Синай ярымутрауы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Синайский полуостров" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
1 юл: 1 юл:

'''Синай ярымутрауы '''({{Lang-ar|شبه جزيرة سيناء}}شبه جزيرة سيناء&#x200E;, ''Сина''<ref>Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 27.</ref>; {{Lang-he|סיני}}) — [[Ҡыҙыл диңгеҙ|Ҡыҙыл диңгеҙҙәге]] [[ярымутрау]], [[Азия]] менән [[Африка]] араһында ята,  [[Мысыр]] территорияһы өлөшө. Территория йәһәтенән Азияға ҡарай<ref name="bse">{{Из БСЭ}}</ref>.
{{Ук}}
'''Синай ярымутрауы '''({{Lang-ar|}}شبه جزيرة سي, ''Сина''<ref>Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 27.</ref>; {{Lang-he|סיני}}) — [[Ҡыҙыл диңгеҙ|Ҡыҙыл диңгеҙҙәге]] [[ярымутрау]], [[Азия]] менән [[Африка]] араһында ята,  [[Мысыр]] территорияһы өлөшө. Территорияһы менән Азияға ҡарай<ref name="bse">{{Из БСЭ}}</ref>.


== Географияһы ==
== Географияһы ==
5 юл: 7 юл:


== Климаты ==
== Климаты ==
Бөтә  Синай ярымутрауыныа  тропик сүл климаты хас, тик Урта диңгеҙгә сыҡҡан төньяҡ өлөшөндә генә урта диңгеҙ климаты хкамилыҡ итә. Климаты ҡоро, айырыуса төньяҡтан килгән һирәк циклондарҙың юлын тауҙарбүлеп торған көньяғында который ныҡ ҡоро, айырым йылдарҙа унда яуым-төшөм бөтөнләй булмай, ә уртаса йылына Шарм-әш-Шәйехтәге кеүек иҫәпле генә миллиметрар тәшкил итә. Йәй һауа температураһы ҡағиҙә булараҡ күләгәлә  +40 °C һәм унан юғарыраҡ, ҡышҡы температураһы түбәнерәк,  сүллектәрендә төн ҡырауҙар төшкөләй. Ярымутрауҙың [[Ҡыҙыл диңгеҙ]] йылытып торған көньяғында ҡыштар йылыраҡ. 
Бөтә  Синай ярымутрауына  тропик сүл климаты хас, тик Урта диңгеҙгә сыҡҡан төньяҡ өлөшөндә генә урта диңгеҙ климаты хакимлыҡ итә. Климаты ҡоро, айырыуса төньяҡтан килгән һирәк циклондарҙың юлын тауҙар бүлеп торған көньяғында ныҡ ҡоро, айырым йылдарҙа унда яуым-төшөм бөтөнләй булмай, ә уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары Шарм-әш-Шәйехтәге кеүек иҫәпле генә миллиметрҙар тәшкил итә. Йәй һауа температураһы ҡағиҙә булараҡ күләгәлә  +40 °C һәм унан юғарыраҡ, ҡышҡы температураһы түбәнерәк,  сүллектә төн ҡырауҙар төшкөләй. Ярымутрауҙың [[Ҡыҙыл диңгеҙ]] йылытып торған көньяғында ҡыштар йылыраҡ. 


== Тарихы ==
== Тарихы ==
14 юл: 16 юл:
1260 йылдан 1518 йылға тиклем территорияны мысыр мәмлүктәре биләп тора, шунан уға бер нисә быуат буйы  [[Ғосман империяһы]] хужа була. 
1260 йылдан 1518 йылға тиклем территорияны мысыр мәмлүктәре биләп тора, шунан уға бер нисә быуат буйы  [[Ғосман империяһы]] хужа була. 


