Эстәлеккә күсергә

Маликов Мөжәүир Суфиян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маликов Мөжәүир Суфиян улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 1 июнь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Байназар, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 7 май 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (77 йәш)
Ерләнгән урыны Байназар
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены Жуков ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Маликов Мөжәүир Суфиян улы (1 июнь 1926 йыл — 7 май 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Жуков ордендары кавалеры, хеҙмәт ветераны

Мөжәүир Суфиян улы Маликов 1926 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы) Байназар ауылында тыуған.

Мөжәүир Суфиян улы 1944 йылдың 20 сентябрендә Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә алына. 390-сы гвардия үҙйөрөшлө-артиллерия һәм 5-се запас танк полкында[1] хеҙмәт итә. Хәрби дәрәжәһе — өлкән лейтенант.

Мөжәүир Суфиян улы Маликов, һуғыш бөткәс тә, хәрби хеҙмәтен дауам итә һәм 1950 йылдың 17 октябрендә демобилизациялана.

Хеҙмәт юлы
  • 1952—1955 — киномеханик;
  • 1961 йылдан — «Ағиҙел» колхозында, Бөрйән районының «Сельхозтехника» производство берекмәһе баш инженер;
  • 1972 йылдан Байназар урта мәктәбендә техник әҙерлек уҡытыусыһы.

Маликов Мөжәүир Суфиян улы 20104 йылдың 7 майында вафат була һәм Байназар ауылы зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[2]
  • Жуков ордены
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1984)
  • Бурзянская энциклопедия[3]
  • Посвящается отцу Маликову М. С. Фарида Мурзабаева YouTube сайтында Видео
  1. Воинская часть
  2. Документы о награждении
  3. Маликов Мужавир Суфиянович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 332. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.