Максимилиан Шелл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Максимилиан Шелл
нем. Maximilian Schell
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of Switzerland.svg Швейцария
Flag of Austria.svg Австрия
Тыуған көнө 8 декабрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][…]
Тыуған урыны Беренсе Австрия Республикаһы, Вена[1]
Вафат булған көнө 1 февраль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1][2][…] (83 йәш)
Вафат булған урыны Австрия, Инсбрук[1]
Үлем сәбәбе Пневмония
Ерләнгән урыны Венаның Үҙәк зыяраты[d]
Атаһы Hermann Ferdinand Schell[d]
Әсәһе Margarethe Noé von Nordberg[d]
Бер туғандары Карл Шелл[d], Шелл, Мария[d] һәм Шелл, Имми[d]
Хәләл ефете Наталья Эдуардовна Андрейченко[d] һәм Iva Mihanović[d]
Барлыҡҡа иклү урыны (Швейцария) Обериберг[d]
Һөнәр төрө кинорежиссёр, кинопродюсер, автобиограф, сценарий яҙыусы, театр актёры, кино актёры, актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Мюнхендың Людвиг-Максимилиан университеты
Цюрих университеты[d]
Базельский университет[d]
Әүҙемлек осороноң башланыуы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2014
Связанная категория Категория:Фильмы Максимилиана Шелла[d]
Commons-logo.svg Максимилиан Шелл Викимилектә

Максимилиан Шелл (нем. Maximilian Schell, 8 декабрь 1930 йыл, Вена — 1 февраль 2014 йыл, Инсбрук) — Австрия актёры, продюсер һәм режиссёры. «Нюрнбергский процесс» (1961) фильмында башҡарған төп роль өсөн «Оскар» һәм «Алтын глобус» премияһына эйә булыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Максимилиан Шелл Швейцария яҙыусыһы Герман Фердинанд Шелл һәм Вена актрисаһы Маргарете Ноэ фон Нордберг ғаиләһендә тыуған һәм Мария Шелл, Карл Шелл һәм Имми Шеллдың ҡустыһы була. Австрия 1938 йылда Германияға ҡушылғандан Шеллдар ғаиләһе Швейцарияға күсеп китә.

Максимилиан Шелл Цюрихта үҫә, был шулай уҡ уның ижади үҫешенә йоғонто яһай. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Цюрих Европаның немец телле мәҙәни үҙәге ролен үтәй. Максимилиан Цюрихта һәм Мюнхенда германистика, сәнғәт һәм әҙәбиәт тарихын, музыка сәнғәте һәм тетар сәнғәте белемен өйрәнә. Ул Цюрих клубы «Грассхоппер» футбол командаһының ағзаһы тиерлек була. Әммә 1952 йылда Шелл актёрҙар бүлегенә күсә һәм бер йылдан һуң Берн консерваторияһында (хәҙер Бернда Юғары сәнғәт мәктәбе) актёрлыҡ оҫталығын өйрәнеп, 1953 йылда Базель Ҡала театрында актёр, режиссёр һәм драматург сифатында беренсе тапҡыр сығыш яһай. 1959 йылда бер нисә эш урынын алмаштырғандан һуң Шелл Мюнхендың Камера театрында туҡтап ҡала. Шул уҡ йылда Густаф Грюндгенс уны Гамбургҡа саҡыра, Шелл шунда 1963 йылда режиссёрҙың вафатына тиклем хеҙмәт итә.

1960 йылдар аҙағында Максимилиан Шелл Лондонда эшләй, шулай уҡ Шекспирҙың тәржемәләре менән шөғөлләнә. 1978 йылда Шелл Гофмансталдең «Имярек» пьесаһында төп ролде ала, уны Зальцбург фестивалендә Курд Юргенс артынан 1982 йылға тиклем башҡара. Шелл шулай уҡ операларҙың режиссер-ҡуйыусыһы булараҡ билдәле. 2007 йылда Иоганн Штраустың «Венская кровь» опереттаһының Австрия Мёрбише-ам-Зе асыҡ сәхнәһендә уңышлы постановкаһы менән бөтә театр донъяһын таң ҡалдыра.

Максимилиан Шелл һәм Рут Брандт федераль канцлер Брандтың актерҙар менән осрашыуында, 1971 июнь

Шеллға дан һәм популярлыҡты кинематография һәм телевидение килтерә. Үҙенең беренсе «Дети, мать и генерал» фильмын Максимилиан Шелл 1955 йылда уҡ төшөрә. 1958 йылда уны Голливудҡа фильмда төшөү өсөн саҡырыла һәм Марлон Брандо менән бергә «Молодые львы» фильмында төшә. Шеллды донъя кимәлендә кино йондоҙо итеп Стэнли Крамерҙың «Нюрнбергский процесс» фильмындағы нацизм енәйәтселәренең адвокат роле яһай, уның өсөн ул 1962 йылда иң яҡшы ир-ат роле өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ була. «Нюрнбергский процесс» фильмынан һуң Шелл өсөн уңышлы «Топкапи» (1964) фильмы килә.

