Мартынов Дмитрий Яковлевич
Мартынов Дмитрий Яковлевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 25 март (7 апрель) 1906 |
Тыуған урыны | Темрюк[d], Кубан өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 22 октябрь 1989 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Востряково зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | астроном |
Эш урыны |
В. П. Энгельгардт исемендәге астрономия обсерваторияһы[d] П. К. Штернберг исемендәге дәүләт астрономия институты[d] |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Эрнст Апушевич Дибай[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мартынов Дмитрий Яковлевич Викимилектә |
Мартынов Дмитрий Яковлевич (7 апрель 1906 йыл — 22 октябрь 1989 йыл) — совет педагогы һәм астрофизигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дмитрий Яковлевич Мартынов 1906 йылдың 7 апрелендә Краснодар крайының Темрюк ҡалаһында тыуған.
Симферополь университетында уҡый, астрономияны тәрәнерәк өйрәнеү өсөн Ҡазан университетына күсә һәм уны 1926 йылда тамамлай. 1931—1951 йылдарҙа В. П. Энгельгардт исемендәге астрономия обсерваторияһы директоры, ә һуңынан 3 йыл Ҡазан дәүләт университеты ректоры була.
1954 йылда Мәскәү дәүләт университетының астрономия кафедраһы мөдире булып эшләй башлай, ә бер йылдан П. К. Штернберг исемендәге дәүләт астрономия институтын етәкләй (1976 йылға тиклем).
Фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре: ике ҡатлы системалар, планетология һәм үҙгәреүсе йондоҙҙар. «Астрономик циркуляр»ҙың баш мөхәррире (1941—1962) һәм «Земля и Вселенная» журналының баш мөхәррире (1965). «Курс общей астрофизики» дәреслеге (1988) һәм «Сборник задач по астрофизике» уҡыу әсбабы авторы(1986) .
Бөтә Союз астрономия-геодезия йәмғиәте (ВАГО) Президенты (1960, 1965, 1970—1975) һәм Халыҡ-ара астрономия союзының «Документация» 5-се Комиссия президенты (1955—1961).
1989 йылдың 22 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Востряковский зыяратында ерләнгән[1].
Танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1977 йылда Н. С. Черных асҡан бәләкәй планета 2376 Martynov (2376 Мартынов) Мартынов исеме менән аталған[2] .
- Халыҡ-ара астрономия союзы уның исемен Марстағы Martynov (Мартынов) кратерына биргән[3].
- 1945 йылда Д. Я. Мартыновҡа Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, ә 1966 йылда — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре исеме бирелә.
- 1986 йылда «Курс практической астрофизики» һәм «Курс общей астрофизики» дәреслектәр йыйылмаһы өсөн Ф. А. Бредихин исемендәге премия бирелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп.. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «40 лет открывая астероиды», статья о работах Черных
- 7 апрелдә тыуғандар
- 1906 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 22 октябрҙә вафат булғандар
- 1989 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Востряково зыяратында ерләнгәндәр
- Ҡазан университетын тамамлаусылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса астрономдар
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр