғас, урындағы халыҡ кәмәләрҙә улар артынан килеп таштар бәрергә тырыша[28][30].
Бер нисә көндән испандар европалыларҙан беренсе булып Филиппин утрауҙарына барып етә, Магеллан уларҙы Изге Лазарь архипелагы тип атай. Урындағы халыҡ менән тағы ла низағҡа инмәү өсөн улар кеше йәшәмәгән утрауҙы эҙләй. 17 мартта испандар Хомонхом утрауына төшә. Тымыҡ океан аша үтеү шулай тамамлана[31]. Хомонхом утрауында ауырыуҙарҙы дауалау өсөн лазарет асалар. Яңы бешерелгән аҙыҡ моряктарҙың тиҙ арала һауығып китеүенә булышлыҡ итә, һәм флотилия утрауҙар араһынан артабанғы юлын дауам итә. Был утрауҙарҙың береһендә Магелландың Энрике исемле ҡоло (ул Суматрала тыуған) уның телендә һөйләшкән кешеләрҙе осрата. Тимәк, ҡулса ябылды. Кеше беренсе тапҡыр ер тирәләй әйләнеп сыға[32].
1521 йылдың 7 апрелендә экспедиция Себу портына инә. Был урындарға цивилизация үтеп ингән, хатта флотилиянан сауҙа пошлинаһын түләүҙе талап итә башлайҙар. Испандар, әлбиттә, һалым түләүҙән баш тарта, бер мосолман сауҙагәре раджаға европалылар менән һуғышмаҫҡа кәңәш бирә, һәм улар һалым түләтмәҫкә була[33][34].
Йәнле сауҙа башлана. Утрау халҡы тимер изделиеларға алмашҡа алтын, аҙыҡ-түлек бирә. Испандарҙың көсө һәм уларҙың ҡоралына һоҡланып, утрау хужаһы Хумабон испан короле Карл Бишенсенең (император Изге Рим империяһы императоры) буйһоноуына инергә ризалыҡ бирә, тиҙҙән Карлос исеме аҫтында христиан динен ҡабул итә. Уның артынан уның ғаиләһе һәм утрау аҡһөйәктәре, ябай кешеләр, уның артынан эйәреп, христиан динен ҡабул итә[35].
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мактан утрауы башлыҡтарының береһе Лапу-Лапу (Силапулапу) яңы тәртиптәргә буйһонмайынса Хумабона власын ҡабул итергә ниәтләнә. Магеллан уға ҡаршы хәрби экспедиция ойоштора. Ул урындағы халыҡҡа Испанияның ниндәй ҡеүәткә эйә булыуын күрһәтергә теләй. Әммә моряктар был яуға әҙер булмай сыға. Десант отрядына кәмәләрҙән мылтыҡтан атып ярҙам итергә булалар, әммә һыу һай булыу сәбәпле, кәмәләр ярға яҡын килә алмай. Европалылар Себу утрауында булғанда урындағы халыҡ уларҙың ҡоралдарын өйрәнә һәм ҡоралдарының йомшаҡ яҡтарын да белеп ҡала. Моряктар төҙәп ата алмаһын өсөн улар йәшен тиҙлегендә хәрәкәт итә һәм үҙҙәре европалыларҙың тимер көпләү менән һаҡланмаған аяҡтарына атырға тырыша. Испандар сигенә башлағас, Магеллан үлтерелә[36].