1960 йылдарҙа Шелл продюсерлыҡ һәм режиссерлыҡ эшмәкәрлегенә мөрәжәғәт итә. Уның дөйөм танылыу яулаған «Первая любовь» фильмы артынан «Пешеход» (1974), Фридрих Дюрренматтың шул уҡ исемле повесы буйынса «Судья и его палач» (1975), шулай уҡ Марлен Дитрих тураһында билдәле «Марлен» (1984), шул ваҡытта деменция менән ыҙалаған апаһы Мария тураһында «Моя сестра Мария» (2002) документаль фильмдары килә.

Максимилиан Шелл донъяла иң билдәле немец телле актёрҙарҙың береһе була. 1962 йылда яулаған «Оскар» премияһынан тыш Шелл исемлегендә төп ир-ат роле һәм икенсе пландағы ролдәр өсөн бер нисә номинация бар, шулай уҡ сит телдә иң яҡшы фильм һәм иң яҡшы документаль фильм өсөн номинацияларға эйә. 2002 йылда сәнғәткә индергән өлөшө өсөн Максимилиан һәм Мария Шелл «Бэмби» премияһына лайыҡ булалар.

Ғүмеренең һуңғы йылында арҡаһы ныҡ ауыртыу менән яфалана, инвалид коляскаһына ултыра. Австрияла 2014 йылдың 1 февралендә умыртҡа бағанаһына операция яһағандан һуң, наркоздан сыға алмайынса вафат була[4][5]. Каринтияла Прайтенегта ерләнә.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Максимилиан Шеллдың шәхси тормошо күләгәлә ҡалмай: киң мәғлүмәт саралары Максимилиан Шеллдың һуңғы Иран шаһының элекке ҡатыны Сорайя Эсфендиари Бахтиари менән өс йылға һуҙылған романын ентекле яҡтыртып бара.

1985 йылда Шелл совет актрисаһы Наталья Андрейченкоға (Шеллдан 26 йәшкә йәш) өйләнә, уның менән СССР-ҙа «Пётр Великий» мини-сериалын төшөрөү ваҡытында таныша. 1989 йылда уларҙың ҡыҙы Настя тыуа. 2005 йылда рәсми айырылышалар[6].

Максимилиан Шелл Вена галеристкаһы Элизабет Михич менән мөнәсәбәттә тора, ул Шеллдан 47 йәшкә йәш була[7]. 2008 йылдан немец-хорват сығышлы опера йырсыһы Ива Миханович менән фактик никахта тора, ә 2013 йыл 20 авгусында рәсми никахлаша.