[[1906 йыл|1906 йылда]] ярымутрау Бөйөк Британия ҡарамағында булған Мысырҙың өлөшөнә әүерелә.  Шул саҡта территорияның көнсығыш сиге билдәләнә, ул әле лә Мысыр менән [[Израиль]] сиге булып тора.
[[1906 йыл]]да ярымутрау [[Бөйөк Британия]] ҡарамағында булған Мысырҙың өлөшөнә әүерелә.  Шул саҡта территорияның көнсығыш сиге билдәләнә, ул әле лә Мысыр менән [[Израиль]] сиге булып тора.


[[1948 йыл|1948 йылда]] мысыр армияһы Синай аша Израилгә бәреп инә, әммә һөжүм кире ҡағыла. 
[[1948 йыл]]да мысыр армияһы Синай аша Израилгә бәреп инә, әммә һөжүм кире ҡағыла. 


Суэц кризисы ваҡытында [[1956 йыл|1956 йылда]] израилдәр, инглиздәр һәм француздар Синайға һөжүм итә, маҡсаттары Суэц каналын  Англия менән Франция контроле аҫтына ҡайтарыу була. АҠШ һәм СССР яғынан яһалған баҫым уларҙы сигенергә мәжбүр итә.
Суэц кризисы ваҡытында [[1956 йыл]]да израилдәр, инглиздәр һәм француздар Синайға һөжүм итә, маҡсаттары Суэц каналын  Англия менән [[Франция]] контроле аҫтына ҡайтарыу була. [[Америка Ҡушма Штаттары|АҠШ]] һәм [[Совет Социалистик Республикалар Союзы|СССР]] яғынан яһалған баҫым уларҙы сигенергә мәжбүр итә.


[[1967 йыл|1967 йылда]] Алты көнлөк һуғыш һөҙөмтәһендә израилдәр ярымутрауҙы оккупациялай; Суэц каналы суднолар йөрөшө өсөн ябыла.
[[1967 йыл]]да Алты көнлөк һуғыш һөҙөмтәһендә израилдәр ярымутрауҙы оккупациялай; Суэц каналы суднолар йөрөшө өсөн ябыла.


[[1973 йыл|1973 йылда]]  мысырҙар Суэц каналын ҡайтарыр өсөн Израилгә һөжүм итә. Израиль һөжүмде кире ҡаға. Һуңыраҡ Израиль каналдан көнбайышта торған ғәскәрҙәрен кире сығара.  
[[1973 йыл]]да  мысырҙар Суэц каналын ҡайтарыр өсөн Израилгә һөжүм итә. Израиль һөжүмде кире ҡаға. Һуңыраҡ Израиль каналдан көнбайышта торған ғәскәрҙәрен кире сығара.  


[[1979 йыл|1979]] йылда Мысыр менән Израиль араһында солох договорына ҡул ҡуйыла һәм  Израиль ярымутрауҙы яйлап булһа ла Мысырға кире ҡайтара башлай. Үҙенең тораҡ пункттарының күбеһен һүтеп алып китә, ҡайһы берҙәре генә Мысырға тороп ҡала (мәҫәлән, ярымутрауҙың көньяғындағы Офира ауылы хәҙерге Шари-әш-Шәйехкә әйләнә).  [[1982 йыл|1982 йылдың]] яҙында  Израиль Синайҙан китеп бөтә. 
[[1979 йыл]]да Мысыр менән Израиль араһында солох договорына ҡул ҡуйыла һәм  Израиль ярымутрауҙы яйлап булһа ла Мысырға кире ҡайтара башлай. Үҙенең тораҡ пункттарының күбеһен һүтеп алып китә, ҡайһы берҙәре генә Мысырға тороп ҡала (мәҫәлән, ярымутрауҙың көньяғындағы Офира ауылы хәҙерге Шарм-әш-Шәйехкә әйләнә).  [[1982 йыл]]дың яҙында  Израиль Синайҙан китеп бөтә. 