Экспедицияның тарихын яҙыусы Антонио Пигафетта Магелландың үлтереүе хаҡында бына нимәләр яҙып ҡалдыра:
…Утрау халҡы беҙҙе эҙмә-эҙ баҫып эҙәрлекләне, хатта алда атылған һөңгөләрен һыуҙан алып ҡайтанан беҙгә ырғыта башланылар. Адмиралыбыҙҙы танып, күбеһе уға ябырылды; ике тапҡыр уның башындағы шлемды атып төшөрҙөләр; ул ҡыйыу рыцарҙарса торҙо, сигенмәне, ә һуғышыуын дауам итте; был алыш бер сәғәт самаһы дауам итте; туземецтарҙың береһе ҡамыш һөңгөһө менән адмиралдың битен яраланы; адмирал асырғанып һөңгөһө менән дошманына ташланды, хатта һөңгөһөн аҙаҡ дошманы тәненән ала алманы; шунан адмирал ҡылысын ҡынынан һурып алырға тырышты, ләкин быға тиклем уның уның уң ҡулы яраланғайны. Шуға ла адмирал ҡаршылыҡ күрһәтә алманы. Быны күреп, туземецтар күмәкләп уға ташланды һәм үҙҙәрендә булған ҡорал менән ҡаһарман адмиралыбыҙҙың инде үле тәнен сәнскеләй башланы. Бына шулай дошман ҡулынан һәләк булды беҙҙең батырыбыҙ һәм тоғро юлдашыбыҙ.
Экспедицияның тамамланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Магеллан үлтерелгәндән һуң «Виктория (каракка)» Хуан Себастьян Элькано командалығында маршрутын дауам итә. Моряктарҙың күбеһе һәм капитан Элькано ла нисек кенә булмаһын Испанияға ҡайтып етергә тырыша. «Виктория» бик ауырлыҡ менән Изге Өмөт моронон үтә һәм туҡтамайынса ике ай буйына Африка ярҙары буйлап төньяҡ-көнбайышҡа табан бара.
1522 йылдың 9 июлендә тетелеп бөткән карап һәм уның әлһерәгән экипажы Португалияның ерҙәре Йәшел морон утрауҙарына килеп етә. Ләкин эсәр һыуҙың һәм аҙыҡ-түлектең етешмәүе сәбәпле, бында туҡталыу мөмкин булмай.[37]. Магеллан үҙе ер тирәләй экспедиция тураһында уйлап та ҡарамаған була — ул, тик Молуккаға барып етеп, кире ҡайтырға, йәғни Малуккаға көнбайыштан диңгеҙ юлын асырға ғына теләй. Португалдарҙың уларға ҡаршы ҡорал күтәрәсәгенән ҡурҡып, Элькано экспедицияның көнбайышҡа табан хәрәкәтен дауам итә, шуның менән Беренсе ер тирәләй экспедицияны тамамлап ҡуя.
1522 йылдың 6 сентябрендә Хуан Себастьян Элькано командалығындағы «Виктория» Испанияға ҡайтып етә, шулай итеп, Магеллан флотилияһындағы «Виктория» карабы Севильяға еңеү менән ҡайтҡан берҙән-бер карап була. Уның бортында ун һигеҙ моряк, бөтә ауырлыҡтарҙы: бихисап дауылдарҙы, аслыҡ, эсәр һыуһыҙ интегеүҙәрҙе, дошмандарҙың уларға ҡаршы һөжүмдәрен кисереп, тыуған иленә ҡайтып етә.
Фернан Магеллан иҫтәлегенә исем бирелгән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Магеллан боғаҙы
- Һыу аҫты Магеллан ҡалҡыулығы, Тымыҡ океанда, Маршалл Утрауҙары янында
- Магеллан (йыһан аппараты), 1990
- Магеллан пингвины
- Айҙа Магеллан кратеры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Фернан Магеллан — Большая Советская Энциклопедия
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 172
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 173
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 174
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 175-176
- ↑ 6,0 6,1 Субботин В.А., 1998, с. 177
- ↑ 7,0 7,1 Субботин В.А., 1998, с. 178
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 179
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 181
- ↑ 10,0 10,1 Подобно солнцу… Жизнь Фернана Магеллана и первое кругосветное плавание (Ланге П. В.)
- ↑ Цвейг С., 2009
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 179-180
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 180-181
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 182
- ↑ 15,0 15,1 Подобно солнцу… Жизнь Фернана Магеллана и первое кругосветное плавание (Ланге П. В.)
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 183
- ↑ Субботин В.А., 1998, с. 185-186
- ↑ Подобно солнцу… Жизнь Фернана Магеллана и первое кругосветное плавание (Ланге П. В.)