Театр, кино һәм телевидениенан тыш Максимилиан Шелл һынлы сәнғәт менән дә шөғөлләнә. Ул алмашлап Лос-Анджелеста һәм Каринтия тауҙарында ата-әсәһе йортонда йәшәй. Максимилиан Шелл Анджелина Джолиҙың исем атаһы була.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Композитор Леонард Бернстайн ] (һулда) һәм Максимилиан Шелл «Бетховен» телесериалын төшөрөү мәлендә, 1983 йыл
  • 2008 — Братья Блум / The Brothers Bloom — Бриллиантовый Пёс
  • 2006 — Собиратели ракушек / The Shell Seekers (ТВ) — Лоуренс Стерн
  • 2003 — Памятное путешествие / Coast to Coast (ТВ) — Казимир
  • 2001 — Фестиваль в Каннах / Festival in Cannes — Виктор Ковнер
  • 2001 — Песня жаворонка / The Song of the Lark (ТВ) — Вунш
  • 2000 — Я люблю тебя, крошка / I Love You, Baby — Уолтер Экланд
  • 1999 — Жанна д’Арк / Joan of Arc (ТВ) — брат Жан
  • 1999 — Кто любит, у того вырастают крылья / Wer liebt, dem wachsen Flügel… — Хохберг
  • 1998 — Столкновение с бездной / Deep Impact — Джейсон Лернер
  • 1998 — Вампиры / Vampires — кардинал Альба
  • 1998 — Оставленный багаж / Left Luggage — отец Хаи
  • 1998 — Восемнадцатый ангел / The Eighteenth Angel — отец Симеон
  • 1997 — Каково врать в Америке / Telling Lies in America — доктор Иштван Йонас
  • 1996 — Войны вампиров / The Vampyre Wars — Родан
  • 1996 — Поющие в терновнике: Пропавшие годы / Thorn Birds: The The Missing Years — кардинал Витторио
  • 1994 — Маленькая Одесса / Little Odessa — Аркадий Шапира
  • 1994 — Авраам: Хранитель веры / Abraham (ТВ) — фараон
  • 1993 — Правосудие / Justiz — доктор Исаак Колер
  • 1993 — Свечи во тьме — полковник КГБ Александр Аркуш
  • 1993 — В плену песков / A Far Off Place — полковник Мопани Терон
  • 1992 — Сталин / Stalin (ТВ) — Владимир Ленин
  • 1992 — Мисс Роуз Уайт / Miss Rose White (ТВ) — Мордехай Уэйсс
  • 1991 — Молодая Екатерина / Young Catherine (ТВ) — Фридрих Великий
  • 1990 — Новичок / The Freshman — Ларри Лондон
  • 1989 — Розовый сад / The Rosegarden — Аарон
  • 19871990 — Умник (телесериал) / Wiseguy — Амадо Гусман
  • 19872008 — Биография / Biography — Hans Rolfe
  • 1986 — Петр Великий / Peter the Great (мини-сериал) — Пётр Великий
  • 1984 — Человек под подозрением/ Morgen in Alabama — адвокат Ландау
  • 1984 — Марлен / Marlene (документальный фильм)
  • 1983 — Призрак оперы / The Phantom of the Opera (ТВ) — Шандор Корвин / Призрак Оперы
  • 1981 — Избранные / The Chosen — профессор Дэвид Мальтер
  • 1979 — Чёрная дыра / The Black Hole — доктор Ганс Рейнхард
  • 1979 — Экспресс-лавина / Avalanche Express — Николай Бунин, полковник КГБ
  • 1979 — Игроки / Players — Марко
  • 1977 — Джулия / Julia — Иоганн
  • 1977 — Мост слишком далеко / A Bridge Too Far — Вильгельм Биттрих
  • 1977 — Железный крест / Cross of Iron — капитан Странский
  • 1976 — Сент Айвз / St. Ives — доктор Джон Констейбл
  • 1975 — Судья и его палач / Der Richter und sein Henker — (режиссёр)
  • 1975 — Человек в стеклянной будке / The Man in the Glass Booth — Артур Голдман / Адольф Дорфф
  • 1975 — Покушение в Сараево / Sarajevský atentát — Дьюро Шарац
  • 1974 — Досье ОДЕССА/ The Odessa file — Эдуард Рошманн
  • 1973 — Пешеход / Der Fußgänger — Андреас Гизе
  • 1970 — Первая любовь (нем.)баш. / Erste Liebe — Отец
  • 1969 — Симон Боливар / Simón Bolívar — Симон Боливар
  • 1969 — Гибель на вулкане Кракатау / Krakatoa, East of Java — капитан Крис Хэнсон
  • 1966 — Дело самоубийцы / The Deadly Affair — Дитер Фрей
  • 1964 — Топкапи / Topkapi — Уолтер Харпер
  • 1962 — Затворники Альтоны / I Sequestrati di Altona — Франц
  • 1961 — Нюрнбергский процесс / Judgment at Nuremberg — Ганс Рольф
  • 1960 — Три мушкетера — д’Артаньян
  • 1960 — Гамлет, принц Датский / Hamlet, Prinz von Dänemark — Гамлет
  • 1958 — Молодые львы / Young Lions, The — капитан Харденберг
  • 1957 — И последние станут первыми / Die Letzten werden die Ersten sein — Лоренц Даррандт
  • 1959 — Театр 90 / Playhouse 90 (сериал) — «Дитя нашего времени» (97 серия) — Гюнтер
  • 1956 — Девушка из Фландрии / Ein Mädchen aus Flandern — лейтенант Александр «Алекс» Халлер
  • 1955 — Дети, мать и генерал / Kinder, Mütter und ein General — дезертир
  • 1955 — 20 июля / Der 20. Juli — член кружка

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #119528967 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. 3,0 3,1 SNAC — 2010.
  4. Скончался австрийский актёр Максимилиан Шелл; Lenta.ru;(1 февраля 2014);Дата обращения 1 февраля 2014.
  5. Maximilian Schell Funeral Service, Zimbio
  6. Famous People: Maximilian Schell (нем.)
  7. Maximilian Schell liebt diese Frau. — Society 24.at (нем.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]