Синай ярымутрауында Изге Екатерина православие монастыры бар. Ярымутрауҙың Сарабит әл Хәдим тигән төбәге Муса Аллаһынан 10 бойороҡ алған урын тип иҫәпләнә. Шул уҡ төбәктә боронғо мысыр алиһәһе Хатхор ғибәҙәтханаһы ла һаҡланған.  Синай ярымутрауында набатиҙарҙың яҙмалары, протосинай яҙмаһы өлгөләре табылған. Арада үҙәнендә бронза быуатының дольмендарға оҡшаш ҡәберлектәре осрай, улар Навамис тип йөрөтөлә.
Синай ярымутрауында Изге Екатерина православие монастыры бар. Ярымутрауҙың Сарабит әл Хәдим тигән төбәге Муса Аллаһынан 10 бойороҡ алған урын тип иҫәпләнә. Шул уҡ төбәктә боронғо мысыр алиһәһе Хатхор ғибәҙәтханаһы ла һаҡланған.  Синай ярымутрауында набатиҙарҙың яҙмалары, протосинай яҙмаһы өлгөләре табылған. Арада үҙәнендә бронза быуатының дольмендарға оҡшаш ҡәберлектәре осрай, улар Навамис тип йөрөтөлә.
37 юл: 39 юл:
Синай яр буйы экологик һәләкәт сигенә етеп килә. Туризм, балыҡсылыҡ, бөтә яр буйын солғаған урбанизация планетаның был мөйөшөн һаҡлау форсатын бик ныҡ кәметә. Ғалимдар баһалауынса, рифтарҙың күбеһе яҡындағы тиҫтә йыл эсендә Ер йөҙөнән бөтөнләйгә юҡ буласаҡ. 
Синай яр буйы экологик һәләкәт сигенә етеп килә. Туризм, балыҡсылыҡ, бөтә яр буйын солғаған урбанизация планетаның был мөйөшөн һаҡлау форсатын бик ныҡ кәметә. Ғалимдар баһалауынса, рифтарҙың күбеһе яҡындағы тиҫтә йыл эсендә Ер йөҙөнән бөтөнләйгә юҡ буласаҡ. 


[[Мәрйен|Мәрйендәрҙең]] һәләк булыу сәбәптәре бик күп. Беренсе сиратта ул мәрйендең күҙәүҙәренә ҡом тулыу, ял итеүселәрҙең ҡырағайлығы, һыу температураһының күтәрелеүе һәм әселеге артыуы менән бәйлеБөтәһенән элек мәрйендәргә джиптар зыян килтерә, улар һыу буйындағы таштарҙы, йоҡа ғына мүк ҡатламын юҡ итә. Һөҙөмтәлә тупраҡ эрозия кисерә, ҡом бурандары йышая, диңгеҙгә тонна-тонна ҡом күсә.  Ел килтергән йә сумыусыларҙың ласттары күтәргән ҡом мәрйен күҙәүҙәренә тула һәм уларҙы һәләк итә. Мәрйендәр өсөн быуланыу эффекты һәм глобаль йылыныу ҙа файҙаға түгел. Һыу  температураһы +29 °C градустан артһа, мәрйен ылымыҡтан айырылырға тейеш, сөнки ундай  температурала ылымыҡтар мәрйен өсөн ағыулыға әйләнә. Яңғыҙ ҡалған мәрйен оҙаҡ тормай аслыҡтан һәләк була.  Мәрйен балыҡтарына аҙыҡ биреү  был балыҡтарҙың рационын үҙгәртә һәм шуның менән экологик тигеҙлекте боҙа. Һыуҙың сәскә атыуы, мәрйендәр менән туҡланыусы диңгеҙ йондоҙҙарының күпләп үрсеп китеүе  — ошо боҙолоу эҙемтәләренең бер аҙы ғына. 
[[Мәрйен]]дәрҙең һәләк булыу сәбәптәре бик күп. Беренсе сиратта мәрйендең күҙәүҙәренә ҡом тулыу, ял итеүселәрҙең ҡырағайлығы, һыу температураһының күтәрелеүе һәм әселеге артыуы зыянлыМәрйендәргә джиптар ҙур зарар килтерә, улар һыу буйындағы таштарҙы, йоҡа ғына мүк ҡатламын юҡ итә. Һөҙөмтәлә тупраҡ эрозия кисерә, ҡом бурандары йышая, диңгеҙгә тонна-тонна ҡом күсә.  Ел килтергән йә сумыусыларҙың ласттары күтәргән ҡом мәрйен күҙәүҙәренә тула һәм уларҙы һәләк итә. Мәрйендәр өсөн быуланыу эффекты һәм глобаль йылыныу ҙа файҙаға түгел. Һыу  температураһы +29 °C градустан артһа, мәрйен ылымыҡтан айырылырға тейеш, сөнки ундай  температурала ылымыҡтар мәрйен өсөн ағыулыға әйләнә. Яңғыҙ ҡалған мәрйен оҙаҡ тормай аслыҡтан һәләк була.  Мәрйен балыҡтарына аҙыҡ биреү  был балыҡтарҙың рационын үҙгәртә һәм шуның менән экологик тигеҙлекте боҙа. Һыуҙың сәскә атыуы, мәрйендәр менән туҡланыусы диңгеҙ йондоҙҙарының күпләп үрсеп китеүе  — ошо боҙолоу эҙемтәләренең бер аҙы ғына. 


