Мария Домбровская
Мария Домбровска | ||||||
Maria Dąbrowska | ||||||
Исеме: |
Maria Szumska | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | ||||||
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы Калиш губернаһы Калиш өйәҙе Руссово ауылы | |||||
Вафат булған көнө: | ||||||
Вафат булған урыны: | ||||||
Гражданлығы: | ||||||
Эшмәкәрлеге: | ||||||
Йүнәлеше: | ||||||
Жанр: | ||||||
Премиялары: |
ПХР Дәүләт премияһы лауреаты (1955) | |||||
Домбровская Мария (пол. Maria Dąbrowska; 6 октябрь 1889 йыл — 19 май 1965 йыл) — поляк яҙыусыһы, романдар һәм новеллалар авторы, драматург, әҙәби тәнҡитсе, публицист һәм тәржемәсе. Польша Халыҡ Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (1955).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бай булмаған шляхет ғаиләһендә тыуған. 1907—1914 йылдарҙа Лозаннала һәм Брюссель университетында уҡыған. 1910 йылда әҙәби эш менән шөғөлләнә башлаған.
Публицист һәм поляк социалистик хәрәкәтенең эшмәкәре, Юзеф Пилсудскийҙың яҡын кешеһе Мариан Домбровскийгә кейәүгә сыҡҡан. 1925 йылда Домбровский үлгәс, Мария Домбровская Станислав Стемповский менән йәшәй. Ир туғаны-Домбровский Тадеуш.
Бер аҙ ваҡыт ауыл хужалығы министрлығында эшләгән. Публицистика менән шөғөлләнгән. 1957 йылда Варшава университетының маҡтаулы докторы исеменә лайыҡ булған. Калиштың маҡтаулы гражданины.
Варшаваның Повонзки зыяратында ерләнгән.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Домбровскаяның беренсе хикәйәләр йыйынтығы «Дети родины» («Dzieci ojczyzny», 1921), «Ветка черешни» («Gałąź czereśni», 1922) тәрбиә һәм патриотик характерҙа яҙылған. Улар артынан балалар тормошон һүрәтләгән поэтик новеллалар китабы «Улыбка детства» («Uśmiech dzieciństwa», 1923) сыҡҡан. Яҙыусының шулай уҡ балаларға арналған йыйынтыҡтары —"Дружба" («Przyjaźń», 1927), «Мартин Козера» («Marcin Kozera», 1927), «Чистые сердца» («Czyste serca», 1938).
Домбровскаяның иң яҡшы хикәйәләре «Люди оттуда» («Ludzie stamtąd», 1925) һәм «Признаки жизни» («Znaki życia», 1938) исемле йыйынтыҡтарға ингән..
Яҙыусының иң ҙур әҫәре — «Ночи и дни» («Noce i dnie»; 1932—1934) тетралогияһы. Ул «Богумил һәм Барбара», «В вечной тревоге», «Любовь», «Ветер в лицо» романдарын үҙ эсенә берләштерә.
Домбровская — «Гений-сирота» («Geniusz sierocy», 1939, баҫылған 1957), «Станислав и Богумил» («Stanisław i Bogumił», 1945, баҫылған 1947) тигән тарихи пьесаларҙың авторы.
Домбровская тәржемәһендә инглиз, Дания һәм рус (Антон Чехов) яҙыусыларының китаптары баҫылып сыҡҡан. Әҙәби тәнҡәит һәм публицистик мәҡәләләрендә Домбровская Болеслав Прус, Станислав Пшибышевский, Лев Николаевич Толстой Николай Васильевич Гоголь, Джозеф Конрадтарҙың шәхесе һәм тормошо тураһында яҙған.
1966 йылда режиссёр Кшиштоф Занусси Мария Домбровская тураһында документаль фильм төшөргән.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Люди оттуда / Пер. М. Е. Абкиной. М.; Л.: Госиздат, 1928. 190 с.
- Рассказы. Москва, 1957
- Ночи и дни: Роман: В 2 т. / Пер. Е. Усиевич; Вступ. ст. Я. Станюкович. Т. 1—2. Москва, 1964
- Избранное / Сост. и предисл. Я. Станюкович. Москва: Прогресс, 1974. 526 с. (Библиотека польской лит.)
- Утренняя звезда: Рассказы / Сост. и предисл. С. Соколова. Москва: Художественная литератруа, 1983. 396 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 6 октябрҙә тыуғандар
- 1889 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 19 майҙа вафат булғандар
- 1965 йылда вафат булғандар
- Польшала вафат булғандар
- Варшавала вафат булғандар
- Польша Яңырыуы ордены йондоҙо менән Командор тәреһе кавалерҙары
- Польша Яңырыуы орденының Офицер тәреһе кавалерҙары
- Польшаның «Золотой крест Заслуги» ордены менән наградланыусылар
- Кооператорҙар