Маршал Антонеску күпере
Маршал Антонеску күпере | |
Кем хөрмәтенә аталған | Ион Антонеску[d] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Урын | Дондағы-Ростов |
Рәсми асылыу датаһы | 1942 |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 14 февраль 1943 |
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Дон |
Оҙонлоҡ | 400 метр |
Маршал Антонеску күпере (нем.Marschal-Antonescu-Brücke; 1943 һуң — «Автомобиль һәм егеүле ташыуҙар күпере») — Дондағы Ростовта Дон йылғаһы аша Таганрог проспектында (хәҙер Будённый проспекты) беренсе автомобиль күпере. 1943 йылда совет ғәскәрҙәре ҡаланы азат иткәндә емерелә. 1943—1947 йылдарҙа яңынан төҙөлә, емерелгән күперҙең таяуҙарын ҡулланып камиллаштырыла һәм Автомобиль һәм егеүле ташыуҙар күпере тип атала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башта Дондағы Ростовта Дон йылғаһы аша автомобиль күпере булмай. 1781 йылда Левбердондағы Таганрог урамында йөҙмә күпер һуҙыла[1], ул бер ярҙан икенсе ярға йөктәрҙе ауырлыҡһыҙ ғына аша сығарырға мөмкинлек бирә. Ул «Дон күпере» тип атала[1].
Әммә ундай кисеү уңайлы булмай, сөнки ҡышҡы ваҡытта боҙ таяуҙарҙы емермәһен өсөн уны кире һүтеп алырға тура килә. Ҡыш температура һирәк биш градустан түбән төшә, шуға күрә йылға етерлек туңмай һәм унан аша сығыу хәүефле була. Был сауҙала һәм коммуникацияларҙа ҡыйынлыҡтар өҫтәй[2].
1917 йылғы революциянан һуң һәм власҡа большевиктар килгәндән һуң бөтә ил буйлап эшләүсе инфраструктураларҙы яңы индустриалләштырыу талаптарына ярашлы тикшереүҙәр үтә. 1932 йылда Дон күпере яңынан төҙөлә һәм яңы конструкция иҫәбенә нығытыла[1]. Әммә бейек күпер кәрәклеге буйынса тәҡдимдәр булһа ла, уны төҙөү тураһында һүҙ бармай.
1937 йылдың 17 сентябрендә Аҙау-Ҡара диңгеҙ крайы ике субъектҡа — Ростов өлкәһе һәм Краснодар крайына бүленә. ошоноң менән бәйле Ростов өлкәһенең инфраструктураһын яҡшыртыу тураһындағы указ сығарыла. СССР етәкселеге тарафынан ҙур ҡалаларҙы административ үҙәк —Ростов менән берләштереүсе юлдар төҙөү тураһында бойороҡ бирелә. Урындағы кимәлдә колхоздар араһындағы коммуникацияларҙы ябайлаштырырға мөмкинлек биргән эре ҡалалар араһындағы юлдар төҙөү тәҡдим ителә. Был төҙөлөштө фининслау өлөшләтә колхоздар, өлөшләтә дәүләт ҡаҙнаһы тарафынан башҡарылырға тейеш була[3].
1942 йылда, ҡаланы оккупациялауҙың беренсе аҙнаһында Дон күпере урынына ҡатнаш төрҙәге ныҡ понтон күпере төҙөлә[4]. Күпер Ҡыҙыл Армия берләшмәләрен фронтҡа яҡыныраҡ аша сығыуҙы тиҙ тәьмин итеү өсөн ныҡ ҙур машиналарҙың ауырлығын күтәрергә һәләтле була[5][6]. Был күперҙе вермахт ғәскәрҙәре ҡаланы икенсе тапҡыр оккупациялағанда 1942 йылдың июлендә емерә.
Оккупация ваҡытында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағымдан яҡынса 70 метр өҫтәрәк немец конструкцияһы буйынса йөҙмә күпер урынлаштырылған, шул ваҡыттағы һаҡланып ҡалған фотоһүрәттәргә ҡарап фекер йөрөткәндә ул ул даими яңыртылып торған[7]. Емерелгән Дон күпере урынында Дон йылғаһы аша беренсе бейек күпер төҙөлә башлаған[8][9]. Был ваҡиға Өсөнсө рейхта киң яҡтыртыла, ошо күпер төҙөлә башланыуы тураһында шатлыҡлы асылма һаҡланған[10].
