Эстәлеккә күсергә

Мирдза Кемпе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мирдза Кемпе
Mirdza Ķempe
Исеме:

Найковская
Мирдза Яновна

Псевдонимдары:

Кемпе

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Курляндия губернаһы, Либава

Вафат булған урыны:

СССР, Латвия ССР-ы, Рига

Гражданлығы:

Латвия Латвия
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағирә, тәржемәсе

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

шиғыр

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

латыш

Премиялары:

СССР Дәүләт премияһы — 1967 Ҡалып:Государственная премия Латвийской ССР

Наградалары:

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1956

Мирдза Яновна Ке́мпе (латыш. Mirdza Ķempe, ысын фамилияһы — Найковская; 1907—1974) — латыш совет шағирәһе. Латвия ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1957). Латвия ССР-ының халыҡ шағиры (1967). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1967).

1907 йылдың 27 ғинуарында (9 февралендә) Либавала (хәҙерге Латвияның Лиепая ҡалаһы) эшселәр ғаиләһендә тыуған. 1927—1928 йылдарҙа Латвия университетында белем ала. 1920-се йылдарҙа Рига радиоһында диктор булып эшләй. Артабан «Информатор» гәзитендә эшләй. 1940—1941 йылдарҙа Рига радиокомитетында әҙәби-художестволы тапшырыуҙар мөхәрририәте мөдире вазифаһын башҡара.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Әстерхан, Иваново һәм Мәскәү ҡалаларында йәшәй һәм эшләй. Һуғыштан һуң Ригаға ҡайта. Әҫәрҙәрен «Циня» («Көрәш»), «Латвиешу стрельниекс» («Латыш уҡсыһы») гәзиттәрендә, «Карогс» («Байраҡ») альманахында баҫтыра.

1974 йылдың 12 апрелендә вафат була. Ригала Райнис зыяратында ерләнгән.

Әҙәби эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиғырҙарын 1924 йылда баҫтыра башлай. 1940 йылдан шиғырҙарын «Бривайс земниекс» («Ирекле игенсе») гәзитендә баҫтыра. Күп кенә шиғырҙары халыҡтарҙың тыныслыҡ өсөн көрәшеүенә арналған. Тәржемәләр менән шөғөлләнгән һәм театр өсөн яҙған. А. С. Пушкин, М. Ю. Лермонтов, У. Уитмен, М. Йәлил, Э. Межелайтистың әҫәрҙәрен, К. А. Фединдың «Ғәжәйеп йәй» романын, Мигель Сервантестың «Дон Кихот» романын, Джонатан Свифттың «Гулливер сәйәхәте» хикәйәһен һ.б. латыш теленә тәржемә итә.

Кемпенең әҫәрҙәре күп кенә СССР халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән.

  • «Иртәнге ел» шиғырҙар йыйынтығы (1946)
  • «Дуҫ һүҙе» шиғырҙар йыйынтығы (1950)
  • Dzejas. Izlase, Rīga, 1955
  • «Мөхәббәт» шиғырҙар йыйынтығы (1957)
  • «Ярһыу ялҡын» шиғырҙар йыйынтығы (1961)
  • «Мәлдәрҙең мәңгелеге» шиғырҙар йыйынтығы (1964, руссаға тәржемәһе 1966 йылда баҫылып сыға)
  • Dzintara spogulis, Rīga, 1968
  • «Кеше юлы» шиғырҙар йыйынтығы (1969)
  • «Гөлйемеш» шиғырҙар йыйынтығы (1972)
  • «Ҡырағай рауза» шиғырҙар йыйынтығы (1972) һ.б.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Латвия ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1957)
  • Латвия ССР-ының халыҡ шағиры (1967)
  • СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1967)
  • Латвия ССР-ының Дәүләт премияһы (1958)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (03.01.1956)
  • миҙалдар