Яр буйҙарының бысраныуы һуңғы йылдарҙа һәләкәтле күләмдәргә еткән.   Дахабтан Шарм-әш-Шәйехкә барған экспедицияларҙың береһе<ref>[http://vizaviz.livejournal.com/43467.html Лицом к лицу — Конвульсии Красного моря]</ref> Набэктың төньяғы иң сүпле  территория булыуын күрә. Пластик ҡалдыҡтарҙы ташлаусылар пляждарҙа ял итеүселәр генә түгел. Катерҙарҙан, паромдарҙан асыҡан-асыҡ сүп ырғытыуға ла дәлилдәр күп.  
Яр буйҙарының бысраныуы һуңғы йылдарҙа һәләкәтле күләмдәргә еткән.   Дахабтан Шарм-әш-Шәйехкә барған экспедицияларҙың береһе<ref>[http://vizaviz.livejournal.com/43467.html Лицом к лицу — Конвульсии Красного моря]</ref> Набәктең төньяғы иң сүпле  территория булыуын күрә. Пластик ҡалдыҡтарҙы ташлаусылар пляждарҙа ял итеүселәр генә түгел. Катерҙарҙан, паромдарҙан асыҡан-асыҡ сүп ырғытыуға ла дәлилдәр күп.  


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

17:18, 21 ноябрь 2017 өлгөһө

Синай ярымутрауы
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Мысыр
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Урта диңгеҙ, Ҡыҙыл диңгеҙ һәм Акаба[d]
Иң юғары нөктә Гора Святой Екатерины[d]
Халыҡ һаны 597 000 кеше (2013)
Майҙан 60 000 км²
Урынлашыу картаһы
Карта
 Синай ярымутрауы Викимилектә

Синай ярымутрауы (ғәр. ‎شبه جزيرة سي, Сина[1]; йәһ. סיני‎) — Ҡыҙыл диңгеҙҙәге ярымутрау, Азия менән Африка араһында ята,  Мысыр территорияһы өлөшө. Территорияһы менән Азияға ҡарай[2].

Географияһы

Көньяҡҡа табан ослайған шына рәүешендәге ярымутрау төньяҡтан  Урта диңгеҙ яр һыҙаты йә Суэц ҡултығы менән Акаба ҡултығының төньяҡ сиктәрен тоташтырған һыҙат менән сикләнгән[3]; көнбайыштан — Суэц ҡултығы, көнсығыштан Акаба ҡултығы менән сикләнгән. Ярымутрауҙың сиктәре шартлы булғас, уның территорияһының ҙурлығы, ниндәй  методика ҡулланыуға ҡарап, 25 меңдән 61 мең квадрат километрға тиклем тип баһалана [3]. Территория башлыса сүллектән тора, көньяғына табан тауҙары (иң юғары нөктәһе — Изге Екатерина тауы, 2637 м) һәм яҫы таулыҡтары бар. Ярымутрауҙа нефть ятҡылыҡтары табылған, шулай уҡ электән фирүзә сығарылған.

