Эстәлеккә күсергә

Миңлеғолов Зиннәт Ғәйзулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миңлеғолов Зиннәт Ғәйзулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 12 февраль 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Бөрйән районы
Килдеғол, Ҡыпсаҡ ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 1976
Вафат булған урыны Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Миңлеғолов Зиннәт Ғәйзулла улы — (12 февраль 1904 йыл1976 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1]

Зиннәт Ғәйзулла улы Миңлеғолов 1904 йылдың 12 февралендә хәҙерге Башҡортостандың Бөрйән районы Килдеғол ауылында тыуған. 1942 йылда Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[2]. 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһында хеҙмәт итә[3]. Миңлеғолов Зиннәт Ғәйзулла улы 1943 йылда, ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. 1944 йылда тыуған яғына бер аяғын юғалтып ҡайтып инә.

1976 йылда ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була һәм тыуған ауылында ерләнә[4].