Күпер румын кондукэторы маршал Йон Антонеску хөрмәтенә атала. Был турала авиация инженерҙары подразделениеһының румын лейтенанты И. Черманескуның һаҡланған көндәлеге дәлилләй[11], ул Совет Рәсәйенә барған сәйәхәттән алған тәьҫораттарын тасуирлай:
Театр бинаһынан беҙ ҡала ситенә Донға барҙыҡ. Унда емерелгән пристанды күрҙек. Немецтар ауыр техника өсөн понтон күпере төҙөгән. Йәнәшәлә улар маршал Антонеску исемендәге имән савяларҙа тағы бер күпер төҙөйҙәр |
Көндәлектәге мәғлүмәттәрҙән тыш, күпергә инеү урынын күрергә мөмкин булған фотоһүрәт бар, ә күперҙең таяуында немец телендә күперҙең атамаһы яҙылған табличка тора[12].
Азат ителгәндән һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың 14 февралендә Дондағы Ростов фашист илбаҫарҙарынан азат ителгәндән һуң, Маршал Антонеску күпере шартлатыла[13]. Уның таяуҙарында киң үтеп йөрөү урыны һәм яҡтарында йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар менән күпер төҙөлә[14][15]. Сама менән 50-се йылдарҙа күперҙә яҡтылыҡ үткәрелә. 1965 йылға тиклем был Дондағы Ростовта һул яҡ ярҙан берҙән-бер инеү урыны булған. Шулай уҡ күпер Батайск ҡалаһына алып барған Шоссе урамын Буденный проспекты менән тоташтыра. Яңы күпер туранан-тура тәғәйенләнеше буйынса Автомобиль һәм егеүле ташыуҙар күпере тип атала.
Ворошилов күпере төҙөлөү менән Автомобиль һәм егеүле ташыуҙар күпере 1965 йылда һүтеп алына[16][17]. Уның урынында Сүмес порт ҡултығы барлыҡҡа килтергән ярымутрау районында Левбердонда иҫке бетон платформалар һаҡланып ҡалған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ли Р. В. Летопись донских дорог / выпускающий редактор Лесовая Е. В.. — Ростов-на-Дону: ООО «Донской издательский дом», 2017. — С. 66—91. — ISBN 978-5-904079-20-1.
- ↑ 1900—1909 Переправа 2 . PastVu. Дата обращения: 26 август 2018.
- ↑ Ли Р. В. Летопись донских дорог / выпускающий редактор Лесовая Е. В.. — Ростов-на-Дону: ООО Донской издательский дом, 2017. — С. 92—141. — ISBN 978-5-904079-20-1.
- ↑ Вид на наплавной мост . PastVu. Дата обращения: 26 август 2018.
- ↑ Советские солдаты на мосту через Дон . PastVu. Дата обращения: 26 август 2018.
- ↑ Солдаты уходят на фронт по мосту через Дон . PastVu. Дата обращения: 26 август 2018.
- ↑ 1942 Мост через Дон . PastVu. Дата обращения: 26 август 2018.
- ↑ В период строительства моста . PastVu. Дата обращения: 26 август 2018.
- ↑ 1942 Строительство моста . PastVu. Дата обращения: 26 август 2018.
- ↑ Немецкая открытка о начале строительства моста через Дон .
- ↑ Chermanescu I. Lieutenant Colonel I. Chermanescu - In Russia. Campaign Notes 16 September 1942 – 3 January 1943 . http://www.worldwar2.ro.
- ↑ Въезд на мост Маршала Антонеску .
- ↑ Разрушенный немецкий автомост . PastVu. Дата обращения: 26 август 2018.
- ↑ Константин Дурихин. Мост в створе Буденновского проспекта . https://pastvu.com (19 ноябрь 2017).
- ↑ 1947 Вид на автогужевой мост . PastVu. Дата обращения: 26 август 2018.
- ↑ 1964—1965 Набережная . PastVu. Дата обращения: 26 август 2018.
- ↑ 1965—1970 Вид на Будённовский спуск . PastVu. Дата обращения: 26 август 2018.