Климаты

Бөтә  Синай ярымутрауына  тропик сүл климаты хас, тик Урта диңгеҙгә сыҡҡан төньяҡ өлөшөндә генә урта диңгеҙ климаты хакимлыҡ итә. Климаты ҡоро, айырыуса төньяҡтан килгән һирәк циклондарҙың юлын тауҙар бүлеп торған көньяғында ныҡ ҡоро, айырым йылдарҙа унда яуым-төшөм бөтөнләй булмай, ә уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары Шарм-әш-Шәйехтәге кеүек иҫәпле генә миллиметрҙар тәшкил итә. Йәй һауа температураһы ҡағиҙә булараҡ күләгәлә  +40 °C һәм унан юғарыраҡ, ҡышҡы температураһы түбәнерәк,  сүллектә төн ҡырауҙар төшкөләй. Ярымутрауҙың Ҡыҙыл диңгеҙ йылытып торған көньяғында ҡыштар йылыраҡ. 

Тарихы

Эйлаттан төньяҡтараҡ Мысыр менән Израиль сиге  (Мысыр һулда, Израиль уңда)

Ярымутрауҙағы ерҙәр Беренсе династия осоронда уҡ боронғо мысырҙар тарафынан үҙләштерелә.  

1260 йылдан 1518 йылға тиклем территорияны мысыр мәмлүктәре биләп тора, шунан уға бер нисә быуат буйы  Ғосман империяһы хужа була. 

1906 йылда ярымутрау Бөйөк Британия ҡарамағында булған Мысырҙың өлөшөнә әүерелә.  Шул саҡта территорияның көнсығыш сиге билдәләнә, ул әле лә Мысыр менән Израиль сиге булып тора.

1948 йылда мысыр армияһы Синай аша Израилгә бәреп инә, әммә һөжүм кире ҡағыла. 

Суэц кризисы ваҡытында 1956 йылда израилдәр, инглиздәр һәм француздар Синайға һөжүм итә, маҡсаттары Суэц каналын  Англия менән Франция контроле аҫтына ҡайтарыу була. АҠШ һәм СССР яғынан яһалған баҫым уларҙы сигенергә мәжбүр итә.

1967 йылда Алты көнлөк һуғыш һөҙөмтәһендә израилдәр ярымутрауҙы оккупациялай; Суэц каналы суднолар йөрөшө өсөн ябыла.

1973 йылда  мысырҙар Суэц каналын ҡайтарыр өсөн Израилгә һөжүм итә. Израиль һөжүмде кире ҡаға. Һуңыраҡ Израиль каналдан көнбайышта торған ғәскәрҙәрен кире сығара.  

1979 йылда Мысыр менән Израиль араһында солох договорына ҡул ҡуйыла һәм  Израиль ярымутрауҙы яйлап булһа ла Мысырға кире ҡайтара башлай. Үҙенең тораҡ пункттарының күбеһен һүтеп алып китә, ҡайһы берҙәре генә Мысырға тороп ҡала (мәҫәлән, ярымутрауҙың көньяғындағы Офира ауылы хәҙерге Шарм-әш-Шәйехкә әйләнә).  1982 йылдың яҙында  Израиль Синайҙан китеп бөтә. 

Синай ярымутрауында Изге Екатерина православие монастыры бар. Ярымутрауҙың Сарабит әл Хәдим тигән төбәге Муса Аллаһынан 10 бойороҡ алған урын тип иҫәпләнә. Шул уҡ төбәктә боронғо мысыр алиһәһе Хатхор ғибәҙәтханаһы ла һаҡланған.  Синай ярымутрауында набатиҙарҙың яҙмалары, протосинай яҙмаһы өлгөләре табылған. Арада үҙәнендә бронза быуатының дольмендарға оҡшаш ҡәберлектәре осрай, улар Навамис тип йөрөтөлә.