- ↑ Субботин В. А., 1998, с. 192—193
- ↑ 20,0 20,1 Подобно солнцу… Жизнь Фернана Магеллана и первое кругосветное плавание (Ланге П. В.)
- ↑ Субботин В. А., 1998, с. 196—197
- ↑ Субботин В. А., 1998, с. 199—200
- ↑ Магидович И. П., 1983, с. 128
- ↑ 24,0 24,1 Магидович И. П., 1983, с. 130
- ↑ Подобно солнцу… Жизнь Фернана Магеллана и первое кругосветное плавание (Ланге П. В.)
- ↑ Субботин В. А., 1998, с. 207
- ↑ Магидович И. П., 1983, с. 130—131
- ↑ 28,0 28,1 28,2 Магидович И. П., 1983, с. 131—132
- ↑ Субботин В. А., 1998, с. 211
- ↑ Субботин В. А., 1998, с. 211—212
- ↑ Магидович И. П., 1983, с. 132—133
- ↑ Магидович И. П., 1983, с. 133
- ↑ Субботин В. А., 1998, с. 214—215
- ↑ Подобно солнцу… Жизнь Фернана Магеллана и первое кругосветное плавание (Ланге П. В.)
- ↑ Субботин В. А., 1998, с. 215
- ↑ Субботин В. А., 1998, с. 215—218
- ↑ ПУТЕШЕСТВИЕ МАГЕЛЛАНА. Антонио Пигафетта
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антонио Пигафетта. Путешествие Магеллана. — М., 2009.
- Бойцов, М. А. Путь Магеллана: Раннее Новое Время. Книга для чтения по истории. — М., 2006. — С. 20—24.
- Стефан Цвейг. Магеллан. — М., 2001.
- Казакова Н. А., Катушкина Л. Г. Русский перевод XVI в. первого известия о путешествии Магеллана. (Перевод письма Максимилиана Трансильвана) // ТОДРЛ. — Л., 1968. — Т. 23. — С. 227—252.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Магидович И. П., Магидович В. И. Очерки по истории географических открытий. — 3-е. переработанное и дополненное. — М.: Просвещение, 1983. — Т. 2. — 399 с. — 200 000 экз.
- Субботин В. А. Великие открытия. Колумб. Васка да Гама. Магеллан. — М.: УРАО, 1998. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 5-204-00140-9.
- Стефан Цвейг. Америго Веспуччи. Фернан Магеллан. — Дрофа, 2009. — 528 с. — ISBN 5-7107-9807-Х.
- Ланге П. В. Подобно солнцу… Жизнь Фернана Магеллана и первое кругосветное плавание. — М.: Прогресс, 1988. — 240 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фернан Магеллан Викимилектә | |
Фернан Магеллан Викияңылыҡтарҙа |
- Фернан Магеллан: разорванный круг. Программа «Эха Москвы» из цикла «Всё так»
- Жизнь за плавание вокруг света
- А. Пигафетта. «Путешествие Магеллана» (часть 1)
- А. Пигафетта. «Путешествие Магеллана» (часть 2)
- КАПИТУЛЯЦИЯ, ЗАКЛЮЧЁННАЯ С ЭРНАНДО ДЕ МАГЕЛЛАНОМ И БАКАЛАВРОМ ЛУИСОМ ФАЛЕРО ОБ ОТКРЫТИИ ОСТРОВОВ ПРЯНОСТЕЙ
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
- 1480 йылда тыуғандар
- 27 апрелдә вафат булғандар
- 1521 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Португалияла тыуғандар
- Алфавит буйынса сәйәхәтселәр
- Испания диңгеҙселәре
- Португалия диңгеҙселәре
- Бөйөк географик асыштар осоро
- Донъя тирәләй сәйәхәт итеүселәр
- Австралияны һәм Океанияны өйрәнеүселәр
- Һуғышта һәләк булғандар
- Үлтереү ҡорбандары