Меос Владислав Эдуардович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Меос Владислав Эдуардович
Тыуған:

6 май 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны:

СССР, Силәбе ҡалаһы

Үлгән:

19 октябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (80 йәш)

Үлгән урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Жанр:

пейзаж

Уҡыған урыны:

Ленинград художество-графика педагогия училищеһы, Өфө сәнғәт училищеһы

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы

Меос Владислав Эдуардович (6 май 1940 йыл19 октябрь 2020 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы, 1995 йылдан — Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2007).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владислав Эдуардович Меос Силәбе ҡалаһында тыуған. Кесе йәштән ата-әсәһе менән Өфөгә күсеп килә. 25-се мәктәптә уҡый. 1957-1961 йылдарҙа Ленинград художество-графика педагогия училищеһында белем ала.

1964 йылда рәссамдың картиналары тәүге тапҡыр М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейындағы күргәҙмәгә ҡуйыла. Шунан һуңғы ижади эшмәкәрлеге осоронда ул картиналары менән республика, Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә, Япония, Германия, АҠШ, Финляндия һәм башҡа илдәрҙә ойошторолған күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Владислав Меос ижадының төп темаһы — тыуған яҡ тәбиғәте. Уның картиналарында республикабыҙҙың гүзәллеге, уның хеҙмәт һөйгән кешеләре, тарихи ҡомартҡылары һүрәтләнә. Уларҙан тыуған яҡтың күп төрлө тауыштары моң булып ишетелгәндәй.

Рәссам 2020 йылдың 19 октябрендә Өфө ҡалаһында көтмәгәндә вафат булды[1].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Светлый снег памяти». Автор Меос Владислав Эдуардович. Монография, Уфа, Китап, 2008. — 263 с. — ISBN 5295045315, ISBN 9785295045318
  • Владислав Меос: Щедрая палитра. Каталог произведений / М-во культуры Башк. АССР и др. [12] с. портр., 10 л. ил. 22 см. М. Б. 1980.
  • Владислав Меос. Альбом. Уфа, изд. «Китап». 2015.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]