2011 йылдан ярымутрауҙа исламсы боевиктар әүҙемләшә.

2015 йылдың 31 октябрендә Шарм-әш-Шәйех (Офира аэропорты)  — Санкт-Петербург (Пулково аэропорты) рейсы менән осҡан самолет Синай өҫтөндә һәләкәткә осрай. 224 кеше һәләк була.

Экологияһы

Набәктән төньяҡтараҡ яр буйындағы сүп-сар
Ҡыҙыл диңгеҙҙәге пластик сүп

Синай яр буйы экологик һәләкәт сигенә етеп килә. Туризм, балыҡсылыҡ, бөтә яр буйын солғаған урбанизация планетаның был мөйөшөн һаҡлау форсатын бик ныҡ кәметә. Ғалимдар баһалауынса, рифтарҙың күбеһе яҡындағы тиҫтә йыл эсендә Ер йөҙөнән бөтөнләйгә юҡ буласаҡ. 

Мәрйендәрҙең һәләк булыу сәбәптәре бик күп. Беренсе сиратта мәрйендең күҙәүҙәренә ҡом тулыу, ял итеүселәрҙең ҡырағайлығы, һыу температураһының күтәрелеүе һәм әселеге артыуы зыянлы.  Мәрйендәргә джиптар ҙур зарар килтерә, улар һыу буйындағы таштарҙы, йоҡа ғына мүк ҡатламын юҡ итә. Һөҙөмтәлә тупраҡ эрозия кисерә, ҡом бурандары йышая, диңгеҙгә тонна-тонна ҡом күсә.  Ел килтергән йә сумыусыларҙың ласттары күтәргән ҡом мәрйен күҙәүҙәренә тула һәм уларҙы һәләк итә. Мәрйендәр өсөн быуланыу эффекты һәм глобаль йылыныу ҙа файҙаға түгел. Һыу  температураһы +29 °C градустан артһа, мәрйен ылымыҡтан айырылырға тейеш, сөнки ундай  температурала ылымыҡтар мәрйен өсөн ағыулыға әйләнә. Яңғыҙ ҡалған мәрйен оҙаҡ тормай аслыҡтан һәләк була.  Мәрйен балыҡтарына аҙыҡ биреү  был балыҡтарҙың рационын үҙгәртә һәм шуның менән экологик тигеҙлекте боҙа. Һыуҙың сәскә атыуы, мәрйендәр менән туҡланыусы диңгеҙ йондоҙҙарының күпләп үрсеп китеүе  — ошо боҙолоу эҙемтәләренең бер аҙы ғына. 

Яр буйҙарының бысраныуы һуңғы йылдарҙа һәләкәтле күләмдәргә еткән.   Дахабтан Шарм-әш-Шәйехкә барған экспедицияларҙың береһе[4] Набәктең төньяғы иң сүпле  территория булыуын күрә. Пластик ҡалдыҡтарҙы ташлаусылар пляждарҙа ял итеүселәр генә түгел. Катерҙарҙан, паромдарҙан асыҡан-асыҡ сүп ырғытыуға ла дәлилдәр күп.  

Иҫкәрмәләр

  1. Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 27.
  2. [ Синай ярымутрауы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. 3,0 3,1 География. Современная иллюстрированная энциклопедия. — М.: Росмэн. Под редакцией проф. А. П. Горкина. 2006.
  4. Лицом к лицу — Конвульсии Красного моря

Әҙәбиәт

  • Чичагов В. П. Синайская пустыня и древний Пелусий // Природа. — 2012. — № 11. — С. 35-42.
  • Мэтью Тиг. Новый Синай // National Geographic Россия, июль 2009, с. 120—137.

Һылтанмалар