Маслов Леонид Романович
Маслов Леонид Романович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 22 август 1895 |
Тыуған урыны | Белгород, Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 август 1968 (72 йәш) |
Ерләнгән урыны | Богослов зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | табип |
Эш урыны | Национальный медицинский университет имени А. А. Богомольца[d] |
Уҡыу йорто | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Маслов Леонид Романович (1895—1969) — табип һәм совет хәрби эшмәкәре, медицина хеҙмәте генерал-майоры (1943).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1895 йылдың 22 авгусында Белгород ҡалаһында тимер юлсы ғаиләһендә тыуған.
1915 йылда Тифлис хәрби-фельдшерлыҡ мәктәбен тамамлай, шунан һуң Рус императоры армияһында фельдшер булып хеҙмәт итә. 1920 йылдың июненән алып РККА-ла хеҙмәт итә, Граждандар һуғышында ҡатнаша[1].
1929 йылда Ленинград Хәрби-медицина академияһын (ХМА, хәҙерге С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы) тамамлай. 1-се Тымыҡ океан дивизияһының 1-се Чита полкында кесе табибтан алып Никольский-Уссурийский, Иркутск, Киев һәм башҡа хәрби госпиталдарҙың начальнигына тиклем хеҙмәт юлын үтә. 1938 йылдан алып — бригада табип-хирургы, Харьков хәрби-медицина училищеһы коменданты була. Генераль штабтың хәрби академияһы ҡарамағындағы юғары курсын тамамлап, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Генштаб академияһы янындағы начальниктар составы курстарын тамамлай — Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлешендә медицина хеҙмәте начальнигы булып хеҙмәт итә (1941), шулай уҡ Ҡыҙыл Армия кадрҙар идаралығы һәм төп хәрби-санитар идаралығы начальнигы була (1942). 1942 йылдың 25 мартынан 1943 йылдың 15 ғинуары буйына Хәрби медицина академияһы начальнигы булып эшләй. Һуңынан тағы фронтта була — Көньяҡ-Көнбайыш, 3-сө Украин һәм 2-се Белорус фронттарының хәрби-санитар идаралығы начальнигы булып хеҙмәт итә (1943—1944). 1944—1945 йылдарҙа Киев медицина институтының хәрби-медицина әҙерлек кафедраһы начальнигы (КМИ, хәҙер А. А. Богомолец исемендәге Милли медицина университеты), һуңынан Карпат яны хәрби округында хәрби-санитар идаралыҡ менән етәкселек итә.
1947 йылда армиянан китә. СССР Оборона Минстрлығының Хәрби-медицина музейында (хәҙерге Хәрби-медицина музейы) өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй .
1969 йылдың 3 авгусында Ленинградта вафат була, Богословский зыяратында ерләнгән (32-се участкала).[2]
Ленин ордены менән бүләкләнә, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, шулай уҡ күп миҙалдар һәм сит ил наградалары менән бүләкләнгән[2].
Сығанағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ими гордится земля Белгородская. Сост. К А. Маракина. Белгород, 1997.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 22 августа тыуғандар
- 1895 йылда тыуғандар
- Курск губернаһында тыуғандар
- 3 августа вафат булғандар
- 1968 йылда вафат булғандар
- С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын тамалаусылар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Генерал-майорҙар (СССР)
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- 1969 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Белгородта тыуғандар