Максимча Иван Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Максимча Иван Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 сентябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй районы, Үрнәк
Вафат булған көнө 26 апрель 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Максимча Иван Васильевич (14 сентябрь 1922 йыл — 26 апрель 1985 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы осоусыһы, капитан, Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Васильевич Максимча 1922 йылдың 14 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Николаевка ауылында тыуған[1] .

Белорус. Мәктәптә 9 синыфты тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1938 йылда колхозда башлай, аҙаҡ шофер булып эшләй.

Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда Өфө ҡалаһының Киров район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1943 йылда Тамбов хәрби авиация пилоттары мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1943 йылдың майынан.

Иван Максимча һуғыштан һуң Өфө моторҙар эшләү заводында Ли-2 самолетының икенсе пилоты булып хеҙмәт итә, Новосибирск ҡалаһында транспорт отрядында, Ульяновск ҡалаһында ҡала юғары осоу әҙерлеге мәктәбендә, Иркутск ҡалаһында авиасәнәғәт министрлығында карап командиры булып эшләй.

Иван Васильевич Максимча 1985 йылдың 26 апрелендә вафат була. Өфөлә Көньяҡ зыяратта ерләнгән.

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

810-сы штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры (225-се штурм авиацияһы дивизияһы, 15-се һауа армияһы, 2-се Балтик буйы фронты) капитан И. В. Максимча 1945 йылдың ғинуарына ҡарата 104 уңышлы хәрби осош яһай. Максимчаға булған бүләкләү ҡағыҙынан: «…немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Һәр хәрби осошта ҡыйыулыҡ күрһәтә һәм дошманға ҙур зыян килтерә.

Максимча ябай осоусынан эскадрилья командирына тиклем үҫә. Ҡыйын метеорологик шарттарҙа „һунарсы“ сифатында 30-50 км-ға дошман тылына разведкаға оса. Радиоэлемтә менән камил ҡуллана, алғы һыҙыҡта ла, шулай уҡ аэродромдарҙа ла маҡсаттың мөһим объекттарын һәм хәрби һөҙөмтәләрҙе фотоға төшөрә, ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе командованиеға еткерә. Ошо ваҡыт эсендә Максимча шәхсән 4 танкты, 30 автомашинаны, 1 паровозды, ерҙә 3 самолетты, 11 вагонды, 30 ылауҙы, 10 ПА орудиеһын, 10 ЗА орудиеһын, 4 төрлө складты, 1 цистернаны, 551 дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, 1944 йылдың 14 сентябренән эскадрилья 250 уңышлы хәрби осош яһай һәм шул уҡ ваҡытта 4 танкты, 32 автомашинаны, 21 ылауҙы, 8 ЗА орудиеһын, 9 ПА орудиеһын, 4 складты, 4 минометты һәм 315 дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. 1943 йылдың 3 авгусында һөжүм итеп һәм бомбаға тотоп 6 самолеттан торған төркөм составында Орел-Нарышкино юлындағы дошмандың сигенеүсе колонналарын юҡ итә. Һөжүм итеү ваҡытында Максимчаның самолетына дошман уты тарафынан ныҡ зыян килә. Ул үҙе бик ҡаты яралана, дошман һөжүменән сыҡҡан саҡта төркөмгә дошмандың 4 ФВ-190 истребителе һөжүм итә. Максимчаның самолетына ике ФВ-190 самолеты һөжүм итә, берәүһен һауа уҡсыһы бәреп төшөрә. Машина менән идара итеү ҡыйынлаша. Ҡанһырап, тотҡаһын самолеттың бортына ҡайыш менән бәйләп, самолетты аэродромға еткерә һәм оҫта итеп ултырта. Был һуғышта Максимча шәхсән … (текст юйылған) автомашинаны, 1 йөк менән ылауҙы, 10 -ға яҡын дошман һалдатын юҡ итә. 1944 йылдың 25 ғинуарында 4 самолеттан торған төркөм Маево станцияһындағы тимер юл эшелонын юҡ итә. Был һуғышта Максимча шәхсән 10 вагонды, 2 автомашинаны, 20-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә.

1944 йылдың 27 февралендә 12 самолеттан торған төркөм дошмандың Идрица аэродромына штурм һөжүме менән ерҙә 20 самолетты юҡ итә, яғыулыҡ менән складты шартлата. Максимча, шәхсән һауала дошман һөжүмен кире ҡағып, зенит уты зонаһында 3 самолетты юҡ итә.

1944 йылдың 26 авгусында Страссны-Пыэжены районында эш итеп, 6 самолеттан торған төркөм дошман оборонаһының алғы һыҙыҡтағы терәк пункттарына һөжүм итә, һөҙөмтәлә дошмандың оборонаһын өҙөүҙә ер өҫтө частәре бурыстарын үтәй. Максимча үҙе был алышта бер ПА орудиеһын юҡҡа сығара һәм бер батареяның утын баҫтыра».

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы указы менән И. В. Максимчаға Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • В. Максимчаның исеме Өфө аэроклубын тамамлаусы Советтар Союзы Геройҙарының мемориаль таҡтаһына индерелгән.
  • Өфө ҡалаһында, И. В. Максимча йәшәгән Пушкин урамы, 54-се һанлы йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Башҡортостан Республикаһы Миәкә районының Яңы Мир ауылында Геройҙың бюсы ҡуйылған, уның исесмен урындағы урта мәктәп йөрөтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Информационно-публицистический еженедельник «Истоки». Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 апрель 2013. 11 март 2013 тикшерелгән.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 29, л. 252—254).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 192, л. 4).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 313, л. 3, 32—34).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 5983, л. 1, 16, 17).
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 4934, л. 2, 44, 45).
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 3387, л. 49, 50).
  8. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  9. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1283, л. 1, 13, 14).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]