Мария Анна Савойская
Мария Анна Савойская | |
Герб | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Италия короллеге[d] |
Титул | шаһбикә[d] һәм эрцгерцогиня[d] |
Тыуған көнө | 19 сентябрь 1803[2] |
Тыуған урыны | Рим, Папская область[d] |
Вафат булған көнө | 4 май 1884[2] (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Прага, Богемия короллеге, Цислейтания[d], Австро-Венгрия |
Ерләнгән урыны | Император төрбәһе |
Атаһы | Виктор Эммануил I[d] |
Әсәһе | Мария Тереза Австрийская[d] |
Бер туғандары | Мария Беатриче Савойская[d], Мария Аделаида Савойская[d], Карл Эммануил Савойский[d], Мария Тереза Савойская[d], Мария Кристина Савойская[d] һәм неизвестная по имени дочь[d] |
Хәләл ефете | Фердинанд I[3] |
Нәҫеле | Савойский дом[d] |
Биләгән вазифаһы | Grand Mistress of the Order the Starry Cross[d], Consort of Hungary[d] һәм Consort of Bohemia[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Изображается на | Bust of Maria Anna of Sardinia[d] |
Мария Анна Савойская Викимилектә |
Мария Анна Каролина Пиа Савинская (нем. Anna Maria von Savoyen,итал. Maria Anna Carolina Pia di Savoia;19 сентябрь 1803 йыл — 4 май 1884 йыл) — Австрия императоры Фердинанд I ҡатыны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Принцесса Мария Анна Каролина Пиа 1803 йылдың 19 сентябрендә Римдәге Палаццио Колоннала тыуа. Ул Сардиния короле Виктор Эммануил һәм уның ҡатыны Мария Тереза Австрийская — Эсте ғаиләһендә өсөнсө ҡыҙҙары һәм дүртенсе балалары була. Уның принцесса Мария Тереза исемле игеҙәге була.
1830 йылда император Франц II Мария Аннаны үҙенең өлкән улы Венгрия короле сифатында тажланған Фердинанд I өсөн кәләшлеккә һайлай. Бала саҡтан принц эпилепсиянан яфалана, бик сибек кәүҙәле һәм пропорциональ булмаған ҙур башлы була. Ата — әсәһе һәм тәрбиәселәре ауырыу балаға иғтибар итмәйҙәр. Әммә һуңыраҡ принц уның аҡылы һайлығы тураһында имеш — мимештәрҙең бик ныҡ арттырылғанын иҫбат итә. Ул биш телдә һөйләшә, клавесин менән торбала уйнай, һунарға йөрөй, бик күп хатлаша, фехтованиеға өйрәнә, атырға, бейергә һәм һыбай йөрөргә ярата[4] Холҡо буйынса Фердинанд бик йомшаҡ, илгәҙәк һәм ышаныусан кеше була.
Ышаныс ҡағыҙы буйынса туй 1831 йылдың 12 февралендә Туринда уҙа. Тантаналы никахлашыу 27 февраль көнө Венала үтә. Никах бәхетле, әммә балаһыҙ була.. Император һарайында, ҡатыны Фердинанд өсөн ғүмере буйы ҡатыны түгел, сиделкаһы булды, тип һөйләгәндәр[5]. 1839 йылда, уларҙың балалары булмаясағы асыҡланғас, статут ҡабул ителә. Тәхеткә мираҫлыҡ тәртибе киләһе рәүештә урынлаштырыла: башта император булырға тейеш була Франц Карл, ә унан һуң уның өлкән улы — Франц Иосиф.
1835 йылдың 2 мартында Фердинанд Австрия императоры булып китә. Императрица титулын Мария Анна ла ҡабул итә. 1836 йылдың 12 сентябрендә ул Чехия королеваһы сифатында таж кейә. 1838 йылдың 6 сентябрендә ирле — ҡатынлылар Ломбардия һәм Венеция короллегенең хакимдары булып китәләр. Әммә Мария Анна иренә лә, дәүләт эшенә лә бер ниндәй ҙә сәйәси йоғонто яһамай.
Венала сыуалыштар һөҙөмтәһендә император баш ҡаланы ташлап сығып китә. Килеп тыуған хәлде бер нисек тә еңеү мөмкинселеге булмаған Фердинанд I 1848 йылдың 2 декабрендә Оломоуцта император һарайы залында үҙенең ҡустыһы урынына ағаһының улы Франц Иосиф файҙаһына тәхеттән баш тарта.
Тәхеттән баш тартҡандан һуң ирле -ҡатынлы пар һарайҙы ҡалдырып китәләр һәм Чехияла йәшәйҙәр. Фердинанд I 1875 йылдың 29 июнендә вафат була. Мария Анна туғыҙ йыл үткәс, Прагала, 1884 йылдың 4 майында үлә. Император төрбәһендә ире янында ерләнә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге Екатерина ҙур тәре ордены (15 сентябрь, 1835[6])
Иҫкәрмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #119446707 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Lundy D. R. Maria Anna Carolina Pia di Savoia, Principessa di Savoia // The Peerage (ингл.)
- ↑ https://books.google.es/books?id=BxT8FNonTuYC&hl=es&pg=PA193#v=onepage&q&f=true
- ↑ Holler G. Ferdinand I. Spravedlnost pro cisare.
- ↑ Шимов Я. Австро-Венгерская империя. — М.:Изд-во Эксмо, 2003. — с.608 с.— С.224.
- ↑ Кавалеры Ордена Св. Екатерины // Список кавалерам российский императорских и царских орденов за 1849 год. Часть I. — Санкт-Петербург: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1850. — С. 14.